Бер кеше тик изге эштәр генә ҡылып йәшәргә тырышҡан, әммә үҙендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш һиҙмәгән. Бер мәл, урамдан китеп барған бер ҡарсыҡтың пальтоһы төймәһенең төшөп ҡалыуын шәйләп, төймәне ерҙән ала ла әбейгә бирә. Һәм ул хаҡта онота. Аҙаҡ үлеп китә. Һәм ни хикмәт: теге донъяла ғәмәлдәрҙе үлсәгәндә бәләкәй генә төймә ярҙамында изгелек яғы өҫкә ҡалҡа. Донъялыҡтағы изге эштәребеҙ – мөғжизәле төймә кеүек: тотоп йә үлсәп ҡарап булмай, әммә ауыр тарта.
Баҫмабыҙҙың июнь һаны тышлығын йәйҙең үҙе кеүек матур, яғымлы гүзәл – Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Түбәнге Сартым ҡасабаһында йәшәүсе Әҙилә Аллаярова һүрәте биҙәй. Йөрәгендә туған теленә, халҡына оло һөйөү йөрөтөүсе йәш милләттәшебеҙ менән «Ханты-Мансиҙың башҡорт һылыуҡайы» тигән мәҡәләлә Гөлнур Ишбулатова таныштыра.
Бәләкәй саҡта ул кешелеккә изгелек таратыу хыялы менән яна. Ошо нурлы уйы Сибай медицина училищеһына алып килә. Хыялдарын ысын иткән шәфҡәт туташы Вәғиҙә Солтанғолова хаҡында Айзилә Шәрәфетдинованың «Ҡыпсаҡ ҡыҙы Вәғиҙә» тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.
«Әсәйем бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған. Яманһыу иҫтәлектәр генә ҡалған аслыҡты еңеп сыға, ете йәшлек сағында эйәрһеҙ атта ла елдәй елдерә. Институтҡа ла тәү барыуҙа уҡ инеп китә», – тип яҙа әсәһе Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова хаҡында Зөһрә Һәйетҡолова. Журналды йәмләгән был мәҡәлә «Бәхетле ҡатын» тигән исем аҫтында донъя күрә.
«Өҙөлмәһен быуын сылбыры!» – Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» этник-мәҙәни республика йәштәр форумы хаҡындағы фотоһүрәтләмә шулай тип атала. Халҡыбыҙҙың булмышын, милли үҙенсәлеген сағылдырған ҙур ваҡиға хаҡындағы яҙма авторы – Гөлназ Ҡотоева.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева июндә үҙенең етенсе тиҫтәһен түңәрәкләй, һиммәтле мәленә аяҡ баҫа. Уның был һанда донъя күргән «Төңөлмәгән әле күңелдәрем офоҡтарҙан өмөт һөҙөүҙән...» тигән шиғри шәлкеме уҡыусыларҙың һыуһынын ҡандырыр, им булыр көскә эйә.
Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың «Һүтелделәр, апай, толомдарың» хикәйәһе йөрәктәрҙең иң нескә ҡылына ҡағылып, тетрәндерер, һәммәбеҙҙе оҙаҡ уйланып йөрөргә мәжбүр итер.
Баҫманың даими авторы Фәнирә Ғайсинаның «Мосолмандарҙа ата-әсәгә мөнәсәбәт» тигән яҙмаһы күңелдәргә динебеҙҙең аҫыл тәғлимәттәрен һалыуы менән әһәмиәтле.
Кемдәр улар Меңдәр, данлыҡлы был ырыуҙың килеп сығышы ниндәй, улар бөгөн ҡайҙа йәшәйҙәр? Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов шул турала бәйән итә.
«Тормоштоң мәғәнәһе ниҙә? Моғайын, уға яуап та ябайҙыр. Ул – быуындар бәйләнешенең дауам итеүендә», – тип, уйҙары менән бүлешә Рәсүл Байгилдин «Хеҙмәт тәрбиәһе аша» тигән мәҡәләһендә. Унда автор афған һуғышы аша үткән, үҙ быуыны иңенә төшкән барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы күтәргән һоҡланғыс замандашыбыҙ Азамат Вәлишиндың яҙмышын тасуирлай.
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға быйыл июндә 80 йыл тулды. Шул уңайҙан Ҡыйғы районынан Людмила Лоҡманованың яугир Зәйтүнә Мөхәмәтйәрова хаҡындағы «Әй буйынан яуға китте Зәйтүнә...» тигән мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Былтыр журналыбыҙ иғлан иткән «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» публицистик яҙмалар конкурсында ул рус телле авторҙар араһында еңеүсе тип танылғайны.
Июнь башында уҡ өлгөрөп, табынға ҡот биргән баҡса еләген кем яратмай икән? Тик уны үҫтереүҙең нескәлектәре лә етерлек. «Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк...» һүрәтләмәһендә Лениза Йәғәфәрова еләк үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша.
«Йорт – хужаның йөҙө» тип аталған яҙмала Гөлнур Ишбулатова талантлы сәнғәт әһелдәре Гөлбинә Сафуанова менән Марат Яҡуповтың зауыҡ менән ҡоролған сынъяһауҙай донъяһы хаҡында һөйләй.
«Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, бер һүҙе менән кешенең күңелен яулаусы гүзәл заттарҙан ул», – тип һүрәтләй Гөлшат Ҡунафина Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Миңзәлә Хәйруллинаны «Ихласлыҡтыр уның асылы» тигән мәҡәләлә. Халыҡ һөйөүен яулаған артистканың бешергән аш-һыуы ла телде йоторлоҡ. Ул үҙе яратып әҙерләгән ризыҡтарҙың рецептарын ихлас бүлешә.
Журнал тышындағы милли биҙәүес һүрәттәре күҙегеҙҙе ҡыуандырыр, йәнегеҙгә ял бирер. Уларҙы яһаусы Рәйхана Көлмөхәмәтова-Бикйәнованың ижады илһөйәрлеге менән йәлеп итә, сағыу матурлығы менән арбай.
Еләкле, сәскәле йәйҙәр йәме күңелдәргә күсһен, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Һәр миҙгелдә лә «Башҡортостан ҡыҙы» менән ҡалығыҙ!