«Иҫ белгәндән йырланым да йырланым. Бергә уйнап үҫкән ҡыҙҙарҙы тамашасы итеп ултыртам. Йырлайым да баш эйәм, улар ҡул саба», – тип хәтерләй бала сағын Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина. Журналыбыҙҙың тышлығын биҙәгән моң эйәһе хаҡындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева «Моң килтергән бәхет»тип атаған.
«Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә» рубрикаһында Айбулат Ғафаровтың «Атай көндәлеге» урын алған. Бала тәрбиәләүгә ир-егеттең ҡарашы үҙенсәлекле.
«Оҙон аҡса бармы ул?» «Үҙем асҡан хәҡиҡәт» рубрикаһы аҫтында шағирә, яҙыусы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Алыҫ Себергә барып эшләп ҡайтыуы хаҡында мауыҡтырғыс яҙмалары баҫылған.
Альмира Кирәеваның «Бәхеттәрҙең олоһо ул – алтын көҙҙә бергә булыуҙар» тигән мәҡәләһе Балтас районында тыуып үҫкән, «яҡты киләсәкте яҡынайтабыҙ!» – тип ышанып, фиҙакәр эшләгән, выжданды һәм тоғролоҡто бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған быуындан булған бер-береһенә тоғро пар – Рәфиҙә һәм Ғәзим Нагаевтар тураһында булыр.
«Тормош ҡәҙере ҡиммәт». «Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!» рубрикаһы аҫтында Гөлнур Ишбулатованың яҙыусы, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева менән әңгәмәһе урын алған.
Әҙәбиәт яратыусылар был һанда ғалим, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Иҙелбаевтың «Ҡоштар китә» хикәйәһе, күренекле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙарын уҡып кинәнер.
Бөгөнгө көндә ғәйнә башҡорттарының ҙур өлөшө Пермь крайының Барҙы районында төпләнгән. Гөлнур Ишбулатованың «Ғәйнә ҡыҙы Гүзәл» мәҡәләһе героиняһы,» Һылыуҡай-2020» конкурсының асышы Гүзәл Наҙарғолова ошо төбәктә тыуып үҫкән.
«Коронавирус пандемияһына ҡағылышлы хәбәрҙәрҙән донъя ҡай саҡ хәүеф томанына солғанғандай булып китә. Был шарттарҙа нисек йән сәләмәтлеген һаҡлап ҡалырға ла ни рәүешле күңел бөтөнлөгөн ҡурсаларға? Ғөмүмән, депрессияны ниндәй билдәләр буйынса айырырға һәм ниндәй мәлдә табипҡа барырға?» Альмира Кирәеваның Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш психотерапевы, Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Илгиз Тимербулатов менән әңгәмәһе шул турала.
«Мәләүез» атамаһы ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Был һорауға яуапты яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең «Топонимика серҙәре» рубрикаһы аҫтында баҫылған мәҡәләһенән табырһығыҙ.
«Эс бошоуҙан дауа бар», ти «Психолог кәңәше» рубрикаһын алып барыусы «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Әбелхәйерова.
«Тарих тирмәненән» рубрикаһын тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов алып бара. Был һанда һүҙ ҡыпсаҡтар хаҡында булыр.
«Гөлдәр йортобоҙҙо күркәмләп кенә ҡалмай, һауаны кислород менән байыта, төрлө төҙөлөш материалынан бүленеп сыҡҡан зарарлы матдәләрҙе юҡҡа сығара, өй йылыһы бирә. Үҫемлектәр менән дуҫ әхирәттәребеҙҙең был тәңгәлдә һорауҙары ла байтаҡ». Гөлшат Рафатова әҙерләгән «Мең дә бер кәңәш» рубрикаһында ҡайһы бер һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
«Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ Хәсәнов уҡыусыларыбыҙға театрҙа тыуҙырған образдары менән дә, «Беренсе Республика» һәм башҡа фильмдарҙа ҡатнашыусы булараҡ та, шаян «Күңелле йәшәйбеҙ» проекты буйынса ла таныш. Хәсәновтар ғаиләһе пиццаны нисек бешерә? «Тәмлекәс» рубрикаһынан уҡып белерһегеҙ.
«Башҡортостан ҡыҙы»журналы «Фотоһүрәттә – әсәй» тип аталған яңы бәйге иғлан итә. Уның талаптары һәм шарттары менән журналдың сайтында таныша алаһығыҙ.