+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
6 Февраль 2020, 11:23

2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

Был хаҡта Рәсәй почтаһы иғлан итте. Апрелгә тиклем гәзит-журналдарға беренсе ярты йыллыҡ хаҡтары ғәмәлдә була. Был осорҙа исемлектәге 800 баҫмаға яҙылырға мөмкин.

Почта бүлексәләрендә баҫмаларҙы темалар һәм төбәктәр белешмәһе менән ҡағыҙ каталог буйынса һайларға мөмкин. Һәр гәзит-журналдың уникаль идентификаторы – хәрефтән һәм дүрт һандан торған яҙылыу индексы бар. Шулай уҡ Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы Төбәк баҫма киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы әҙерләгән исемлектәге гәзит-журналдарҙы таратыуға ташлама бар. Рәсәй почтаһының үҙенең каталогы буйынса – 25, башҡа яҙылыу агентлыҡтары каталогтары буйынса 20 процентҡа.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 616 һум 68 тин.
Шулай уҡ редакциянан килеп алыу шарты менән осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Был осраҡта баҫма һеҙгә бер айға 90 һум иҫәбенән, ярты йылға 540 һумға төшәсәк.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: