-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Март 2021, 12:28

Башдрамда премьера: «Йәш ғаилә фатир эҙләй»!

«Йәш ғаилә фатир эҙләй» тип атала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына килеп ингән яңы спектакль. Ул М. Рощиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған. Башҡортсаға уны Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, популяр яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тәржемә иткән. Сәхнәгә Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған.

Тамашасы өсөн был спектаклде ҡарау уңайһыҙ, тиер инем мин. Сөнки тамаша барышында, ысынбарлыҡ юморға төрөп бирелеүгә ҡарамаҫтан, үҙең дә ҡасандыр ошо хәлдә булыуың баштан үтеп, ҡабаттан тетрәнеү кисереп ултыраһың. Әммә барыһы ла хәл ителә. Йәш ғаилә карабын һынауҙар сыныҡтыра ғына. Ысын мөхәббәт ҡаршылыҡтарға бирешмәй. Тамашасы үҙ ролдәрен бирелеп башҡарған, сәхнәлә ҡабатланмаҫ образ тыуҙырған Азат Вәлитовҡа (Алмаз), Зилиә Хәлиловаға (Әлиә) алҡыштар яуҙырҙы. Был спектаклдә уйнаған сәхнә оҫталары – Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Илдар Ғүмәровтың, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимованың, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысованың, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаевтың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаровтың һәр хәрәкәтен ул йотлоғоп күҙәтте.
“Был спектаклде ҡарарғамы?” – тип һораһағыҙ, мотлаҡ ҡарағыҙ тием, сөнки ир менә ҡатын мөнәсәбәте, ғаилә мәсьәләләренә фәлсәфәүи ҡараш, ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға ҡуйылған һорауҙар образдарҙа ҡайһылыр кимәлдә үҙегеҙҙе танып, үҙегеҙгә, тормошоғоҙға ситтән ҡарарға ла ярҙам итер.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: