+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
1 Октябрь 2020, 13:36

Ашыҡ: ташлама менән матбуғат баҫмаларына яҙылыу декадаһы башланды

Бөгөн, 1 октябрҙә, республикала ташлама менән матбуғат баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ул 11 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Үҙәк баҫмаларға хаҡтар 10 процентҡа түбән булһа, республика гәзит-журналдарына 15 процентҡа арзаныраҡ яҙылырға мөмкин буласаҡ.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы Башҡортостандағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы. Үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл тиражы кәмей.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Үҙегеҙ яҙылығыҙ, әсәйҙәрегеҙгә, өләсәйҙәрегеҙгә бүләк итегеҙ, дуҫтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы.
Ун көнлөк ваҡытында, 11 октябргә тиклем, ярты йылға журналға яҙылыу хаҡы –565 һум 14 тин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылға яҙылып, квитанцияһын ебәреүселәр араһында лотерея ярҙамында матур бүләктәр уйнатыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: