+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
1 Сентябрь 2020, 18:48

«Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылып бүләк от!

1 сентябрҙән 2021 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Иң тәүҙә һүҙемде оҙаҡ йылдар дуҫлыҡты өҙмәй дауам иткән «Башҡортостан ҡыҙы» журналын алдырып уҡыусыларға ҙур рәхмәтемде белдереүҙән башлар инем. Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, улар баҫмабыҙға тоғро ҡала һәм рәхмәттәрен, ҡыҙыҡлы фекерҙәрен белдереүҙән туҡтамай. Редакция иһә яҙылыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандыра. 2021 йылға яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр араһында ла лотерея ярҙамында матур бүләктәр уйнатылсаҡ. Шуларҙың иң күркәме – «Башҡортостан ҡыҙы» логотибы яҙылған сәйнүк!

Гәзит-журналдарға почта аша, Рәсәй Почтаһы йәки «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң rbsmi.ru сайттары аша яҙылып була.
Дуҫтар, ашығығыҙ! «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылып, квитанцияларығыҙҙы беҙгә ебәрә һалығыҙ!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: