+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
21 Октябрь 2020, 12:34

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь һанына күҙәтеү

«Бер заман, 2012 йылда, Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәп ябылыу ҡурҡынысы килеп тыуа. Сөнки уҡыусылар һаны тейешленән кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар бәләкәй күрше ауылдарҙан район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә интернатта ятып уҡырға мәжбүр балаларҙы йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бер тин хаҡ һорамай бушлай ҡарай. Әлеге көндә мәктәп нисек йәшәй, коллектив ни хәлдә, уҡыусыларҙың кәйефе нисек? «Башҡортостан ҡыҙы» журналы Сурай ауылында ҡунаҡта булды». Журналдың тышлығын биҙәгән Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Әлшәй районы Сурай мәктәбе директоры Зәкиә Солтангәрәева тураһындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева «Балаларға арналған ғүмер» тип атаған.

«Сабый сәләмәтлегенә ҡағылышлы бәләкәй генә шик тыуһа ла, уны ҡосаҡлап, табипҡа йүгерергә кәрәк. Алтындан мең ҡиммәт ваҡытты юғалтыу бәләкәскә ярҙам итеү мөмкинлеген әллә нисә тапҡырға кәметә». Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге директоры Зөлфирә Юлдашбаева шулай тип кәңәш бирә. Ойошма хаҡында «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһы аҫтындағы Альмира Кирәеваның «Бала хаҡына»мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.
«1993 йылдан алып донъялағы барлыҡ илдәрҙә октябрь түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы булараҡ үтә. Был сир эшкә һәләтле йәштәге, йәғни йәшнәп йәшәр саҡтағы гүзәл затты инвалидлыҡҡа килтергән, уның ғүмерен өҙгән сәбәптәр араһында «беренсе урынды» биләй. «Башҡортостанда түш яман шеше менән ауырыусы 17 меңдән артыҡ ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора. Былтыр сир 1800 гүзәл затта асыҡланһа, быйылғы йыл аҙағына тиклем ул һан 2000-гә етер, тип күҙаллайбыҙ. Йыл һайын унан яҡынса 450 ҡатын-ҡыҙ вафат була», – тип һиҫкәнерлек һандар килтерә Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиев». «Сихәт» рубрикаһы сиктәрендә «Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ», – тип саҡыра ул.
«Ерҙә иң йәмһеҙ, ҙур гонаһтарҙың береһе зина ҡылыу иҫәпләнә, йәғни никахһыҙ енси мөнәсәбәткә инеү. Ҡөрьәндә был хаҡта: «Зинаға яҡын килмәгеҙ, был – бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» – тип ҡәтғи киҫәтелгән. Фәнирә Ғайсина «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы аҫтында зина гонаһы хаҡында яҙа.
Гөлнур Ишбулатованың «Аҡмулла васыятына тоғро» мәҡәләһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, республиканың мәғариф отличнигы Рәмзиә Мөхибуллина хаҡында булыр.
Баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева «Бөтә Рәсәй-2020» XXIV заманса журналистика форумында ҡатнашты. Сәфәрҙә уға Сочи башҡорттары менән танышырға насип булған. Сит тарафтарҙа милләттәштәребеҙ нисек йәшәй? Ни менән шөғөлләнә? Был хаҡта киләһе яҙманан уҡырһығыҙ.
«Ҡатын-ҡыҙҙарға, шулай булығыҙ, тип аҡыл һатҡым килмәй. Һәр кемдең башында үҙ аҡылы бар. Ләкин театрға йышыраҡ йөрөргә тәҡдим итер инем. Сөнки үҙемдән биргән аҡылға ҡарағанда, сәнғәт биргән һабаҡ күпкә мөһимерәк һәм фәһемлерәк. Сәхнәләге ҡатын- ҡыҙҙың драматик яҙмышы күп һорауҙарға яуапты үҙе әйтеп бирәсәк», – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова. Гөлнур Ишбулатова актриса менән «Ҡыҙыҡлы әңгәмә»ойошторған.
«Улы балалар баҡсаһынан ҡайта ла әсәһенән: «Нишләп миңә исем ҡушманығыҙ?» – тип һорай. Аптыраған әсә: «Бик матур исемең бар – Илшат. Бөтә ил һиңә бик шат», – ти. «Улай исем булмай. Саша, Коля йә Сергей, тип ҡушмағанһығыҙ бит», – тигәс, баланың күңел кисерештәренең сәбәбен аңлай». Был юлдар – Айбулат Ғафаровтың «Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә» рубрикаһы аҫтындағы «Атай көндәлегенән».
«Әҙәби балҡыш». Был рубрика аҫтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың шиғырҙары, Зилә Псәнчинаның «Айғыр әбей» хикәйәһе менән танышырһығыҙ.
«Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» акцияһына килгән һәр хат тетрәндерә, уйландыра. Был һанда Бишбүләк районы Дүсән ауылынан Миләүшә Әминеваның өләсәһе Бербикә Йомағолова хаҡында яҙмаһы урын алған.
«Топонимика серҙәре» рубрикаһы аҫтында яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр «уй» географик термины хаҡында аңлатып яҙа.
«Тажлы вирусмы, әллә киҙеүме!» «Яҙ башында килеп, бар донъяны ялмаған коронавирус йәйге селләлә юҡҡа сығыр, тип көтөүҙәр ҙә, шунан көҙөн китер, тигән өмөттәр ҙә бушҡа булды – ул ҡышларға ҡалды. Әле, киҙеү миҙгеле еткәс, ауырып китеүселәр: «Грипмы миндә, әллә шул «тажлы» сирме икән?» – тип шомлана. Тәүге билдәләре оҡшаш коронавирус менән грипп нисек айырыла? Гриптан прививка яһатыу организмды коронавирус алдында көсһөҙләндермәйме?» Альмира Кирәеваның ошо һәм башҡа һорауҙарына «Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды» рубрикаһы аҫтында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Вәлишин яуап бирә.
«Парлы ғүмерҙәр» рубрикаһында Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Юнир Тимербулатов 40 йыл ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотошоп, парлы тормоштоң матурлығын, өҫтөнлөгөн үҙ миҫалдарында раҫлап йәшәгән Хәбирә һәм Фирғәт Ишморатовтар хаҡында яҙған. Мәҡәлә «Уңған ҡатын – ил күрке» тип атала.
Биҙәнеү әйберҙәре индустрияһы ни тиклем алға китһә лә, йөҙ-башты күркәмләүҙә тәбиғилеккә иғтибар арта ғына. Һылыуҡайҙар, һәр өйҙә булған нәмәләрҙе ҡулланып, яңынан-яңы ысулдар уйлап табыуын дауам итә. «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһының был һандағы темаһы – битлектәр. Йөҙөгөҙ айҙай балҡыһын, әхирәттәр!
«Был донъяла әүлиәләр бармы?» – тигән һорау бирһәләр, «Бар, ул – беҙҙең әней!» – тип яуаплар инем». «Беҙгә килгән хаттарҙан» рубрикаһында Күмертау ҡалаһынан Раушания Бикмаева ҡәйнәһе Фәриҙә Бикмаева тураһында яратып, үҙ күреп яҙа.
Тормош ағышы йылдамлана барған һайын, беҙ ҙә уның артынан етешергә тырышабыҙ. Һәр нәмәне йәһәтерәк, шәберәк башҡарырға ынтылабыҙ. Был ризыҡ әҙерләүгә лә ҡағыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Зилә Сәйетова ла – тормошто, көнитмеште еңелләштереү, ябайлаштырыу яғында. Уның ҡунаҡтарҙы ниндәй ризыҡ менән һыйлағанын белгегеҙ килһә, «Тәмлекәс» рубрикаһын уҡығыҙ.
Журналдың дүртенсе тышлығында Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Зарема Сынбулатованың ҡул эштәре менән танышырһығыҙ.

Күҙәтеүҙе Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: