-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Апрель 2021, 15:38

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының апрель һанына күҙәтеү

«Туймазы районында 60-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Улар бер-береһенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибарлы...» Гөлназ Ҡотоеваның төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен тергеҙеү тантанаһынан яҙған мәҡәләһе «Туймазының милли биҙәге» тип атала.

Был һандың тышлығын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үҙен тапҡан, Урта Көнсығышта Hotel News версияһындағы отелдәр өсөн иң яҡшы маркетолог, «Ретрит Палм Дубай» һауыҡтырыу отеле менеджеры Алина Абдуллина биҙәй. Баймаҡ районында тыуып, Сибай ҡалаһында үҫкән һылыу хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.
Илебеҙ өсөн мөһим тарихи ваҡиға – 2020 йылдың октябрендә үтергә тейешле халыҡ иҫәбен алыу пандемия арҡаһында тәүҙә 2021 йылдың апреленә, унан сентябренә күсерелде. «Йәниҫәп ул, асылда, ғаилә тормошоноң һандарҙағы бәйнә-бәйнә сағылышы», – тип иҫәпләй Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органының мәғлүмәт-аңлатыу эше төркөмө етәксеһе Фәнил Ҡоҙаҡаев. Альмира Кирәева уның менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған был сара хаҡында әңгәмә ҡора.
Быйыл апрелдән башлап өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие тәғәйенләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Иң мохтаж ғаиләләрҙәге балалар өсөн ул 10 077 һумға тиклем арта. «Ғаилә янсығы» рубрикаһында пособие билдәләүҙең яңы тәртибе нескәлектәрен Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге етәксеһе Николай Калмацкий еткерә.
«Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһында Фәнирә Ғайсина һәр кемгә кәрәкле доғалар, зекерҙәр хаҡында яҙа.
«Кеше өсөн ғүмерҙең һәр миҙгеле матур. Йәшлек ул – үҙе бер мәл, ир уртаһы – аҡыл ултырған осор, ә бына ғүмерҙең ап-аҡ ҡышы һәр кемгә лә ҡартлыҡ бәхете, тыныс тормошо менән килһен ине», – ти Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадирова. Танылған йырсы – журналдың күптән көтөлгән ҡунағы менән Гөлнур Ишбулатова әңгәмәләшә.
«Ир менән ҡатын араһында татыулыҡ нигеҙе булып нимә тора? Ғаиләлә атай урыны ҡайҙа? Тәү ҡарауға ябай һорауҙар, яуаптары ла әллә ҡасан билдәле һымаҡ. Ләкин күпме ғаилә «карабы» уларға төртөлә һәм, әйтерһең, алдарында таш диуар – селпәрәмә килә. «Атайлы бала – арҡалы» рубрикаһы аҫтында һүҙ эшҡыуар, киң ҡарашлы һәм тәрән фекерле замандашыбыҙ Айбулат Уразбахтинға бирелә.
«Магнитогорск ҡалаһының Б.А. Ручьев исемендәге ҡала үҙәк китапханаһында милләттәштәребеҙ менән осрашыу ҙур күңел байрамына әйләнде. «Аҡмулла», «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәләре һәм туған тел уҡытыусылар ассоциацияһы эш пландарына ярашлы, уҙған сарала телде, рухты һаҡлап ҡалыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Һәр кемде борсоған проблемалар хаҡында уртаға һалып һөйләшеү бик йәнле барҙы». Гөлназ Ҡотоеваның «Ватандаштарҙы дәртләндереү – изге бурыс!» мәҡәләһендә Магнитогорскиға сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
«Әҙәби балҡыш» был һанда Силәбе өлкәһенән шағирә Сәфинә Хәкимованың шиғырҙары менән ҡыуандырыр. Үткән һанда баҫыла башлаған Фәрзәнә Аҡбулатованың «Ярҙамға ашыҡ!» хикәйәһенең аҙағы нисек тамамланыры ла уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡтыр.
«Әҙәм балаһы был донъяларға парлы-парлы булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәү өсөн яратылған. Ләкин ниңә күптәр өсөн был тәбиғи һәм бик ябай ихтыяж үтә ҡатмарлы һәм тормошҡа ашырыу ауыр булған маҡсатҡа әйләнә? «Психолог кәңәше»ндә «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Әбелхәйерова, оҙайлы тәжрибәһенән сығып, шул туралағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.
«Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ» рубрикаһы аҫтында Гөлнур Ишбулатованың Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева тураһында «Бейеүгә арналған ғүмер» мәҡәләһе урын алған.
«Тарих тирмәненән» рубрикаһында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов ҡаңлылар ырыуы менән таныштыра.
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла өлкән быуын сәләмәтлеге мәсьәләләренә иғтибар арта. Медицинаның яңы, әммә әүҙем үҫешеүсе тармағы – өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйен гериатрия ярҙамы мотлаҡ медицина страховкалауы программаһына индерелгән. «Сихәт» рубрикаһында даими авторыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Минһажева шул турала һөйләй.
«Әсә йөрәге» бәйгеһе быйыл да әсәләргә мәҙхиә йырлаған матур сараға әүерелде. Конкурсҡа журнал уҡыусыларынан байтаҡ эш ҡабул ителде. Кемдәр еңеүсе итеп билдәләнде? «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡып белерһегеҙ.
«Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина Өфө районы Шамонин ауылының оҫта ҡуллы, дәртле йәш әсәйҙәре хаҡында яҙа.
«Шәп баҡса»ла Лениза Йәғәфәрова хризантема сәскәһенең мультифлора тип аталған төрө менән таныштыра, үҫтереү нескәлектәрен өйрәтә.
«Микройәшеллек»һүҙе телебеҙгә күптән түгел генә килеп инде. Шытып, үҫә генә башлаған ҡыяҡ-япраҡтарҙа витаминдар, организм өсөн мөһим микроэлементтар йәшелсәләгегә ҡарағанда ла күберәк, ти белгестәр. «Тәмлекәс»тә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Ирада Ҡадирова тәмле лә, файҙалы ла ыуыҙ йәшеллек менән ризыҡтар әҙерләп күрһәтә.
Журналда шулай уҡ Рәмил Сорағолов менән Илдар Шәрипов ижад иткән «Халҡым, һиңә ниҙәр булған?» тигән өр-яңы йырҙың һүҙҙәре һәм ноталары урын алған.
Яратҡан журналыбыҙ менән бергә ҡалайыҡ, әхирәттәр!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: