+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Май 2020, 14:59

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының май һанына күҙәтеү

Май – илебеҙ йәмәғәтселеге өсөн иҫтәлекле ай. Журналдың был һанындағы материалдарҙың төп өлөшө оло байрамдарҙың береһе – еңеү яҙына – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.Парадтар, салюттар, тәбрикләү һүҙҙәре артта ҡалды, әммә йылда килгән еңеү айы һәр кем өсөн изге. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның баш һүҙе лә, «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған», тип башлана.

Май һанының журнал тышлығын Татарстандың – халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Зөлфиә Шакированың гүзәл һыны биҙәй. Саҡмағош ҡыҙы йәшәтеүсе лә, йәшәртеүсе лә сәхнә һәм шәхси тормошо хаҡында журнал уҡыусылары менән уртаҡлаша.
Чехословакияның халыҡ геройы, Ян Жижка партизандар бригадаһы командиры, яҡташыбыҙ Даян Мурзин үҙенең тормош иптәше Надяны һуғыш яланында осрата. Надежда Мурзина-Ермакованың мауыҡтырғыс яҙмышы: ғүмерлек мөхәббәте Даян Фәтхелбаян улы менән осраштырған партизандар отряды, парашюттан дошман тылына һикереү, һөйгәненә «тереләй» операция яһау кеүек иҫтәлектәре «Яу яланында яралған мөхәббәт» тигән мәҡәләлә бәйән ителә. Бер кинофильмға торошло тарих яҙмаһын Чехияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Миләүшә Годбодь әҙерләне.
Һуғыш темаһына арналған «Һалдат хаттары» рубрикаһы ла дауам итә. Фронттан яҙылған хәтер яҙмалары һеҙҙе тағы яу йылдарына алып ҡайтыр.
Быйыл легендар 112-се кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа, ниһайәт, Рәсәй Геройы исеме бирелде. Генералдың һәләк булыу тарихы кеүек, уның шәхси тормошо ла серле һандыҡ эсенә бикләнгән. Кем булған һуң уның яҡындары, ғаиләһе? Шайморатовтың ике мөхәббәте һәм һөйөклө ҡыҙы хаҡындағы яҙма ошо хаҡта һөйләр. Генералдың шәхси тормошона Гөлнур Ишбулатова байҡау яһаны.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында Зөбәржәт Йәнбирҙина ижады менән танышырға саҡырабыҙ. Авторҙың «Килен сәйе» хикәйәһе ауыл тормошонда һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙы һүрәтләгән.
Шағирә Тамара Искәндәриәнең ижады «Бөгөн минең диңгеҙ булғым килә» исеме аҫтында бирелгән. Әҙибәнең карапта сит илдәргә сәйәхәте барышында яҙылған шиғырҙар шәлкеме беҙҙе лә ошо сәфәргә алып сығыр, серле диңгеҙ һауаһын һулатыр.
Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлнур Ғиззәтуллина – һөнәри бейеклектең иң юғары баҫҡысына күтәрелгән педагог, моңло, ижади ханым. 30 йылдан ашыу ғүмерен балаларға телебеҙ гүзәллеген еткереүгә арнаған уҡытыусы һәм шағирә хаҡындағы мәҡәләне Альмира Кирәева әҙерләне.
Өфөгә килеп төпләнеп, баш ҡалала тормош көтөп алып киткән башҡорт ғаиләләре хаҡындағы материалдарҙы дауам итәбеҙ. Тормошто ниҙән башлаған улар, нисек фатир алыуға, эш табыуға ирешкән? «Өфө хыял ҡалаһы» тигән мәҡәләлә автор Рәсүл Байгилдин Гөлфиә һәм Фаил Солтановтар ғаиләһе менән осраштырыр.
«Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ» яҙмышында рубрикаһы Германияның Ольденбург ҡалаһына ҡыуылып алып киткән башҡорт ҡыҙы Санияның тормошо хаҡында һөйләй.
Һуғыш яланында аталарын юғалтҡан йәтим балаларҙың әсе яҙмышы, сабый сағын һуғыш урлаған һалдат балалары хаҡында Сажидә Фәйзрахманова яҙа.
Өләсәһе өйрәткәндәрҙе оло аҡыл итеп һаман иҫтә тотҡан йәнә бер уҡыусыбыҙҙың хаты журнал битен биҙәй. Хеҙмәт һәм тыл ветераны Мәүә Сөнәғәтованың ауыр яҙмышы, балаларына, ейәндәренә биргән тормош һабаҡтары хаҡында булыр ул.
Сираттағы «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы бала тәрбиләү серҙәренә төшөндөрөр.
Быйыл тәүге тапҡыр башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант программаһына индерелгән төньяҡ-көнбайыш диалектта кемдәр һөйләшә? Ошо һөйләштең сағыу вәкиле, Краснокама егете Радик Бәхтиев ошо турала үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр.
Рәсәй Президентының ҡурсаланыуҙан сығыу уңайынан, балалалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙамы кемдәргә тәғәйен? Был туралағы аңлатманы ғаилә янсығында уҡырһығыҙ.
Өйҙө йыйыштырыу, һәр нәмәнең үҙ урынын билдәләү буйынса белгес кәңәше дауам итә. Был юлы балалар бүлмәһен зоналарға бүлеү, уйынсыҡтарҙы, ҡурсаҡтарҙы урынлаштырыу, эш, белем алыу мөйөшөн нисек тәртиптә тотоу тураһында файҙалы кәңәштәр алырһығыҙ. Хеҙмәттәшебеҙ Гөлшат Ҡунафинаның һорауҙарына Гөлфиә Ҡотлоева яуап бирә.
Яу осоронда һалдаттар ниндәй тәғәм менән һыйланған? Кемдәр улар алғы һыҙыҡта ашнаҡсы булып эшләгән кешеләр. Һалдат рационы ниндәй ризыҡтарҙан торған? Ошо турала авторыбыҙ Наилә Әхмәтйәнованың мәҡәләһен уҡығыҙ.
Селтәр бәйләү оҫтаһы, Ишембай ҡыҙы Асия Вәлиева һеҙҙе оҫтахана дәрестәрендә көтөп ҡала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбы! Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республика баҫмаларына яҙылыу дауам итә. Яратҡан журналығыҙға өйҙән сыҡмай ғына podpiska.pochta.ru сайты аша онлайн яҙылырға була. Ярты йылға яҙылыу хаҡы 616 һум 68 тин. Бынан тыш rbsmi.ru сайты аша «Башҡортостан ҡыҙы»ның электрон вариантына яҙылыу мөмкинлеге бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: