+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
1 Апрель 2020, 15:33

Экология проблемалары Конституцияла нығытыласаҡ

Ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр көнөнә битарафлыҡ ул – экология проблемаларына ҡул һелтәп ҡарауға бәрәбәр. Сөнки Рәсәйҙә күптән экология өлкәһенә етди үҙгәрештәр индереү мөһимлеге беренсе урынға сыҡты.

Илдә киң таралған экология проблемалары:
- һыуҙы, һауаны, ерҙе бысратыу
- радиоактив ҡалдыҡтарҙан килгән зарар
- урмандарҙы вәхшиҙәрсә ҡырыу
- ҡурсаулыҡтарҙы юҡ итеү һәм браконьерлыҡ күренештәренең артыуы
- көнкүреш ҡалдыҡтары
Экологияның боҙолоуо арҡаһында илдә сирле кешеләр һаны арта. Шуға күрә төп законда, экология енәйәтселегенә ҡаршы яуаплылыҡты көсәйтеү буйынса аныҡ үҙгәрештәр кәрәк. Ул сағында тәбиғәткә килтерелгән зыян Конституция хоҡуҡтарын боҙоуға тиң булыр ине.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: