+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Ноябрь 2020, 12:55

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ноябрь һанына күҙәтеү

Ҡыштың яҡынлашыуын тойҙороп һалҡыны менән семеткән уйланыулы-һағышлы көҙҙөң һуңғы ноябрь айында донъя күргән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 2021 йылда ла баҫма уҡыусылары менән бергә ҡалырбыҙ, тип ышана һәм беренсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыуҙың тамамланыуға барыуы, ашығыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Быйыл да баҫмаға яҙылыусылар иҫтәлекле бүләктәр ота ала. Улар араһында ноутбук, һыуытҡыс, телевизор һәм башҡа ҡыйбатлы приздар бар.

Бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән олуғ шәхестәрен, атайҙарын, әсәйҙәрен юғалтып, оло ҡайғылар кисергән замандаштарыбыҙ, ғөмүмән, һәммәбеҙ күҙгә күренмәгән «дошман» – тажлы ковид – алдында баҙап ҡалдыҡ. Был хәлдәр – кешелеккә ваҡытлыса бирелгән һынау. Сабыр булайыҡ! Баш мөхәррир һүҙе ошо хаҡта булыр.
Журнал тышлығын биҙәгән тағы бер эшлекле һәм мөләйем ханым – «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина. Медицина институтын тамамлағандан һуң бөтә тормошон ошо өлкәгә арнаған, кешене дарыуҙар тәьминиәтенән өҙмәҫкә тырышҡан предприятиены етәкләүсе гүзәл замандашыбыҙ хаҡындағы очеркты Гөлназ Ҡотоева әҙерләне.
Бик көслө, бәҫле Моталлаповтар ғаиләһендә тыуып үҫкән һәм ошо нәҫелдең ҡотон, ырыҫын дауам итеүсе Йылайыр районының Һултантимер ауылынан Зәйтүнә Ҡашҡарова хаҡындағы мәҡәлә – ергә ереккән, хеҙмәткә бирелгән кешеләргә бағышланған. Авторы – хеҙмәттәшебеҙ Рәсүл Байгилдин.
Топонимика серҙәрен асыусы ғалим Рәшит Шәкүрҙең киләһе материалы – Көньяҡ Уралдың иң гүзәл һәм уникаль күлдәренең береһе Түргеяҡҡа арнала.
«Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы аҫтында ҙур гонаһ булған сихыр хаҡында һүҙ барыр. Донъяла таралған сихыр тигән нәмәнең боҙоҡлоҡҡа алып барыуы тураһында яҙған Фәнирә Ғайсина, һәр кем Аллаһ Тәғәлә биргән тура юлдан тайһылмаһын ине, тип теләй.
Өфөнөң матур башҡорт ғаиләләре хаҡындағы очерктарҙы дауам итәбеҙ. Был һандағы геройҙар – Азамат һәм Ләйсән Барыбаевтар. Юғары белемле, уңған йәштәрҙең тормошо баш ҡала Өфөлә башланған. Ғаилә усағын ҡабыҙған, тәүге ҡыйынлыҡтар аша үтеп, ҙур ҡалала балаларын да башҡорт мөхитендә тәрбиәләгән күркәм ғаилә хаҡындағы материалды мотлаҡ уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Һуғыш осоронда Еңеү өсөн ауыр эш башҡарған һәр ҡатын-ҡыҙ яҙмышы – ул бөтә ил яҙмышы. Шуға ла сираттағы очерк «Ил йөгөн йөкмәгән Үлмәҫбикә» тип аталды. Унда һүҙ Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән тыл ветераны Үлмәҫбикә Әхтәмова хаҡында бара.
«Беләм йәшәү хаҡын...» Тормош һыҙланыуҙары, бала саҡ, тыуған ауыл хәтирәләре һәм уйланыуҙарҙан торған шиғриәтен даими авторыбыҙ Гөлгизәр Фәйзи тәҡдим итә.
Прозала үҙен һынап ҡараған киләһе авторыбыҙ Гөлнур Бураҡаева «Бер иртәлә» хикәйәһе аша, үҙ парыңды табып, аңлашып бергә йәшәүҙең ни тиклем ҙур көскә эйә булыуы хаҡындағы уйланыуҙарын еткерә. Үҙе етди сиргә дусар булғас, инвалидтарға ярҙам итәсәкмен тигән ижадсының вәғәҙәһе ошо әҫәрҙә лә сағылыш тапҡан.
Тажлы вирусҡа бирешеүселәр араһында шәкәр сире менән яфаланыусылар йыш осраны. Пандемия осоронда уларға нисек һаҡланырға? Ошо турала Альмира Кирәева медицина фәндәре кандидаты Гөлзифа Әбүшахманова менән әңгәмәләште.
Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған теш табибы Зөлфиә Минһажева теш дауаларға килгән һәр пациентты: «Барыһы ла яҡшы буласаҡ», – тип ҡаршы ала. Һәр эште юғары оҫталыҡ менән башҡарған табип хаҡындағы материалыбыҙ ҙа ошо һанда донъя күрҙе.
«Ҡыҙыҡлы әңгәмә» рубрикаһы аҫтында Башҡортостандың Салауат Юлаев дәүләт премияһына лайыҡ булған билдәле кинорежиссер Булат Йосопов менән осрашыу көтә. Ул башҡорт киноһы хаҡындағы фекерҙәре менән хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Ишбулатова менән уртаҡлашты.
2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә Швейцарияла йәшәүсе алдынғы ҡарашлы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес менән бик матур әңгәмә үтте. Айһылыуҙың, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, кем генә булһаҡ та, беҙ – башҡорттар, тигән фекере уның бөтә тормошона, булмышына ҡағыла.
«Атай көндәлегенән» балаһының тормошона битараф булмаған ир-егеттәр араһында популяр була бара. Баҡтиһәң, сабыйының күңел торошон, холоҡ-фиғелен күҙәтеү, һығымталар яһау атайҙарға ла хас икән. Көндәлек биттәренән бирелгән сиратағы материалда ла малайҙарының үҫеүен күҙәткән атай яҙмалары булыр.
Яңы йылдың байтаҡ байрамдары кисектерелһә лә, бүләк биреү традицияларынан бер кем дә азат түгел. «Яңы йылға нимә бүләк итергә?» – тип баш ватыусылар «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһында бейәләй баҫыу серҙәрен өйрәнә ала.
«Тәмлекәс» рубрикаһы аҫтында һеҙҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар мәхәррире, ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе Вәрисә Ниғмәтуллина менән осрашыу көтә. Ул әҙерләгән ризыҡтарҙы байрам табынына ҡуйырға теләһәгеҙ, рубрикаға рәхим итегеҙ.
«Рәссәм оҫтахаһында» йәнә бер Салауат Юлаев премияһы лауреаты, төрлө жанрҙа уңышлы ижад иткән Хәтип Фазыловтың эштәре менән танышырға саҡыра.
Был һанда шулай уҡ оҫтабикә, Хәйбулла ҡыҙы Гөлнур Ғәббәсова йөрәк йылыһын изге теләккә ҡушып башҡарған үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: