+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
27 Ноябрь 2020, 16:05

«Башҡортостан ҡыҙы»н – әсәйҙәргә!»

29 ноябрҙә билдәләнгән Әсәйҙәр көнө айҡанлы журнал редакцияһы «Башҡортостан ҡыҙы»н – әсәйҙәргә!» аҙналығы иғлан итә.Беҙҙең баҫманы төрлө быуын ҡатын-ҡыҙҙары үҙ итә. Тоғро дуҫтарыбыҙ араһында бигерәк тә оло һәм урта йәштәге гүзәл заттар күп. Үкенескә ҡаршы, донъяны баҫып алған коронавирус сире арҡаһында улар ваҡытын башлыса өйҙә үткәрә, почта бүлексәләренә барып, яратҡан «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙыла алмай.

Хөрмәтле әхирәттәр, ҡәҙерле дуҫтар! Әйҙәгеҙ, әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе ҡыуандырайыҡ, Әсәйҙәр көнө айҡанлы уларға «Башҡортостан ҡыҙы» журналын бүләк итәйек!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылға яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатыла.
Бының өсөн редакцияға квитанция күсермәһен ебәрегеҙ. Һеҙҙе электр сәйнүге, ит турағыс, блендер, мультиварка һәм бүләктең иң күркәме – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы логотибы төшөрөлгән сәйнүк көтә!
Шулай уҡ республика гәзит-журналдары үткәргән «Яҙыл һәм от!» акцияһында ла ҡатнаша алаһығыҙ.
Бының өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан тыш, тағы бер баҫмаға яҙылырға кәрәк.
Был акция сиктәрендә бүләккә ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электр самокаты, ҡарҙан таҙартҡыс һәм шулай уҡ уникаль приздар: «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын джерсилары, «Өфө» футбол клубының уйынсылары автографтары менән футболкалар уйнатыла.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: