+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
17 Сентябрь 2020, 17:48

VI Халыҡ-ара Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһе

Евразия Яҙыусылар берлеге, Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары менән берлектә сираттағы хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә!

Конкурста ҡатнашыу өсөн ебәрелгән хикәйәләрҙе һуңғы тапшырыу көнө: 15 октябрь 2020 йыл.
Еңеүселәр исемлеген иғлан итеү: 10 ноябрь 2020 йыл.
Бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһын үткәреү: 2020 йылдың ноябрь-декабрь айҙары.
Хикәйәләр «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында (адресы: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат) ҡабул ителә.
ХАЛЫҠ-АРА БҮЛӘКТӘР
(уға төбәк этапта еңеүселәр дәғүә итә)
Беренсе урын: 25000 төрөк лираһы
Икенсе урын: 20000 төрөк лираһы
Өсөнсө урын: 15000 төрөк лираһы
Дәртләндереү призы: 10000 төрөк лираһы
БӘЙГЕ ШАРТТАРЫ
Бәйгеселәр башҡорт телендә яҙылған хикәйәләрен редакцияға алып килергә, почта аша йәки [email protected] адресына ебәрергә тейеш.
Әҫәрҙәрҙең башҡа конкурстарҙа еңмәгән, шулай уҡ быға ҡәҙәр бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған булыуы шарт.
Яҙыу темаһы ирекле.
Бәйгелә төрлө темаға икенән артыҡ әҫәр ҡатнаша алмай. Һәр эш 1000 (бер меңдән) кәм һәм 10000 (ун меңдән) артыҡ һүҙҙән тормаҫҡа тейеш (был яҡынса 4 биттән 40 биткә тиклем).
Бәйгегә ебәрелгән эштәрҙә бары тик псев­доним ғына ҡулланыла ала; әгәр ҡатнашыусының шәхесен танытыусы ниндәйҙер билдә табылһа, эш ярыштан төшөп ҡала.
Түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бәләкәй конвертҡа һалып, йәбештереп, автор псевдонимы ҡуйылған ижади эш менән бергә ҙур конверт эсендә ебәреү талап ителә:
  • шәхес таныҡлығы
  • тулы адрес
  • биография
  • бер фотография
  • Хикәйәнең компьютерҙа 12 шрифт менән баҫылыуы һәм биш данала ебәрелеүе шарт. Бәйгелә призлы урынды алыусы хикәйә киләсәктә китап итеп баҫтырылғанға күрә, хат эсендә уның СD йәки флэш-картаға яҙҙырылған Word форматындағы версияһы ла булырға тейеш.
    Бәйгелә ҡатнашыусы хикәйәләр кире ҡайтарылмай. Призлы урындарҙы яулаған хикәйәләрҙең барлыҡ хоҡуҡтарына тулыһынса Евразия яҙыусылар берлеге эйә буласаҡ.
    Бүләкләү тантанаһы онлайн үтәсәк.
    Читайте нас: