+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Февраль 2021, 13:10

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының февраль һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының февраль һанын арҙаҡлы ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, әүҙем йәмәғәтселек тормошон интернет селтәрендә дауам иткән абруйлы ил инәһе, әҙибә Гүзәл Ситдиҡова менән әҙерләнгән әңгәмә аса. «Ғүмерем заяға үтмәһен, тип йәшәйем», – ти Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.

Журнал тышлығын коллегабыҙ, «Башҡортостан» гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гүзәлиә Балтабаева биҙәй. Учалы ҡыҙы, ҡәләмдәшебеҙ хаҡындағы очеркты Гөлназ Ҡотоева әҙерләне.
Себер тарафтарына эшкә барып, үҙе асҡан әсе хәҡиҡәт тураһындағы яҙмаларын билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина дауам итә. «Оҙон аҡса бармы ул?» тигән һорау бирә авторыбыҙ. Тыуған еренән айырылып, ауырлыҡта эшләргә мәжбүр булған замандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән еңел булмаған яҙмыш тураһында бәйән итә ул.
Беҙгә килгән хаттарҙан рубрикаһында, ауыл күрке булған ағинәйҙәр хаҡында һөйләйбеҙ. Журнал биттәрендә Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы ағинәйҙәре менән осрашыу көтә.
Эсәк, айырыуса йыуан эсәк ауырыуҙары, уларҙың ҡатмарлы төрҙәре, ямаш шеш киң тарала бара бөгөн. Оялыу арҡаһында табипҡа һуң мөрәжәғәт итеү йә мәғлүмәтле булмау насар һөҙөмтәләргә килтерә. Медицина фәндәре кандидаты, профессор Артур Ибатуллин менән ошо турала әңгәмә уҡығыҙ һәм ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, дуҫтар!
Ир-егеттең, атайҙарҙың абруйын күтәреүгә бағышланған мәҡәләләр циклын дауам итәбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнгән журналдың февраль һанындағы очеркта һеҙҙе отставкалағы подполковник Хәлил Һөйөндөков һәм уның ғаиләһе менән осрашыу көтә.
Бөрйән районында йәшәп ижад иткән шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның ижады «Әҙәби балҡыш» рубрикаһын биҙәр. Үҙ заманының тауышын ишеттергән ижадсы һеҙҙең иғтибарға бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итә.
Күренекле шағирә, драматург, үҫмерҙәр өсөн яҙған прозаик Гөлшат Әхмәтҡужинаға февраль айында 70 йәш тулды. Журнал уҡыусыларына уның сираттағы хикәйәһе хуш килер, тип уйлайбыҙ.
Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың башҡорт ырыуҙары тураһында сираттағы яҙмаһы ғәйнәләргә бағышлана. Ғәйнә ырыуы менән бәйле ваҡиғалар, тарихи шәхестәр һәм замандаштар хаҡында булыр ул.
Йырлап-бейеп йәшәүҙәргә ни етә? Баймаҡ районы Байыш ауылының «Иҫтәлек» фольклор ансамбленең 30 йыллығына арналған мәҡәлә һеҙҙе йырлы-моңло ауыл тормошона, әүҙем кешеләр янына алып ҡайтыр.
Республикабыҙ сәнғәтәнә һәләтле, үҙенсәлекле йәштәр килә. Журналыбыҙҙың был һанында һеҙҙе яңы исемдәр көтә. Шуларҙың береһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының хореографы, пластик режиссер Алина Мостаева.
Журнал редакцияһына килгән пенсия, пособие түләүҙәре буйынса бихисап һорауҙарға Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров яуап бирер.
Ғүмер юлындағы ҡатмарлы хәлдәрҙе һөйләп, йөрәк серҙәрен асыусы, кәңәш һораусы уҡыусыларыбыҙға «Психолог кәңәше» ярҙамға килер.
Бик әрһеҙ һәм күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр – петунияларҙы үҫтереү нескәлектәре хаҡында яҙма «Шәп баҡса» рубрикаһында бирелә.
«Тәмлекәс»тә һеҙҙе Шәйехзада Бабич исемендәге милли йәштәр премияһы лауреаты, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров һәм уның ғаиләһе менән осрашыу көтә.
Таныш булығыҙ – Вера Фролова. Һеҙҙе тағы ла бер үҙенсәлекле, йәш авторҙың оҫтаханаһына саҡырабыҙ. Күп милләтле халҡына һөйөү, хөрмәт йөрөткән рәссам, сибәр ҡатын һәм әсә ул.
Аһ, иттерер гүзәллек. Бөрйән һылыуы Илүзә Байегетова эшләгән матурлыҡты күреп, аһ, итмәү мөмкин түгел. Сәйләндән матурлыҡ тыуҙырыусы Илүзәнең эштәрен дә ошо һанда күрерһегеҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: