+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
13 Июль 2021, 17:52

Иғлан ителгән «Яҙыл һәм от!» акцияһы йомғаҡтары

2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланды һәм һеҙ ҡулығыҙға «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 7-се һанын аласаҡһығыҙ. Беҙҙең менән 3300-гә яҡын тоғро дуҫыбыҙ ҡалды. Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм, артабан да бәйләнештәр өҙөлмәҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Иғлан ителгән «Яҙыл һәм от!» акцияһы йомғаҡтары
Иғлан ителгән «Яҙыл һәм от!» акцияһы йомғаҡтары

Шулай итеп:

  • иң ҙур бүләгебеҙ – тай Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан Гөлсөм Хәсәнованың өлөшөнә төштө;
  • саң һурҙыртҡысты – Өфө ҡалаһынан Р. Халикова;
  • мультибешергесте Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан Мәғүзә Иҫәнгилдина;
  • үтекте – Белорет ҡалаһынан Баныу Астанова;
  • фенды – Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан З. Хәлиуллина,
  • блендерҙы – Учалы ҡалаһынан Әҙеһәм Һатлыҡов;
  • вафли бешергесте – Әлшәй районы Садовый ауылынан Нәфисә Ғәйнетдинова;
  • тонометрҙы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Ләйсән Йәнъегетова отто.

Уңыштар беребеҙҙе лә урап үтмәһен, ғаилә тормошобоҙ алға барһын, хеҙмәтебеҙ бәрәкәт өҫтәһен, яҡындарыбыҙ менән аралар өҙөлмәһен.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

 

 

Автор:
Читайте нас: