+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
14 Май 2021, 19:04

Яҙылыусыларҙы бүләктәр көтә!

Ҡәҙерле дуҫтар, "Башҡортостан ҡыҙы"на яҙылыу һәм квитанцияларҙы ебәреп, лотереяла уйнатыу дауам итә. Бүләк отоу өсөн журналға 6 айға яҙылып, квитанция күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге беҙҙең төркөмгә йә редакцияның [email protected] электрон почтаһына ебәреү етә. Төп приз ТАЙ булһа, әле бына тағы шәп бүләктәр – саңһурҙырғыс, мультиварка, ҡан баҫымын үлсәгес, фен, утюг, блендер, вафли бешергес кеүек өйгә кәрәкле әйберҙәр өҫтәлде! Еңеүселәр июнь аҙағында билдәле буласаҡ.

Әйткәндәй, «Башҡортостан ҡыҙы»на хәҙер өйҙән сыҡмайынса ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/ П2719 индексы буйынса инергә кәрәк. Шулай уҡ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1017/ һылтанмаһы аша ла яҙылып була.

«Башҡортостан ҡыҙы»на ярты йылға яҙылыу хаҡы – 617һум 70 тин.
Читайте нас: