+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Март 2021, 15:15

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының март һанына күҙәтеү

«Тағы ла еребеҙгә йәшнәп-күкрәп, аллы-гөллө итәктәрен елберләтеп, ихлас, сыуаҡ яҙ килә», – журналдың яңы һанын башлап ебәргән яҙмалағы ошо юлдарҙан күңелгә яҙ сыуағы яғыла. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның уҡыусыбыҙға «Шаулап-гөрләп килә сыуаҡ яҙ!» тигән мөрәжәғәтендәге һәр һүҙ был миҙгелде тормош яңырыуы ҡабул итеүсе гүзәл зат өмөттәренә ауаздаштыр.

Баҫманы асыу менән матур яңылыҡҡа тап булырһығыҙ: яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы хаҡында һөйөнөслө хәбәр урын алған.
Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уның тәжрибәле уҡытыусыларының шул айҡанлы түңәрәк өҫтәл артында фәһемле һөйләшеүен Альмира Кирәева «Милләт бишеге» тигән мәҡәләһендә бәйнә-бәйнә еткерә. Март һаны тышлығын иһә гимназия директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова һүрәте биҙәй.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры режиссеры, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Гөлнур Ишбулатова ҡорған интервью – театр сәнғәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында. «Һәр театрҙың үҙ тауышы» тип аталған йәнле әңгәмә бигерәк тә ошо сәнғәт төрөн һөйөүселәр күңеленә хуш килер.
40 йыл буйы Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы халҡының һаулығы һағында торған фельдшер Мәфрүзә Зәйнулла ҡыҙы Сәйфуллина яҙмышында Тыуған ил өсөн, Еңеү өсөн үҙҙәрен аямай тырышҡан быуын фиҙакәрлеге сағыла. «Ғүмере – китап яҙырлыҡ» тигән яҙмала был хаҡта Сажиҙә Вәлиуллина бәйән итә.
«Башҡорт еренең боронғо аҡылын, ауыл ҡотон һаҡлаусы ошондай көслө рухлы ҡатындарҙыр – бөгөнгө көндөң терәге һәм юл күрһәтеүсе маяғы», – тип яҙа Гөлнур Ишбулатова «Дарманлы ул ауыл ҡатыны» мәҡәләһендә. Мөғжизәүи Бөрйәндең аҫыл һылыуы – Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова тураһында булыр уның һүҙе.
Ейәнсура районында ғүмер итеүсе талантлы әҙибә, оҫта педагог Земфира Аҡбутина март айында күркәм юбилейын билдәләй. Уның йәшәйеш, ижад, тәрбиә хаҡындағы тәрән фекерҙәре Айзилә Мортаева әҙерләгән «Тәрбиә әсәнән башлана» тигән ифрат йылы, йөкмәткеле әңгәмәлә сағыла.
Айзилә Мортаева был һанда шулай уҡ «Күҙҙәрҙән йәш тамғанда ла донъя ул – һөйөү мәле» тигән шиғырҙар шәлкеме менән ҡыуандыра. Ә сәсмә әҫәр яратыусыларға билдәле әҙибә Фәрзәнә Аҡбулатованың уйҙар даръяһына һалырлыҡ «Ярҙамға ашыҡ!» тигән хикәйәһе тәҡдим ителә.
«Нисек итеп ишле ғаиләлә балаларҙың һәр береһен талантлы итеп тәрбиәләргә? Зилә ул турала хәҙер тотош ғилми хеҙмәт яҙа ала», – был юлдар Альмира Кирәеваның «Иң бәхетле тәҡдир» тигән яҙмаһынан. Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы бәхетле, һәр яҡлап үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләргә ынтылыусы Зилә һәм Ярослав Андрющенколар, һис шикһеҙ, һеҙҙә һоҡланыу, ихтирам уятыр.
Башҡорт халыҡ әкиәттәренең береһе буйынса, дейеү көсөн тик скрипка моңо ғына тыя алған. Гөлназ Ҡотоева «Скрипка моңо – йәндең сыңрауы» мәҡәләһендә шул серле көй эйәһе – талантлы скрипкасы, йырсы һәм блогер Илзирә Ҡудашева менән таныштыра.
Сит тарафтарҙа йәшәүсе башҡорттарҙы туплап, халҡым, телем, моңом тип янып йөрөүселәрҙең береһе ул – Клара Ғүмәр ҡыҙы Әлибаева. Рәсүл Байгилдиндың «Аҡ ҡарҙар илендә – башҡорт рухы» очергы – Яңы Уренгой ҡалаһындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономиялы йәмғиәтен етәкләгән ялҡынлы йөрәкле милләттәшебеҙ тураһында.
Изге рамаҙан айы етер алдынан «Ураҙаның файҙаһы» тигән мәҡәләне бик күптәр яратып уҡыр, тип уйлайбыҙ. Уны даими авторыбыҙ Фәнирә Ғайсина тәҡдим итә.
«Сәхнәләрҙә фольклорыбыҙҙың йәшәүе, уның йәш быуынға еткерелеүе лә үтә мөһим», – тип бүлешә Бөрйән районында йәшәүсе уҡыусыбыҙ Сәйҙә Сәйәхова. «Элгеләү»ҙәр бейеп йөрөй сәхнәләрҙең түрендә...» мәҡәләһендә ул ошо изге бурысты атҡарыусы «Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбле хаҡында һөйләй.
Был һанда халҡыбыҙҙың ирәкте ырыуы тарихы, уның вәкилдәре тураһында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың «Ирәктеләр» тигән бик ҡыҙыҡлы яҙмаһы урын алған.
Яҙыусы, күренекле ғалим Рәшит Шәкүр иһә «Ниндәй яғымлы – Гөбөрлө!» тигән мәҡәләһендә Ырымбур тарафтарындағы Гөбөрлө тауҙары һәм йылғаһының ни өсөн шулай аталыуын тасуир итә.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ әйтеме. «Уңыш нигеҙе – яҡшы үрсетмәлә» тигән һүрәтләмәлә уҡыусыбыҙ Лениза Йәғәфәрова яҡшы үрсетмә үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша.
«Сәхнә күрке булған был пар, әйтерһең, Хоҙай тарафынан бер бөтөн итеп яратылған», – Гөлшат Ҡунафина Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар хаҡында шулай тип бәйән итә. «Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хыялдар» тигән мәҡәләһендә ул популяр сәхнә йондоҙҙарының ижадын, ғаилә тормошон, хатта ниндәй аш-һыу яратыуын тасуирлай.
«Өкө», «Бесәй», «Алтын балыҡ», «Бәпембә», «Томбойоҡ» – Әлфиә Бәһәмәнованың сәйләндән эшләнгән был брошкалары иң талымлы ҡупшыбикә зауығына ла тап килер. Ҡабатланмаҫ биҙәүестәр яһаусы гүзәл хаҡында «Илһамлы ижад емештәре» һүрәтләмәһендә уҡырһығыҙ.

Күҙәтеүҙе Альмира Кирәева әҙерләне.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: