ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр журналға аҙыла, бергәләп видеоға төшә һәм уны редакцияға [email protected] электрон адрес буйынса ебәрә; эстафетаны күрше өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советына, ағинәйҙәр ҡорона тапшыра. Ауылдар, исемләп, видеояҙмала атап үтелә. Флешмоб-эстафетаға хеҙмәт коллективтары, бер урамда йәшәүселәр, ут күршеләр ҡушылһа, уны артабан тапшырһа, республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһына ҙур ярҙам һәм терәк булыр ине.
Дөйөм көс менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тиражын күтәрәйек! Ил төкөрһә, күл була, тип юҡҡа әйтмәй бит халҡыбыҙ.
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша; Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 628 һум 08 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!