«Әлшәй районы Баязит ауылы ҡыҙы хеҙмәт ветераны Рәсимә Шакированың тормош юлына сәскәләр һибелмәгән. Күңеле ҡатмай, кешеләргә, туғандарына ярҙамсыл, ҡыҙыҡһыныусан, наҙлы зат булып, һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа ул. 30 йылға яҡын БДУ методисы булып эшләп, хаҡлы ялға китә»... Тышлыҡты биҙәгән нәзәкәтле ханым хаҡындағы мәҡәлә «Яҙмышҡа яҙыла бәхет» тип атала. Авторы – Гөлназ Ҡотоева.
Гөлнур Ишбулатованың «Шағир ҡатыны Маһиҙә» тигән мәҡәләһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың илһамиәте, тоғро дуҫы, фекерҙәше һәм ғүмерлек тормош юлдашы Маһиҙә апай Игебаева хаҡында булыр.
«Топонимика серҙәре» рубрикаһы аҫтында яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүлдең атамаһы килеп сығышы тураһында уйлана.
«Сәхнә артындағы тормошто тамашасы күрмәгән кеүек, табиптарҙың донъяһын белмәйбеҙ. Һәр ғүмер өсөн уларҙың ниндәй фиҙакәрлек менән көрәшеүен күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Коронавирус тигән афәт беҙгә уларҙың, өнһөҙ генә бурыстарын үтәп, әҙәм балаларын ҡотҡарыусы аҡ халатлы фәрештәләр икәнен иҫкә төшөрҙө», – тип яҙа Альмира Кирәева. «Сихәт» рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәлә эпидемияның тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта – «ҡыҙыл зона»ла көрәшкән табиптарҙың береһе – Валентина Андреева хаҡында булыр.
«Яҡшылыҡ эшләү – халҡыбыҙҙың ҡанында» . Альмира Кирәеваның «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды етәксеһе Гөлнара Хәмиева менән ҡыҙыҡлы әңгәмәһе шулай атала.
«Айгиз кешене төрлөсә атап ҡарай. Үҙенсә тәжрибә үткәрә. Миңә: «Әсәй. Һин бит әсәй», – ти ҙә, был яңы исемде нисек ҡабул итер икән тип, текләп тора. Ҡушамат таға. «Һин – ултырғыс», «һин – баҡа» кеүек һүҙҙәр менән өндәшә лә, күҙен хәйләкәр ҡыҫып, ни әйтереңде көтә...» «Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә» рубрикаһындағы «Атай көндәлеге»нән был өҙөк. Айбулат Ғафаровтың яҙмалары ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
«Әҙәби балҡыш»та Розалия Солтангәрәеваның «Искәндәргә һүҙ әйтмәгеҙ» хикәйәтенең аҙағы донъя күргән. Ошонда уҡ билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың шиғырҙарын уҡып, күңелегеҙгә ял алырһығыҙ.
«Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» бәйгеһенә хаттар ағыла ғына. Сираттағы хат – Сибай ҡалаһынан. Гөлсинә Мөхәмәтғәлина инәһе Мәхүпъямал Хәсәнова хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
«Һалдат хаттары» акцияһында ла ҡатнашырға теләгәндәр күп. Федоровка районы Юлдаш ауылынан Зиннур Ташбулатовтың хаттарын ҡыҙы Ғәлимә Яналина ебәргән.
Хәйбулла районында йәшәгән билдәле бағымсы Мәғүҙә инәй хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның мәҡәләһе үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс.
«Ҡурсаланыу көндәрендә артист хеҙмәте кәрәкмәне...» Гөлнур Ишбулатова менән Александр Данилов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Парижда ҡунаҡта булып, уның «Хыял өйө» серҙәрен күрһәтә.
Яңы помидорҙар барлыҡҡа килеүҙән туҡтамаһын, иң һуңғылары ла матур булып өлгөрһөн өсөн нимә эшләргә? Ауырыуҙарҙан нисек һаҡларға? «Шәп баҡса» рубрикаһында помидор үҫтереү нескәлектәре менән танышырһығыҙ.
Яулыҡ, шарф, бирсәткә, сумка, муйынса, беләҙек... Кейемде тулыландырған, ниндәйҙер стилде һайларға, булмышыбыҙҙы асырға ярҙамлашҡан аксессуарҙар ҡатын-ҡыҙ әйберҙәренең байтаҡ өлөшөн биләй. Өй ойоштороусы Гөлфирә Ҡотлоева бөгөн иғтибарҙы тап ошондай әйберҙәргә йүнәлтергә тәҡдим итә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Юнир Ҡоланбаевтың ғаиләһе йылдың иң гүзәл мәлен нисек үткәрә? Ниндәй тәмлекәстәр менән һыйлана? Был хаҡта Гөлшат Ҡунафина әҙерләгән «Тәмлекәс» рубрикаһында уҡып белерһегеҙ.