Беҙҙең табиптар – герой! Быны бөгөнгө ысынбарлыҡ күрһәтте. Ер йөҙөн солғап алған вирусҡа ҡаршы миллион һумдар ҙа, алтын- хазиналар ҙа ярҙам итә алмай, барыбыҙ ҙа – байы ла, ярлыһы ла – аҡ халатлыларға ҡарап ҡалдыҡ. Журнал тышлығында – Баймаҡ районында билдәле табиптар династияһын дауам итеүсе Әлиә Зөлҡәрнәева. Бер ғаилә республика медицинаһына дүрт табип тәрбиәләп биргән. Шуларҙың береһе – Әлиә Ғиззәт ҡыҙы – атаһы юлын дауам итеүсе юғары категориялы белгес тә, гүзәл ҡатын-ҡыҙ ҙа. Уның хаҡындағы очеркты ошо һанда уҡығыҙ.
Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның Ейәнсура яҡтарына сәфәре тағы ла бер фәлсәфәүи уйланыуҙарға нигеҙ булды. Шул тарафтарҙа йәшәгән ҡәләмдәштәр менән осрашыу, улар аралашҡан кешеләр тормошона байҡау яһау – осҡонһоҙ ут тоҡанмай, йышыраҡ килергә кәрәк был яҡтарға, тигән һығымтаға этәрә авторҙы. Йәшәүгә ынтылып ятҡан ауыл кешеләренең тормошо тағы ла бер мәҡәләне биҙәне.
Балаларының нисек үҫеүен әсәйҙәр генә түгел, атайҙар ҙа күҙәтеп бара икән. Сабыйҙарының тәпәй баҫыуы, тәтелдәп нимәлер һөйләүе, баҡ тиһәң, атайҙар өсөн дә ҡыҙыҡ. Ҡатыны өйҙә юҡта, бер көндө кескәй улдары менән үткәргән, бала бағыуҙан да ауырыраҡ хеҙмәт юҡлығын таныған атай көндәлегенән тағы бер яҙма бирелә был һанда.
Телевидение эфирҙарынан мөләйем йылмайған алып барыусы, өс бала тәрбиәләгән әсә, әүҙем тормош позицияһы алып барған кеше ул сирттағы геройыбыҙ – Светлана Насирова-Сөләймәнова. Үҙе шиғыр, йыр яҙа, үҙе йырлай: «Күп балалы ғаилә ҡороуҙан ҡурҡмайыҡ. Тормош ысынбарлығын күрә беләйек», – ти Светлана. Уның менән осрашҡан коллегабыҙ Гөлшат Ҡунафинаның мәҡәләһе һеҙҙе Светлана менән яҡындан таныштырыр.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында шағирә Эльмира Сәсәнбаева менән осрашыу көтә.
Тормош мәшәҡәттәренән арынып бер аҙ көлөп алырға ла була. Яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың «Ҡиммәтле кейәү» сатирик хикәйәһе замандаштарының карикатур образын һүрәтләгән. Был һанда сатира һәм юмор оҫтаһы булған яҙыусының әҫәре журнал уҡыусылары хөкөмөнә сыға.
Башҡорт Венецияһы ҡайҙа урынлашҡан? Филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр ғәжәйеп матур урын Дүртөйлө районының Венеция ( икенсе исеме – Алпан дачаһы) исемле башҡорт ауылы хаҡында бәйән итә.
Реабилитация – дауалауҙың ифрат етди өлөшө. Ул тейешенсә уҙғарылмаған икән, бөтә тырышлыҡ юҡҡа сығырға мөмкин. Өҙлөкмәй генә һауығам тиһәң, белгестәр кәңәшен тыңла. Башҡортостандың мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажева ошо турала һөйләй.
Шөкөр итә белеүҙең көсө – Аллаһтың бөйөклөгө, ҡөҙрәте, беҙгә күрһәткән миһырбанлығын онотмауҙа. «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы шөкөр итеүҙең оло фазиләттәрен ҡарап китә.
Сәхнә йондоҙҙарын йәки башҡа популяр кешеләрҙең тормошон күҙәтеү өсөн бөгөн «папарацци» булырға кәрәкмәй. Улар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәре кисергән ваҡиғаларҙы киң яҡтыртып бара. Был һанда беҙ «йондоҙло яңылыҡтарға» бер аҙ байҡау яһарбыҙ.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа яңғыҙ ҡалған, күп бала тәрбиләгән апай-инәйҙәр ауыр яҙмыш һынауҙары аша үткән. Уларҙың һәр береһенең тормошо бер роман яҙырлыҡ. Баймаҡ районы Байыш ауылының донъя тотҡалары булған ҡатындар хаҡында авторыбыҙ Рәйсә Үҙәнбаева яҙған.
Бейеү – уның булмышы. Күңелендәге бейеү ялҡынын халҡына еткереү ҡөҙрәте булған Вәжиһә Фәттәхова хаҡындағы мәҡәләне Альмира Кирәева әҙерләне.
Ванна бүлмәһен нисек ойошторорға? Бәләкәс кенә бүлмәлә кәрәкле әйберҙәрҙе тиҙ генә табып буламы икән. Ошо һәм башҡа һорауҙарға «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһы яуап бирә.
«Самауырлы – ҡотло өй»ҙөң хужабикәһе, актриса Гөлшат Ғайсина – «Хыял өйө» рубрикаһының сираттағы геройы. Ауыл тормошон гастролдә тәүгә күргән ҡала ҡыҙы бөгөн үҙ йорто менән йәшәй. Буласаҡ йорт өсөн актриса һәм уның ғаиләһенән кәңәштәрҙе ошо һанда уҡырға мөмкин.
Артистар ғаиләһе «Тәмлекәс» рубрикаһын да дауам итә. Салауат һәм Сәлимә Юлдашбаевтарҙан ташҡабаҡлы торт һәм сейәле бәлеш һеҙҙең дә күңелегеҙгә хуш килер.
Архангель районы ҡыҙы Вәсилә Камалетдинованың ҡул эштәре журналыбыҙ битен биҙәй. Уның белмәгән һөнәре юҡ, милли кейем дә тегә, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәрен дә эшләй, картина ла сигә. Күркәм замандашыбыҙҙың үҙе һәм эштәре менән танышырға тәҡдим итербеҙ.