+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
8 Июнь 2021, 10:49

Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды!

7 – 17 июндә 2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу ун көнлөгө үтә. Ошо көндәрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 555,84 һумға яҙылырға мөмкин. Һуңлап ҡалмағыҙ!

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, журналыбыҙҙың тиражы ныҡ кәмене. Әгәр ошо ун көнлөктә хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртмәһәк, республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһының яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалыуы ихтимал.
Журналыбыҙҙың тоғро дуҫтарына мөрәжәғәт итәбеҙ: әйҙәгеҙ, әхирәттәр, дәррәү “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылайыҡ!
Бәйләнештәр селтәрендәге төркөмөбөҙҙә 22 меңгә яҡын кеше ултыра. Һәр икебеҙ, һәр өсөнсөбөҙ журналды алдыртһаҡсы... Ниндәй ҡеүәтле көскә эйәбеҙ! Тик бергәләп кенән яратҡан баҫмабыҙҙы һаҡлап алып ҡала алырбыҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып, Һеҙ иҫтәлекле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.
Иң даланлы журнал уҡыусыбыҙҙы тай көтә!
Журналға һеҙ:
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- редакцияла;
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә яҙыла алаһығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: