Декабрҙә башҡорт йыр сәнғәтенең легендаһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулды. «Сихри моң даръяһы ине ул» тигән мәҡәлә – халыҡ бөгөн дә яратып тыңлаған мәшһүр йырсыбыҙ, уның ҡабатланмаҫ ижады тураһында.
Журнал тышлығын мәртәбәле ил инәһе – Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, нефть сәнәғәте алдынғыһы Факиһа Закир ҡыҙы Ғәйнуллинаның һүрәте биҙәй. Был аҫыл ҡатындың ҡотло донъя төҙөп, бәхет эсендә йәшәүе лә – үҙенең күңеле киң, кешеләргә алсаҡ, донъяға асыҡ булыуынан. Гөлназ Ҡотоеваның «Ауырлыҡтар аша килгән бәхет» тигән очергында ана шул хаҡта уҡырһығыҙ.
«Бала күңеленә асҡыс табыусы ла, уны тәрбиәләүсе лә – уҡытыусы ул. Айырыуса тел, мәҙәниәт, тарихыбыҙ әһәмиәтен аңлатҡан дәрестәр өсөн яуаплылыҡ тулыһынса педагог иңенә ята», – тип яҙа Гөлнур Ишбулатова «Еңеү килтергән дәрес» тигән мәҡәләһендә. Был һүҙҙәр уның геройы – Борай ауылы 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ләйсән Муллағәлиеваның мөғәллимлек асылын тулыһынса сағылдыра.
Тәрбиә. Ҡиммәттәр. Уны хаталанмай ғына бойомға ашырыу өсөн теүәл рецептар бармы икән? Улар ҡайһы төпкөлдәрҙә һаҡлана ла ниндәй хазиналарға торошло һуң? «Ир балаға – ат, ҡыҙ балаға ҡанат кәрәк» тигән яҙмала журналистика аҡһаҡалы, билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың шул турала уйланыуҙары журнал уҡыусыларҙы һис битараф ҡалдырмаҫ.
«Сабый баҡҡанда иң ауыры, йәнеңде усыңа йомоп, сабыр ҡылыуҙы талап иткәне – баланың ауырыуы», – Айбулат Ғафаровтың «Атай көндәлеге»ндәге был юлдар менән бөтә атайҙар һәм әсәйҙәр килешер. Авторҙың улдары сирләгән саҡтағы кисерештәрен уҡып, улар үҙ бәпестәре ауырыған саҡта янып-көйгәндәрен иҫкә төшөрөр һәм бала һаулығынан да ҙур бәхет булмауын ҡабатлар.
Башҡорт һәм татар йырҙарының халыҡ-ара «Иҙел» фестивале быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ике туғандаш халыҡтың һәләтле йәш йырсыларын профессиональ сәхнәгә сығарған мәҙәни сара 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булды. Моң байрамы хаҡында Гөлнур Ишбулатованың һүрәтләмәһе «Юбилейың менән, «Иҙел!» тип атала.
Журналыбыҙ йөкмәткеһен уҡыусыларҙан килгән хаттар ҙа ифрат байыта. Ейәнсура районы Өмбәт ауылынан Әхмәҙулла Абдуллин «Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!» тигән хатында әсәһе Ғилминур Ғилман ҡыҙы Ҡотошеваның Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләй.
Һис һүҙһеҙ, телевидение – мәҙәниәтебеҙҙең мөһим бер өлөшө
ул. Хатта һанлы технологиялар һәм интернет-каналдар үҫешкән осорҙа ла һәр кем әһәмиәтле тапшырыуҙарҙы һәм уларҙың мөләйем алып барыусыларын көтөп ҡалалыр. Гөлнур Ишбулатованың «Экран биҙәге – ҡатын-ҡыҙ» мәҡәләһе «Башҡортостан 24» каналында эшләүсе гүзәл заттар тураһында булыр. Журналыбыҙҙа сыҡҡан 2021 йыл календарын да ошо каналдағы алып барыусыларҙың нурлы йөҙҙәре йәмләй.
Әбйәлил районы Хәлил ауылында йәшәп ижад итеүсе Флүрә Низамованың «Тауыҡ һурпаһы» хикәйәһе тормош, бәхет һәм мөхәббәт хаҡындағы мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
Донъяға төрлө бейеклектән бағып, һынсыл түгел, ә һоҡланыулы, ғәмле ҡараш менән ҡараусы Гөлнара Хәлфетдинованың яңы шиғырҙары, һиҫкәндереп, төпкөл аңды уята ла йәшеренеп ятҡан хис-тойғоларҙы яңыса балҡыта. «Күңел монаяты туплай кеше мәңгелеккә әйләнеп ҡайтыуға!» – йәнгә моң булып яғылған шәлкем шундай баш аҫтында донъя күрә.
«Олоғайған көндә туғандар менән аралашып, тыуған яҡта йәшәү – оло бәхет», – ти Ҡаҙағстанда ғүмер итеүсе милләттәшебеҙ Әлфиә Мажинова. Гөлназ Ҡотоеваның «Тыуған яҡҡа йән тарта» яҙмаһында ауыр һынауҙар үткәреп, яңынан йәшәп китерлек ҡөҙрәт тапҡан көслө рухлы ханым һәм уның яҙмышы менән танышырһығыҙ.
Күҙгә күренмәҫ дошман – коронавирус сәскән шомдан бөгөн хәмер ярҙамында ҡотолорға тырышыусылар байтаҡ. Спиртлы эсемлек вирусҡа нисек йоғонто яһай? Ни өсөн кеше хәмер ҡоллоғона тиҙ төшә лә унан сығыу юлдарын таба алмай яфалана? 2-се республика наркология диспансерының баш табибы Азат Әсәҙуллин менән Альмира Кирәева ҡорған «Хәмер илткән упҡын хәтәр» тигән әңгәмәлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырһығыҙ.
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы бер күлде Типтәрге тип йөрөтәләр. Ниндәй һүҙ һуң ул Типтәрге? Күренекле ғалим Рәшит Шәкүр «Күк ыласын оса күл бауырҙап...» тигән яҙмаһында ошо атаманың килеп сығышын бәйән итә.
«Коронавирус сирен кисергән һәр кем, уның нисек үтеүенә
ҡарамаҫтан, һуңынан һаулығын нығытыуға мохтаж», – тип раҫлай Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажева. Ковидтан һуң реабилитацияны медицина полисы буйынса, йәғни бушлай ҡайҙа, нисек уҙырға? Светлана Рәйес ҡыҙы «Сирҙән һуң шәбәйәм тиһәң» тигән мәҡәләлә шул турала аңлатма бирә.
«Мөсәлдең икенсе – Һыйыр – йылы килә. Бәрәкәтле генә йыл булыр, тип юрайыҡ, ана бит, халыҡ һынамыштары нимә ти: «Һыйыр йылы – һыйлы йыл», «Һыйыр йылы – туҡлыҡ», – тип яҙа Гөлшат Рафатова. Уның «Һыйлы йыл килә!» тигән мәҡәләһендәге кәңәштәре мөғжизәле байрамды онотолмаҫлыҡ итеп үткәрергә теләүселәр өсөн бик урынлы булыр.
Яңы йыл байрамы – һәр хужабикәнең оҫталығын, ижади хыялын, маһирлығын күрһәтеү мәле ул. Йырсы Гөлсинә Мөхәмәҙиеваның байрам табынына ниндәй һый әҙерләйәсәген Гөлшат Ҡунафина «Донъялар именлеге ҡайтһын!» тигән яҙмаһында тасуирлай.
Был һанда шулай уҡ баҫманың 2020 йылғы лауреаттары, Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» публицистик яҙмалар конкурсы еңеүселәре хаҡында ла мәғлүмәт урын алған.
Журналдың һуңғы битен, күңелдәргә байрам кәйефе өҫтәп, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан Алина Йомаева ижад иткән биҙәүес һүрәттәре балҡыта.