+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Август 2021, 10:25

Август

Август – йәйҙең һуңғы айы,Ҡаймағы түгел, майы.Муллыҡ айын данлар өсөнКилһен тик мәле, яйы.

Август
Август

Август – йәйҙең һуңғы айы,
Ҡаймағы түгел, майы.
Муллыҡ айын данлар өсөн
Килһен тик мәле, яйы.

Август айы – эшлекле ай,
Июль кеүек наҙламай,
Арыш бешә. Офоҡтарҙа
Балҡып һүнә һаҙағай...

Муллыҡты ерем үҙенсә
Ҡәҙерләй, хөрмәт итә.
Ысыҡ төшһә, бар донъяға
Бал еҫе аңҡып китә.

Аҡландарҙа үләндәрҙе
Ҡаплап үҫкән бөрлөгән –
Бындай хәл бит һиндә генә,
Тыуып-үҫкән ергенәм!

Риф Әхмәҙиев.

Автор:
Читайте нас: