0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Февраль 2020, 18:53

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының февраль һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының февраль һаны халыҡ шағиры Рәми айы менән иҫтәлекле. Һан – Рәми Ғариповҡа арналған баш һүҙ менән асыла. Әҙиптең, «...Ышанмағыҙ февраль буранына, бер яуыз уй юҡтыр уның уйында», тигән шиғри юлдарында ниндәйҙер сер, хатта тәҡдирен алдан юрау ята һымаҡ.

Журналдың тышлығын һынлы сәнғәт даирәһендә үҙенә генә хас юл менән барыусы, донья кимәлендә билдәле була барған үҙенсәлекле рәссам Раушания Бәҙретдинова биҙәй. Уның ижадын белгестәр Пабло Пикассо, Фриде Кало менән тиңләй. Күп бала әсәһе, ябай булмаған яҙмышҡа дусар булһа ла, ялҡынлы ижады менән бөтөн ауырлыҡтарға ҡаршы тора алған, нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта көслө гүзәл зат хаҡындағы очеркта һеҙ үҙегеҙҙе борсоған бик күп һорауҙарға яуап таба аларһығыҙ.
Сағыу шәхес бөтә иғтибарҙы үҙенә тарта. Башҡаларҙан айырылып торған кешеләргә йәмғиәттәге мөнәсәбәт ҡыҙыҡлы бер күренеште аңғартырға ярҙам итә. «Балҡығың килһә – эстән яҡтыр» тигән психолог яҙмалары һеҙҙең ниндәй заттан булыуығыҙҙы төшөндөрөр.
Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Ирандың үҙенсәлекле тормошо, кешеләре, тәбиғәте күренештәре, йәмле ҡалалары һәм архитектура эталоны булған зиннәтле һарайҙары менән таныштырыуҙы дауам итә. Журналдың икенсе һанында «Иран көндәлеге»нең дауамы урын алған.
Ҡыҙ бала бағыу – милләт тәрбиәләүгә бәрәбәр булыуына бер кем дә шикләнмәй. Зөлфиә Басырованың Әлиә Хәлитова хаҡындағы мәҡәләһендә ғаилә традициялары, якшы ата, уңған әсә балаһы булыуҙың ни тиклем ҡиммәтле, йәмғиәт өсөн кәрәкле булыуы хаҡында һүҙ бара.
Сибайҙа бар шундай уҡыу йорто. БДУ-ның Сибай институты Урал аръяғында белем Мәккәһенә әүерелеүе, ошо яҡ төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләп сығарыуға тос өлөш индереүе – раҫлауҙы талап итмәгән хәҡиҡәт. Алдағы йылдарға аккредитация һынауҙарын уңышлы үтеп, бюджет урындарын арттырып, белемгә юл йырыуҙы дауам иткән уҡыу йорто хаҡындағы ҙур мәҡәлә, быйыл уҡырға ҡайҙа барырға, тигән йәштәр өсөн юл күрһәтер, эшлекле кәңәштәр бирер.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында гражданлыҡ позицияһы менән айырылып торған шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллинаның ижады менән осрашыу көтә. Был юлы һеҙҙең иғтибарығыҙға әҙибәнең нескә лирикаһын тәҡдим итә редакция.
Үҙенсәлекле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовҡа 65 йәш тулды. Был һанда журнал әҙәбиәт, мәҙәниәт, журналистика өлкәһендә ҙур хеҙмәте булған ижад кешеһенә урын бирҙе. Хәйҙәр Тапаҡовтың «Йәшлеккә ҡайтыу» бәйәне матур ял минуттары бүләк итер.
Традицион рубрикаларҙың береһе «Аллаһ бәрәкәте» көндәргә бәйле мосолман ырымдары менән таныштырыр.
Байрамдарҙа деү килтереп гармунға халыҡты бейетеүсе Гөлфиә Хәләфетдинова республика сәнғәт киңлектәрендә танылыу яулап өлгөрҙө. Юҡҡа ғынамы уны «Кеше-оркестр» тип йөрөтмәйҙәр. Хәҙер төбәктәрҙә гармун, баян уйнаусылар һирәгәйә барған заманда, сәнғәттең ошо төрөн күтәреүгә ҙур көс һалған гүзәл ҡатын-ҡыҙ хаҡындағы мәҡәлә һеҙҙе Хәйбулла тарафтарына алып китер.
Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған «Һалдат хаттары» рубрикаһында Баймаҡ ерлегенән саҡырылған яугир Йәһүҙә Әбделғәзе улы Мәмбәтовтың хаттары йәнә дәһшәтле йылдарға алып ҡайтыр. 1942 йылдың ғинуар айында һуғышҡа алынып, шул уҡ йылдың июлендә хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың ғаиләһенә, туғандарына, ауылдаштарына яҙылған һуңғы йөрәк һүҙе, һуғыш, тигән әфәттең кеше өсөн ни тиклем фажиғәле, аяуһыҙ булыуын тағы бер иҫкәртер.
Йәнә бер һалдат – Марат Сафа улы Таһиров – күктә Еңеү көмбәҙе ҡалҡҡас, фашист илбаҫарҙары тар-мар ителгәс ҡаты яраларҙан вафат була. Уның да әсәһенә яҙған хаттары аша һалдат ғүмеренең ни тиклем ҡыҫҡа, бөгөн бар, иртәгә юҡ тигән һайлау алдында тороуон тойомларға була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек сиктәрендә баҫылған мәҡәләләр циклы был һанда ла дауам итә. Республикала иң боронғо ауылдарҙың береһе Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы кешеһе, полковник Рифҡәт Ғәбитовтың күҙәтеүҙәре, архивта өйрәнгән ҡулъяҙмалары ошо мөһим ваҡиғаға яңы биттәр асыр.
Яҫы табанлыҡ сир һымаҡ күренмәһә лә, ул байтаҡ ҡына етди ауырыуҙарға сәбәпсе булып тора. Ваҡытында уға иғтибар итеү, билдәләре тойолһа уны дауалау хаҡында табип-ортопед Радик Нурлығаянов яҙмаһында.
Яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең «Топонимика серҙәре» рубрикаһында ҡыҙыҡлы мәҡәләһен тәҡдим итә редакция. «Йәшәгән, ти борон соҡсондар» тип атала ул.
Сираттағы «Хыял өйө» рубрикаһында яратҡан артисыбыҙ Роза Аҡкучукова менән осрашыу көтә. Бәхетле ғүмер миҙгелдәрен кисергән йырсы тап февраль айында олпат юбилейын билдәләне.
Муйылдан торт ашағанығыҙ бармы? Әгәр юҡ икән, «Тәмлекәс» рубрикаһын даими күҙәтеп барығыҙ. Был юлы уның ҡунағы, коллегабыҙ, билдәле журналист, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева яҡындарын һыйлаған тәғәмде бешереү серҙәрен баҫма уҡыусыларына аса.
Хөрмәтле дуҫтар! «Башҡортостан ҡыҙы» журналына апрелгә тиклем 2020 йылдың икенсе яртыһына бөгөнгө хаҡ менән яҙылырға мөмкин. Уның хаҡы – 616 һум 68 тин. Редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылыу осһоҙораҡҡа төшә.
Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: