+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Сентябрь 2020, 12:59

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының сентябрь һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы»ның сентябрь һаны билдәле шағирә, баҫманың тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Әйләнгән ул һайрар ҡошҡа» тигән яҙма менән асыла. Журнал тарихы башында торған әҙибәнең ижады бөгөн мәңгелек юлын дауам итә. Асылында изгелек нурҙары һипкән моңло ижад емештәре рухиәтебеҙҙе байытыуын, кешеләрҙең күңел күген балҡытыуын дауам итә.

Бынан теүәл бер быуат элек, 1920 йылдың 19 сентябрендә, Стәрлетамаҡта, ул ваҡытта йәш республиканың баш ҡалаһында, тәүге ҡатын-ҡыҙҙар форумы асыла. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның «Шанлы, данлы йөҙ йыллыҡ» тип исемләнгән мәҡәләһе – шул тарихи ваҡиға хаҡында. «Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫҡан дәүерҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте мөһим ваҡиғаларға йылдам ҡушылыуы, үҙ фекерен һәм ҡарашын төплө белдереүе менән республика тормошонда ҙур урын биләй», – тип яҙа автор.
Талантлы яҙыусы, тормошто ситтән ҡарап түгел, ә уртаһында ҡайнап өйрәнеүсе Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмә «Көс сығанағы» тип атала. Уның кинәт инглиз телен үҙләштерергә тотоноуы, ер аяғы, ер башына ¬ Амстердамға – уҡырға сығып китеүе, Африкаға барып әйләнеүе, тыуған яғы Ейәнсура районындағы Иҙәш ауылына ҡайтып, икмәк бешерергә тотоноуы ҡайһы бер кешеләргә аңлашылып та етмәҫ. Яҙыусы менән әңгәмә барышында Гөлназ Ҡотоева ул һорауҙарға яуапты ипләп кенә тағата бара... Әҙибәнең бөгөнгө йәшәйеш хаҡындағы уй-фекерҙәре уҡыусыларыбыҙға, һис шикһеҙ, бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр, тип ышанабыҙ.
«Ҡапыл ғына ҡарағанда игеҙәктәй күренгән апалы-һеңлеле ханымдарҙы тыңлайым да, халҡыбыҙҙы гүзәл милләт иткән хистәрҙең береһе ул – туғанлыҡ тойғоһо, тием. Был ҡөҙрәтле хисте йөрәгендә йөрөткәнгә күрәлер, Әбйәлилдә тыуып үҫкән мәғариф уңғандары Рәйлә Сөләймән ҡыҙы Хафизова менән Рәйсә Сөләймән ҡыҙы Нурғәлина иң һынылышлы мәлдәрҙә лә йән бөтөнлөгөн сайпылтмайынса ғүмер кисерә» – был юлдар Альмира Кирәеваның «Туғанлыҡ ҡәҙере» тигән мәҡәләһенән. Бер-береһен тын алышынан тойоп йәшәгән күп туғандарҙың хис-тойғоларына ауаздаштыр апалы-һеңлеле икәүҙең кисерештәре.
Бер һынау хатта иң көслөләрҙең дә бәкәленә һуғып, баш осондағы ҡояшты һүндерергә мөмкин: ғәзизенең дауалап булмай торған сиргә тарыуы. Бөгөнгө көндә республикала 20 меңдән ашыу оло кеше һәм 600-ҙән артыҡ бала һауыға алмаҫтай сиргә дусар. Республикала ундай сырхауҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн терәк булаһы йорт – хоспис төҙөлә башлауы хаҡында Альмира Кирәеваның «Һуңғы һулыш йорто, тимәгеҙ» тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.
Сәхнәләргә ярһыу рух, ҡанатлы күңел менән атылып инеүсе «Хаят-Исмаил» рок төркөмөнөң сығыштарын тулҡынланмайынса тыңлап булмай. Төньяҡ-көнбайыш диалектта яңғыраған «Без – башҡортлар!» йырын сәхнәгә сығарыусы Хаят һәм Альберт Исмаил менән Гөлназ Ҡотоева «Без – башҡортлар!» тигән мәҡәләһендә таныштыра.
Сәсмә әҫәр яратыусылар был һанда Хәлиҙә Чембарисованың «Сигелгән ҡулъяулыҡ» тигән хикәйәһен яратып уҡыр, тип уйлайбыҙ. Ә шиғриәт һөйөүселәргә Мәүлит Ямалетдиндың уйҙар даръяһына һалырлыҡ «Әсә һөйөүе» балладаһы тәҡдим ителә.
Ҡулыбыҙҙағы медицина полисы мөмкинлектәрен, һаулыҡ һаҡлау тәңгәлендәге хоҡуҡтарыбыҙҙы аңлатыусы даими авторыбыҙ, Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса эксперт Светлана Минһажеваның «Һиҙҙермәйенсә, өнһөҙ генә сирләй...» тигән мәҡәләһе – бөйөр эшмәкәрлеге ныҡ боҙолғанда бушлай медицина ярҙамы алыу хаҡында.
Айбулат Ғафаровтың бер нисә ай рәттән донъя күреүсе «Атай көндәлегенән» яҙмалары ата-әсәләрҙе балаларының бәләкәй сағына алып ҡайта һәм сабый тормошондағы һәр ваҡиғаның уның шәхес булараҡ үҫешенә нигеҙ һалыуы хаҡында һөйләй.
Баҫмабыҙ иғлан иткән «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» конкурсына килгән сираттағы яҙма «Юғалған бала саҡ» тип атала. Уның авторы Минира Үтәгәнова үҫмер генә килеш ҡорал заводында эшләгән Мининур Ырыҫбаеваның иңенә төшкән һынауҙар тураһында бәйән итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбушахмановтың бөгөнгө театрға ҡағылышлы фекерҙәренә тәрәнлек һәм ҡабатланмаҫлыҡ хас. Уның менән Гөлнур Ишбулатова ҡорған мауыҡтырғыс әңгәмә «Театр «тере» булырға тейеш...» тигән исем аҫтында баҫыла.
Әбйәлил районында йәшәүсе уҡыусыбыҙ Мәүлиә Сәфиуллина «Мәңге арбар сикһеҙлек» тигән мәҡәләлә туҡһан йәшен ҡыуыусы ил инәһе, түҙемлек һәм эшсәнлек өлгөһө Ғәлиә Ғәбделбарый ҡыҙы Хәлилованың яҙмышын тасуирлай.
Журналыбыҙҙың «Хыял өйө» рубрикаһындағы сираттағы геройҙар – Сибай ҡалаһында йәшәүсе күренекле ғалим ғаиләһе – Вилүрә һәм Сәфәрғәли Йәнтүриндар. Башҡорт рухын һаҡлаған, хужаларының тормошто яратыуы сағылған был йорттоң күркәм биҙәлеше хаҡында Гөлнур Ишбулатова «Ҡурайлы нигеҙ» тигән һүрәтләмәлә һөйләй.
Гөлшат Ҡунафина «Әсе түгел, татлы» тигән яҙмаһында витаминдар хазинаһы булған татлы боростан үҙенсәлекле рецептар тәҡдим итә. Ғаиләһен көҙгө уңыштан төрлө һыйҙар менән ҡыуандырыусы, ҡышҡылыҡты хәстәрләүсе хужабикәләрҙең күңеленә был рецептар, һис шикһеҙ, хуш килер.
Сентябрь һанында шулай уҡ Халыҡ-ара Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһе иғлан ителеүе хаҡында белдереү ҙә урын алған.
Яратҡан журналығыҙ көҙгө ямғыр һибәләгән йонсоу көндәрҙә өйөгөҙгә – йылылыҡ, йәнегеҙгә нур алып инһен, тигән теләктә ҡала баҫманы ижад итеүселәр.

Күҙәтеүҙе Альмира Кирәева әҙерләне.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: