Шулай уҡ республика гәзит-журналдары үткәргән «Яҙыл һәм от!» акцияһында ла ҡатнаша алаһығыҙ.
Бының өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан тыш, тағы бер баҫмаға яҙылырға кәрәк.
Был акция сиктәрендә бүләккә ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электр самокаты, ҡарҙан таҙартҡыс һәм шулай уҡ уникаль приздар: «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын джерсилары, «Өфө» футбол клубының уйынсылары автографтары менән футболкалар уйнатыла.
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша; гәзит һәм журналдар редакцияларында; Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ. Квитанцияларҙың күсермәһен һәм акцияла ҡатнашыу өсөн заявканы (исем-шәрифегеҙҙе, телефонығыҙҙы күрһәтеп) 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50-йыллығы урамы, 13 адресы буйынса «Башҡортостан Республикаһы» матбуғат йортона, йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына «Яҙыл һәм от!» билдәһе менән ебәрегеҙ. Икенсе нөсхәһен «Башҡортостан ҡыҙы» журналының bashkizi@yandex.ru электрон почтаһына адресларға онотмағыҙ.
Приздар 2021 йылдың 27 ғинуарында «Сәләм» телетапшырыуында уйнатыла. Ә «Башҡортостан ҡыҙы» бүләктәрен отоусылар хаҡында айырым хәбәр ителәсәк.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Журналға ярты йылға яҙылыу хаҡы – 628 һум 08 тин.