+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Апрель 2021, 15:16

«Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылыусы бүләккә ТАЙ ота ала!

Хөрмәтле дуҫтар, 2021 йылдың икенсе яртыһына баҫмабыҙға яҙылып, һеҙ ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡортостан ҡыҙы» журналының иң даланлы уҡыусыһын ТАЙ көтә! Редакциянан башҡа бүләктәр ҙә буласаҡ. Шулай уҡ район һәм республика баҫмаларына яҙылғандар өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор әҙерләгән.

Отошта ҡатнашыу өсөн редакцияға «Башҡортостан ҡыҙы» журналына 6 айға яҙылыу квитанцияһы күсермәһен йәки фотоһын, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙып ебәрергә кәрәк.
  • Баҫмабыҙға Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә П2719 индексы буйынса почта бүлексәләрендә яҙыла алаһығыҙ.
  • Шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайты аша онлайн яҙылырға мөмкин.
  • Бынан тыш rbsmi.ru сайты аша «Башҡортостан ҡыҙы»ның электрон вариантына яҙылыу мөмкинлеге бар.
  • Өфөлә йәшәүсе дуҫтарыбыҙ журналдың яңы һанын редакциянан килеп алыу шарты менән 6 айға 540 һумға яҙыла ала.
  • “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 6 айға яҙылыу хаҡы – 617 һум 70 тин.
    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
    Читайте нас: