«Тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған» – ошондай баш аҫтындағы һүрәтләмәлә сирек быуат элек 1–2 июндә баш ҡалабыҙ Өфөлә гөрләп уҙған Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хаҡында һүҙ бара. Үҙгәртеп ҡороу зилзиләләренән шаңҡыған халҡыбыҙҙы ҡеүәтле бер көс итеп туплаусы ҡорҙо хәтеребеҙҙә яңыртып, йылъяҙманың данлы биттәрен Альмира Кирәева байҡай.
Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылған Өфө 3-сө бала табыу йортона бәпестәрен тыуҙырыу өсөн хатта Мәскәүҙең көйәҙ ханымдары ла килеүен беләһегеҙме? Ошо дауахананың егәрле лә, һылыу ҙа баш табибы Зөһрә Гурованың һүрәте баҫмабыҙ тышлығын йәмләй. Уның менән Гөлназ Ҡотоеваның «Ҡауҙылар төшкән ерҙә» тигән очергында танышырһығыҙ.
Ныҡлы ғаилә – һәр дәүләттең байлығы, таянысы. Шуға күрә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдынан ғаилә темаһы айырыуса актуаль булып тора. Урта быуаттарҙа башҡорт ғаиләһенең килеп сығыу тарихын өйрәнгән ғалим Шамил Иҫәнғолов «Төплө ғаилә – дәүләт нигеҙе» тигән әңгәмәлә шул хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлаша. Фәһемле был яҙманы Гөлнур Ишбулатова әҙерләгән.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова һуңғы йылдарҙа күп сәйәхәт итә икән. Ниндәй асыштарға тап була ул йөрөгән юлдарында? Ниндәй көс әйҙәй әҙипте яңы сәфәрҙәргә? Гөлназ Ҡотоеваның уның менән ҡорған әңгәмәһе «Тамырлы ағас ҡеүәтле» тип атала. Ижады халыҡсанлыҡ менән һуғарылған яҙыусының йәшәйешебеҙ хаҡындағы уйланыуҙары һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.
«Сәхнәлә бер ҡыҙсыҡ йырлай. Моңло тауышынан хайран ҡалған тыңлаусылар уның инвалид коляскаһында икәнен дә тоймай», – тип һүрәтләй Гөлнур Ишбулатова «Сәхнәлә бер ҡыҙ бала» тигән мәҡәләлә. Һуңғы йылдарҙа сәхнәләрҙән төшмәй йырлаған 15 йәшлек Айгөл Ибраһимова һәм уның фиҙакәр ғаиләһе хаҡында уҡып, ҡиммәттәргә башҡаса ҡарай башларһығыҙ.
«Искәндәргә һүҙ әйтмәгеҙ» – билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның шулай тип исемләнгән хикәйәте сәсмә әҫәр яратыусылар күңеленә хуш килһә, Миңзәлә Шөғәйепованың шиғри шәлкемен илһамлы һүҙгә сарсаусылар бер тында уҡыр.
Коронавирус тыуҙырған үпкә ялҡынһыныуы ҡәҙимге пневмониянан ҡайһы яҡлап айырыла? Уның үҙенсәлеге нимәлә? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш пульмонологы, медицина фәндәре докторы Рөстәм Зөлҡәрнәев менән Альмира Кирәева ойошторған «Иркен һулыш – үҙе бәхет!» тигән һөйләшеүҙә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырһығыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы – журналдағы көнүҙәк темаларҙың береһе. Баҫмала барған «Һалдат хаттары» акцияһы, «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» конкурсы мәҡәләләре уҡыусыларҙы дәһшәтле йылдарға алып ҡайтып, тетрәндерер, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын тағы ла бер күҙ алдынан үткәрер.
Баҡһаң, сабыйының тәүге аҙымдарын, һүҙҙәрен, нисек үҫеүен тасуирлап, көндәлек алып барған атайҙар ҙа була икән! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн балаға атай тәрбиәһе, иғтибары етмәй. Башҡортостан ҡыҙы», Айбулат Ғафаровтың «Атай көндәлегенән» тигән яҙмаһын тәҡдим итеп, «ир-егеттәрҙе был мәсьәлә буйынса үҙ ҡарашы, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡыра.
Һәр ерҙә лә үҙебеҙгә хас уңайлыҡтар тыуҙырыу – гүзәл затҡа хас сифат. Өйҙө уңайлы ойоштороуҙы һөнәр итеп алған Гөлфирә Ҡотлоеваның был һандағы кәңәштәрен ҡала фатирындағы балконды, дачаны, гаражды тәртипкә килтереү өсөн ҡулланырға була. Гөлшат Ҡунафина шул хаҡта «Һәр ерҙә лә тәртип кәрәк» тигән ҡыҙыҡлы һүрәтләмә әҙерләгән.
Хыял өйө ниндәй булырға тейеш? Өфө эргәһендәге Зубово ауылында йәшәүсе сәнғәт эшмәкәрҙәре Сулпан Асҡарова менән Илшат Яхиндыҡы һымаҡ, тиер уларҙың йортон күреүселәр. Гөлнур Ишбулатова «Иң мөһиме – донъялар имен булһын» тигән яҙмала бәхетле ғаиләнең ҡотло өйөн тасуирлай.
Витаминдар хазинаһы шпинаттың тәмләткес үлән түгел, йәшелсә икәнен беләһегеҙме? Шпинат һеҙҙең дә өҫтәлдә лә урын алһын, тигән уйҙан сығып, Гөлшат Ҡунафина унан файҙалы һәм тәмле рецептар менән бүлешә. Табындарығыҙ ҙа, күңелдәрегеҙ ҙә түңәрәк булһын, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, киләһе ярты йыллыҡта ла бергә ҡалайыҡ!