-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Август 2021, 14:51

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының август һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының  август һанын баш мөхәррир һүҙе аса. Йәнең теләгән кешеләр менән аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышып, дәрт, илһам алып йәшәүгә ни етә? Ҡунаҡ менән өйгә ҡот инә, өйҙең энергетикаһы яңыра. Ҡунаҡ саҡырышыуға бәйле әллә күпме халыҡ әйтемдәре, һынамыштар һәм юрамыштар хаҡында журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева бәйән итер.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының август һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының август һанына күҙәтеү

Йәйҙең һуңғы айында сыҡҡан журналыбыҙ тышлығын Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова биҙәне. Етәксе ҡатын-ҡыҙ, белем усағы, унда эшләгән уҡытыусылар, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары, мәктәп тормошо тураһында  «Эше менән матур кеше» тигән очеркта таныша алырһыгыҙ.

«Хәтер яҡтыһы» рубрикаһында Орел ҡалаһынан Варшаваға тиклем яу юлы үткән Бишбүләк ҡыҙы Вера Чернова хаҡында очерк урын алған.

«Мөхәмәтша нәҫеленән улар» тип аталған яҙмабыҙ Баймаҡ районы Йылым ауылынан Абдуллиндар араһының шәжәрә байрамы хаҡында булыр. Авторыбыҙ Рәсүл  Байгилдин быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, шәжәрәңде белеү һәм уны дауам итеү мөһимлеге хаҡында һөйләр.

«Аһ, был ҡатын-ҡыҙ» рубрикаһында йәш авторыбыҙ Айзилә Мортаеваның мәҡәләһе әйләнә тирәһен һөйөү хисенә сорнаған, үкһеҙ етем балаларға әсә наҙы биргән Гөлсирә Иҫәнғолова һәм уның ғаиләһенә бағышлана.

Радиожурналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың «Етди мәҙәклек» хикәйәһе ололар тормошон һүрәтләй. Автор олоғайған кешеләрҙең үҙ-ара  һөйләшен , борсоған һорауҙарын үҙенең күҙәтеүҙәре аша биргән. Хикәйәләге хәл- ваҡиға дауаханала бара.

Ишембай ҡыҙы, шағирә Римма Ғәлимованың шиғырҙар шәлкеме «Күктәргә күтәрҙе мине Башҡортостаным» исеме аҫтында бирелә.

Көйөргәҙе районының Свобода ауылының  почта хеҙмәтендә эшләүсе ябай хеҙмәт кешеһе  Мәүлиҙә Садыҡова хаҡындағы яҙмабыҙ ҙа журналдың август һанында урын ала.

Журналда «Аллаһ бәрәкәте» тигән даими рубрика сығып килә. Был юлы ул ахырызаман билдәләренә туҡталып үтер, яуап көнөнә ышаныу хаҡында һөйләр.

Коронавирус сире үткәргән кешенең быуындары һыҙлай башлай икән. Быны сирләгән кешеләр ҙә, табиптар ҙа билдәләй. Ошо турала медицина фәндәре кандидаты Гөлшат Фәтҡуллина менән әңгәмәлә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Ғәҙәттәгесә «Хыял өйө» рубрикаһы үҙ йорто менән йәшәгән, уны профессиональ дизайнерҙарҙан былайыраҡ биҙәгән кешеләр тормошо, ремонт- төҙөкләндереү буйынса аныҡ тәҡдимдәр, кәңәштәре менән таныштырыр.

«Тарих тирмәнендә» үҫәргәндәр һәм улар араһынансыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр Әхәт Сәлиховтың яҙмаһында

Яҙмышығыҙҙы тап һеҙ теләгәнсә, үкенестәргә урын ҡалмаҫлыҡ итеп ҡорорға талпынығыҙ. Ошо хаҡта «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, даими авторыбыҙ Айгөл Әбелхәйерова бәйән итер.

«Беҙгә килгән хаттарҙан» рубрикаһында яҙмыш төрлөсә һынаған Бибисара апай Абайҙуллина-Буранғолованың тормошо хаҡында уҡырһығыҙ.

Эре сәскәле гортензия гөлө кемдәрҙе генә һоҡландырмай. Ул күп баҡсасыларҙың хыялы. Гортензияны нисек ултыртырға һәм тәрбиәләргә? Үҙ кәңәштәре менән Лениза Йәғәфәрова бүлешә.

«Тәмлекәс»тә һеҙҙе билдәле сәнғәт кешеләре – Заһир Байыҡ-Шәйәхмәтов һәм Юлиә Бәхтиеваларҙың ғаиләһе менән осрашыу көтә.  Улар үҙенсәлекле аш-һыу төрҙәрен бешереп күрһәтер һәм рецепты менән таныштырыр.

«Рәссам оҫтаханаһында»  йәнә яңы исем. Октябрский ҡалаһында йәшәүсе, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусы  рәссам,  милли тематика өлкәһендә  иллюстрациялар оҫтаһы Гөлнара Фәләхова менән хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Ишбулатова осрашты. Әкиәттә образдарҙы яңыса табырға, уны заманлаштырып бирергә ынтылған ижадсының эштәре битараф ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: