+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Май 2021, 14:33

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының май һанына күҙәтеү

2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Ваҡыт һынауын үткән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла уҡымлы, бәҫле һәм көтөп алынған баҫма булып ҡала. Ситтә тороп ҡалмайыҡ, журналға яҙылайыҡ тип башлана баҫманың май һанына байҡау.

Баш мөхәррир һүҙе тыныслыҡ ҡәҙере һәм уның баһаһы хаҡында фекер йөрөтә. Ҡаҙандағы ҡурҡыныс ваҡиғаларҙан һуң тыуған уйланыуҙар, ниңә генә бала йөрәгенә кешеләргә ҡарата нәфрәт, асыу оялаған, тигән һорауҙарға яуап эҙләй.
Журнал тышлығын биҙәгән ханым – йөрәгендә арыҫлан ғәййәрлеген йөрөткән республикала билдәле шәхес. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова булыр.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына бәйле ҡайһы бер үҙенсәлекле һорауҙар, уларға яуап биреү нескәлектәре хаҡында ла журнал биттәренән уҡып белерһегеҙ.
«Юлдар саҡыра» рубрикаһында Илеш районының ағинәйҙәре менән осрашыу көтә.
«Кинйәбулаттарҙың еңеүгә индергән өлөшө» мәҡәләһендә тыл ҡаһармандары тураһында һүҙ барыр. Ишембай тарафтарында йәшәгән авторыбыҙ ауылдың яуҙа батырлыҡ күрһәткән ҡыйыу ир-егеттәре, фиҙаҡәр тыл хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә үҙенең нефте менән дә еңеүгә индергән өлөшө хаҡында бәйән итә.
Дәһшәтле йылдарға арналған сираттағы материал да Йылайыр районының Матрай ауылында ишле Сәбилә менән Райман Байгилдиндар ғаиләһендә тыуған һуғыш осоро балаһы Зәкиә ханымдың хеҙмәт һәм тормош юлына, һуғышта ятып ҡалған һәм иҫән әйләнеп ҡайтҡан уның туғандарына арнала.
Балаларға яңыса пособие түләү буйынса редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр күп. Әсәйҙәрҙең бер нисә һорауына аңлатманы Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова яуап бирә.
Журнал уҡыусылар тарафынан яратып уҡылған «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы күрше хаҡына бағышланды. Исламда, яҡын туғандарҙан ҡала быға ҙур урын бирелә.
Билдәле авторыбыҙ, яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Гиззәтуллинаның «Һуңғы теләк» хикәйәһен тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Әжәл түшәгендә ятҡан кешенең һуңғы теләге нимә хаҡында? Быны журналды уҡығандан һуң белереһегеҙ.
Үҙе ғалим, үҙе лирик шағир. Уның күп шиғрҙарына йыр яҙылған. Журнал уҡыусыларыбыҙҙы Әлфис Ғаязовтың ижады менән танышырға саҡырабыҙ.
Юрматылар кемдәр улар? Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов сираттағы һүрәтләмәһендә ырыуҙың атамаһы, ораны, ҡошо, тамғаһы, ырыу биләгән ерҙәр, юрматылар араһынан сыҡҡан билдәле шәхестәр хаҡында үҙ яҙмалары менән уртаҡлаша.
Әбйәлил районынан киләһе авторыбыҙҙың мәҡәләһе уҡытыусы һөнәренә, яуаплы, тынғыһыҙ мәктәп эшенә бағышлана. Геройы – Таһир Күсемов исемендләге Асҡар гимназияһының профсоюз ойошмаһы етәксеһе, химия һәм биология уҡытыусыһы Илүзә Ғәлиәкбәрова булыр.
Коронавирус сире ниндәй ағзаларҙы зарарлай? Мәғлүм булыуынса, ул үпкәне генә түгел, ә ашҡаҙан-эсәктәргә лә һөжүм итә. Ошо хаҡта юғары категориялы гастроэнтеролог Эльмира Ҡаһарманова һөйләй.
«Психолог кәңәше» рубрикаһын даими алып барыусы Айгөл Әбелхәйерова «Үҙ тәҡдирен үтһен һәр кемебеҙ» тигән кәңәшен бирә.
Филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр Бөрө районында урынлашҡан Шәмшәҙе күленең атамаһын тикшерә.
«Хыял өйө» рубрикаһында һеҙҙе ауыл ерендә үҙ йорто менән йәшәгән үҙенсәлекле йырсы Илшат Сибәғәтуллин менән осрашыу көтә. Ул журнал уҡыусылары менән йорт һалыу буйынса кәңәштәре, ижади пландары менән дә уртаҡлашыр.
Халыҡта бәрхәт сәскәһе тип йөрөтөлгән, япрағы сәскә кеүек гөлдө беләһегеҙме? Ул – колеус. Селекционерҙарҙың тырышлығы менән колеустың төрҙәре арта бара. Был хаҡта – «Шәп баҡса» рубрикаһында.
Кесерткәндең шифаһы, сәләмәтлеккә файҙаһы хаҡында һәр кем иштекәне бар. Унан бешерелгән аш-һыу төрҙәре «Тәмлекәс» рубрикаһын биҙәй.
Матурлыҡта – рух көсө. Учалы районынан Гүзәл Ғәзизованың сәйләндән яһалған эштәрен тәҡдим итәбеҙ. Көслө рухлы, егәрле ҡатын башҡаларға оҫталыҡ серҙәрен аса.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: