+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Апрель 2020, 16:43

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының апрель һанына күҙәтеү

«Кешеләр өйҙә ултырғанда хәтирәләрен аҡтарып, журналға бәйле яҡты хистәре менән уртаҡлашты. «Башҡортостан ҡыҙы»ның яңы һанын алып ҡыуанды. 1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы иғлан ителде. Был тағы ла борсолоуҙар өҫтәне. Нисек булыр баҫмабыҙҙың яҙмышы? Бөтә халыҡ өйҙән сыҡмай ултырғанда тираж йыя алырбыҙмы? Әммә хәл ителмәҫ мәсьәләләр булмай. «Гәзит-журналдарға өйҙән яҙыл!» акцияһы килеп тыуған хәлдән сығыу юлы булыр тип ышанабыҙ», – тип мөрәжәғәт итә журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева уҡыусыларға. Артабан ул журналға өйҙә генә ултырып та яҙылыу ысулдарын күрһәтә. Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артынан микрофон тотоп йүгереүсе ҡатын кем? Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тәү күргәндә үк уға меңәрләгән күҙ шундай һорау менән төбәлде. Ҡуңыр йөҙлө, алсаҡлығы, ихласлығы менән башҡорт ҡатынына тартымыраҡ Елена Прочаковскаяның биләгән вазифаһы ла юғары һәм яуаплы. Ул – Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль бәйләнештәр идаралығы начальнигы, социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәр менән эшләүсе махсус төркөм етәксеһе. «Эшлекле ҡатын-ҡыҙ» рубрикаһы аҫтында Гөлназ Ҡотоеваның Елена Прочаковская менән әңгәмәһен уҡырһығыҙ.
Журналдың тышлығын Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дикторы, экран йондоҙо Флүрә Мурзина биҙәй. Уның хаҡындағы мәҡәләһен Гөлнур Ишбулатова «Ҡатын-ҡыҙ булып ҡала» тип атаған.
2020 йыл – хәтер һәм дан йылы. «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Һалдат хаттары» акцияһына мәғлүмәттәр килеүҙән туҡтамай. Ишембай районынан Юнир Тимербулатов ауылдашы Фәтхрахман Мифтаховтың хатын ебәргән, уның хаҡында һөйләп үткән.
«Беҙгә килгән хаттарҙан» рубрикаһында Әлшәй районынан Гөлназ Фазлиәхмәтованың әсәһе Рәйсә Хисаметдин ҡыҙының яҙмышы хаҡында хаты һәм Учалы районынан Фәриҙә Ситдиҡованың ауылдашы Минкамал Мөхәмәтова тураһында бәйәне урын алған.
«Әҙәби балҡыш»та Гөлсирә Шафиҡова һәм Рафиға Усманованың шиғырҙарын, Таңһылыу Вәлиеваның «Ҡабырсаҡ» хикәйәһен уҡып күңелегеҙгә ял алырһығыҙ.
Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр «Топонимика серҙәре» рубрикаһында Ҡурлы, Ҡорғаҙы, Көйөргәҙе, Ҡорғаҙаҡ тип аталған ер-һыу атамаларының килеп сығышы менән таныштыра.
«Ер йөҙөндәге барлыҡ дәүләттәр үҙ халҡын берәмләп һанап йәниҫәп уҙғарған быйылғы йылда беҙ ҙә бауырҙаштарыбыҙҙы бөртөкләп барлайбыҙ. Бельгияла йәшәүсе аҫыл ҡыҙыбыҙ Рәсимә Латипова – бер мәрйендең ынйылары кеүек, бөтә донъяға һибелгән милләттәштәребеҙҙең береһе. Ер аяғы ер башында, бөтөнләй ят ҡәүем араһында ҙур абруй яулап, милли асылына тоғро ҡалған һәм иленә,теленә булған һөйөүен тамсы ла сайпылтмайынса балаларына һалған Рәсимә Арсен ҡыҙының яҙмышы һеҙҙә лә, һис шикһеҙ, һоҡланыу уятыр», – ти геройы хаҡында Альмира Кирәева. Мәҡәләнең исеме – «Йөрәгем менән мин – һеҙҙең янда!..»
«Парлы ғүмерҙәр» рубрикаһы аҫтында «Атайым кеүеккә барырмын» яҙмаһында Хәйбулла районынан Айытбай Вәлиев ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет мәнәсәбәттәре, атай абруйы хаҡында фекерҙәре менән бүлешә.
Журналыбыҙ редакцияһы Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» тигән яҙмалар конкурсы иғлан иткәйне. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Ҡалтасы районы Күсәш ауылы китапханасыһы Инесса Миңнуллина ебәргән яҙмаларҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Тыл ветерандары – 89 йәшлек Сания инәй Фәррәхова менән 85 йәшлек Әлфиә инәй Мөбәрәкованың һөйләгәндәрендә нескә иңдәренә ҙур йөк һалып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан үҫмер балаларҙың яҙмышы, уларҙың ауыр, фиҙакәр дәүерҙе нисек иҫтәрендә ҡалдырыуы сағыла.
Беҙҙе халыҡ итеп танытҡан, донъялағы боронғо телдәрҙең береһе булараҡ билдәле туған телебеҙ бөгөн, балаларының ярҙамына мохтаж әсәләй, һәр беребеҙҙең һәм дәүләттең ҡурсалауын көтә. Әсә теле уҡытыусылары, фиҙакәрлек күрһәтеп, был изге эшкә ҙур өлөш индерергә ынтыла. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһының башҡорт теле мөғәллимдәре, заман талаптарын күҙ уңында тотоп, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Афарин» альтернатив уҡытыу-методик комплексы»н нәшер иткән һәм уны үҙ эштәрендә ҡуллана башлаған. Был хаҡта Альмира Кирәеваның проект авторҙарының береһе, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова менән әңгәмәһендә уҡырһығыҙ.
«Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы... Быйылғы датаға бәйле ике осрашыуҙы иҫкә алғым килә минең. Осрашыуҙың тәүгеһенә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтһә, икенсеһе бынан ун биш йыл элек булды». Журналист, яҙыусы Гөлшат Әхмәтҡужинаның иҫтәлекле яҙмаһы «Яҙмыш төйөндәре» рубрикаһында урын алған.
Аш-һыу бүлмәһендә матурлыҡ менән бергә уңайлылыҡ та хөкөм һөрөргә тейеш. Ғаиләбеҙ ишәйгән һайын, бүлмәләге әйберҙәр ҙә арта бара. Бихисап ваҡ-төйәкте ҡайҙа ҡуйып бөтөргә? Нисек урынлаштырырға? «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһы аҫтында өй ойоштороусы Гөлфирә Ҡотлоева кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
«Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул»... Был һүҙҙәр егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһенә тап килә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Киске телеүҙәк», «Интервью» тапшырыуҙарын алып барыусы Гөлсимә Иштанова ла тура эфирҙан сығыу менән өс улы янына ҡайтырға ашыға. Ғаиләһен ниндәй тәмлекәстәр менән һыйлай икән? Был хаҡта Гөлшат Ҡунафина әҙерләгән «Тәмлекәс» рубрикаһынан уҡып белерһегеҙ.
Журналдың дүртенсе тышлығын игеҙәктәр Әлиә менән Зәлиә Сиражетдиновалар эшләгән селтәрҙәр биҙәй.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: