+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
4 Август 2021, 10:00

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының июль һанына күҙәтеү

Журналдың тышлығын Өфө районы Зубов ауылындағы Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Айгөл Ғәлиева биҙәй. Уның хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның «Һүнмәһен йәшәү ҡомары!» мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының июль һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының июль һанына күҙәтеү

Рәсәй Пенсия фондының республикабыҙ район һәм ҡалаларындағы бүлексәләре 1 июлдән яңы төр пособиеларға – йөклө ҡатындар һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итә башланы. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Фоат Хантимеров был ярҙамды алыу шарттары тураһында һөйләй.

«Әҙибә» рубрикаһы педагог, башҡорт балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айһылыу Йәғәфәроваға арналған. Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен «Ул яҙа үлемһеҙ әҫәрҙәр» тип атаған.

«Оло йәштәгеләр республика буйлап сәфәр ҡылған өсөн сертификат ала икән. Ул кемдәргә бирелә һәм нисек юллана? Беҙ ҙә шулай донъя күреп ҡайтыр инек...» – редакциябыҙға шулай тип мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Был һорауға Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарҙы һәм башҡа категория граждандарҙы социаль яҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Адель Борханова аңлатма бирә.

Алда торған халыҡ иҫәбен алыу йәмғиәтебеҙҙең аҙаҡҡы ун йылда ниндәй үҙгәрештәр кисереүен күрһәтәсәк. Ләкин демографияға ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр әле үк күп нәмәне асыҡ сағылдыра. Бөтә ғүмерен социология, демография тикшеренеүҙәренә арнаған, һөнәренә мөкиббән ғашиҡ Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органының (Башҡортостанстат) халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Ирина Үтәшева шул турала бәйән итә. «Һандар артында – яҙмыштар» яҙмаһының авторы – Альмира Кирәева.

«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында дарғын яҙыусыһы Ибраһим Ибраһимовтың «Бүләк» хикәйәһе, Радик Хәкимйәндең шиғырҙары урын алған.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында башҡорт ырыуҙары йыйындары, урындарҙа ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм шәжәрә байрамдары үтә. Улар, миллелек һәм аҫабалыҡ, фекер туплау һәм фәһем алыу майҙансыҡтары булып, йылъяҙмаға уйыла. «Ауыл һулышы» рубрикаһы аҫтында Рәсүл Байгилдиндың Йылайыр районының Матрай ауылында үткән байрамдан репортажы менән танышырһығыҙ.

Хәлил Һөйөндөковтың «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһы аҫтындағы «Атайһыҙ үҫмәһен бала» яҙмаһы ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә ҡағылыр.

Журналдың был һанында уҡыусыларҙан килгән хаттар ҙа урын алған. Әбйәлил районынан Роза Ғәлимова Рәмилә апаһы хаҡында яҙһа, Бөрйәндән Сәйҙә Сәйәхова районда үткән сағыу сара хаҡында бәйән итә.

Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр «Топонимика серҙәре» менән уртаҡлашыуын дауам итә. Был һанда һүҙ «Бесмән» атамаһы хаҡында бара.

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов Бөрйән ырыуы хаҡында яҙа.

«Бейеүсе тигән даны бар» тип яҙа Гөлнур Ишбулатова Баймаҡ ерлегендә ижад итеүсе Радик Бакиров тураһында.

«Хыял өйө» рубрикаһында Гөлнур Ишбулатова менән Александр Данилов Зубов ауылында йәшәгән Гөлназ һәм Рөстәм Ғимазетдиновтарҙың күркәм йорт-ихатаһын тасуирлай.

«Шәп баҡса» рубрикаһы аҫтында бирелгән Лениза Йәғәфәрова кәңәштәре урынлы һәм ваҡытлы булыр.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Зифа Дәүләтбаева журнал уҡыусыларға рауза сәскәһе һәм туңдырма әҙерләп күрһәтә.

Журналыбыҙ «Яҙыл һәм бүләк от!» акцияһы иғлан иткән ине. Тай ҡайһы төбәккә табан сапты? Акцияның йомғаҡтары менән ошо һанда таныша алаһығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: