+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Март 2020, 14:26

«Башҡортостан ҡыҙы»ның март һанына күҙәтеү

Яҙҙы уятыусы, уны әйҙүкләп түргә саҡырыусы байрамдарға бай март айы! «Башҡортостан ҡыҙы»ның был һаны шул байрамдар хаҡындағы яҙмалар менән асыла. Бишенсе йыл рәттән Стәрлетамаҡта Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан үткән «Етегән» республика конкурсын Гөлназ Ҡотоева һүрәтләһә, Өфөбөҙҙө гөрләткән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе тураһында Гөлнур Ишбулатова бәйән итә. Гөлшат Ҡунафина иһә бөтә республиканан «Башҡортостан ҡыҙы»ның тоғро дуҫтары йыйылған оло тантананы тасуирлай.

«Әсәйҙәребеҙ ҡартая, йәшлеккә бирелгән төҫөн юя, әммә ул үҙгәрештәрҙе күрмәйбеҙ, сөнки әсә матурлығын төҫһөҙләндерер әмәл тәбиғәттә юҡтыр. Беҙҙе бар итеп, әсәйҙәребеҙ, әйтерһең, үҙ балаларының булмышына инеп юғала», – тип уртаҡлаша билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов «Уй-моңһоҙ йәшәү – йәшәү түгел» тигән яҙмаһында. Уның әсә менән бала мөнәсәбәте, быуындар араһындағы мәңгелек бәхәс, әсә-ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгө тураһындағы тормошсан, илһамлы фекерҙәре, һис шикһеҙ, уҡыусыбыҙ күңелендәге уйҙарға ла ауаздаштыр.
Март тышлығын Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда йәшәүсе рухлы ла, нурлы ла милләттәшебеҙ Зөһрә Мырҙабулатованың һүрәте биҙәй. «Модуль» медицина фирмаһының финанс директоры, егәрле яҡташыбыҙ Зөһрә Ғәфүр ҡыҙы хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның мәҡәләһе «Зөһрә һәм Ғәлим» ҡиссаһы тип атала. Милли мөхиттән ситтә лә халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәрен башҡаларға танытып, күптәргә өлгө, таяныс булып йәшәүсе Мырҙабулатовтар оло ихтирам һәм һоҡланыу уята.
Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан редакция иғлан иткән «Һалдат хаттары» акцияһын уҡыусыларыбыҙ дәррәү күтәреп алды. Даими авторыбыҙ Рәхимә Мусина «Илдә тыныс йәшәүегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ...» – тигән баш аҫтындағы яҙмала Әбйәлил районынан Бирғәли Солтановтың яу яланынан ғәзиз кешеләренә ебәргән хаттарын тәҡдим итә. Ватан өсөн дәһшәтле һуғышта башын һалған яугирҙең тыныс тормош ҡәҙерен белергә саҡырыуы бөгөнгө быуынға ла васыят булып яңғырай.
Күренекле яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең топонимика серҙәренә арналған мәҡәләләрен уҡыусылар көтөп ала. Был юлы ул «Тире ыҫлау – боронғо кәсеп» тигән ғәйәт ҡыҙыҡлы яҙмаһында Ыҫлаҡ ауылы һәм йылғаһы атамалары Дим буйы башҡорттарының тире ыҫлауы менән бәйле булыуын аса.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның яҙғы ҡояш нурынан, наҙҙан ҡойолған шиғри шәлкеменән моңға сарсаған күңелдәр ял алыр. Ә тыва прозаигы Мария Кужугеттың «Өмөт» тигән хикәйәһе сәсмә әҫәр һөйөүселәргә кинәнес бирер.
Өфө йәштәрҙе элек-электән үҙенә тарта. Тик унда фатир алыу, Өфө кешеһе булып китеү еңелдән түгел. Башҡорт йәштәре нисек мегаполиста тамыр йәйә, ғаиләлә туған телде, милли рухты һаҡлай? Рәсүл Байгилдин «Баш ҡалала танышалар, ғаилә ҡоралар» тигән мәҡәләһендә Ленира һәм Ирек Үтәевтар ғаиләһе миҫалында шул турала бәйән итә.
«Ете ҡыҙ» – Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында Рәхимә һәм Сәфәрғәле Хәсәновтарҙың ҙур ғаиләһендә тыуған ете ҡыҙҙың матур яҙмышы тасуирлана был мәҡәләлә. Гөлнур Ишбулатова апалы-һеңлеле етәүҙең йырлы нәҫел ҡотон арттырып, тормош юлдары буйлап лайыҡлы атлауы хаҡында һөйләй.
Әсәйҙәр яратып уҡыған журнал ғаилә өсөн мөһим һәр яңылыҡты еткерергә ашыға: Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әсәлек капиталына ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе аңлата.
Октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа беҙгә ниндәй һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк? Журналда Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы бүлеге етәксеһе Ирина Үтәшева менән шул турала әңгәмә урын алған.
Гөлназ Ҡотоеваның Иранға сәйәхәтенән мауыҡтырғыс һәм йәнле сәхифәләре алдағы ике һанда донъя күргәйне. «Беҙҙең сәфәрҙән һуң Иранды әллә күпме ваҡиғалар тетрәтте. Иран тиһәләр, тертләп китәм. Унда беҙҙең ҡәрҙәштәр йәшәй, йәндәй күргән дуҫтар. Донъялар имен торһон!» – тип тамамлай ул «Иран көндәлеге»нең был һандағы биттәрен.
Йортобоҙ ҡотло, йәмле булһын өсөн һәр әйбер үҙ урынында ятырға тейеш. Бөгөн кейем-һалымды дөрөҫ урынлаштырып, хужалыҡты тәртиптә тоторға ярҙам итеүсе һөнәр эйәләре бар икән, баҡһаң. Улар әлегә беҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ. Гөлшат Ҡунафина шуларҙың береһе – Гөлфирә Ҡотлоеваның ҡиммәтле кәңәштәрен яҙып алып, журнал уҡыусыларына еткерә.
Һәр кем йүгереп ҡайтырлыҡ урын, ҡаршы алырлыҡ кеше кеүек яҡын булырға тейештер ул хыял өйө, тип яҙа Гөлнур Ишбулатова «Һандуғастар йырлап уята» тигән һүрәтләмәһендә. Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева менән Филүс Ҡаҙаҡбаевтың Шамонин ҡасабаһындағы үҙ хыял йортон ниндәй итеп ҡорғанын шул һүрәтләмәнән белерһегеҙ.
«Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмовтың ғаиләһендә наҙға күмелеп ике ҡыҙ үҫә», – тип һөйләй Гөлшат Ҡунафина «Ҡыҙы барҙың наҙы бар» тигән яҙмала. «Тормош иптәшем Динара, ҡыҙҙарым Әминә, Айлина – минең таянысым, донъям биҙәге», – ти йырсы. Уның ғаиләһе үҙҙәре яратып ашаған тәмлекәс – татлы шарсыҡтар һәм йәшелсә менән ит рецептарын тәҡдим итә.
Журналдың һуңғы битенә еткәндә ҡарашығыҙ серле селтәрҙәр һүрәтенә төшөр һәм ул матурлыҡтан бик оҙаҡ арбалып торорһоғоҙ. «Селтәрҙәре мәрйендән!..» һүрәтләмәһе милли биҙәүестәр эшләүсе Хәйбулла ҡыҙы Сөмбөл Әлибаева менән таныштыра. Баҫмабыҙҙан бөркөлгән йылылыҡ һәм ҡот күңелегеҙгә, өйөгөҙгә күсһен, артабан да бергә ҡалайыҡ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: