-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
28 Ғинуар 2020, 17:55

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ғинуар һанына күҙәтеү

Журналдың быйылғы тәүге һаны «Баш мөхәррир һүҙе» менән асыла. «Тормош, йәшәйеш дауам итә һәм уны алға ебәреүселәр, ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар – беҙ үҙебеҙ. Күп нәмә үҙебеҙҙән генә тормағанын белһәк тә, үҙ күңелебеҙҙе бәхеткә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа көйләй алыуыбыҙ беҙҙең теләктән һәм маҡсаттан тора. Әгәр ҙә ҡулығыҙҙа «Башҡортостан ҡыҙы»ның 2020 йылғы тәүге һанын тотаһығыҙ икән, тимәк, беҙҙең баҫманы йәшәтеүҙә, уның киләсәккә атлауында һеҙҙең дә өлөш бар. Сөнки ул уҡыусылары һәм авторҙары менән ҡеүәтле. Баҫмабыҙҙы даими алдырып уҡыусылар был йылда ла кәмемәне. Шуға һөйөнәбеҙ. Киләсәктә баҫмабыҙҙың тиражы артыуына өмөтләнәбеҙ», – ти Гөлназ Ҡотоева.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм йәмәғәт эшмәкәре Факиһа Туғыҙбаеваның ижады әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелендә ныҡлы урын алған. Лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған поэмалары һәм тарихи дастандары аша ул киң билдәлелек яулаған. Шағирә етенсе тиҫтәһен артылды. Шул уңайҙан «Башҡортостан ҡыҙы» уның өйөндә булды. Гөлназ Ҡотоеваның был айҡанлы яҙылған мәҡәләһе «Моңон сәсә һандуғас» тип атала.
Журналдың тышлығын биҙәгән Өфө ҡалаһының 14-се балалар музыка мәктәбе директоры Эльмира Сафина хаҡындағы мәҡәләһен Гөлшат Ҡунафина «Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр» тип атаған. «Һөнәрем – хор дирижеры. Нескә күңелдәрҙе аңлар психолог та, башҡаларға йоғонто яһар педагог та, үҙ артымдан эйәртер етәксе лә булырға тейешмен», – ти Эльмира Рафаил ҡыҙы.
«Бөгөн медиа киңлектәрҙә Иран дәүләте хаҡында йыш ишетәбеҙ. Ниндәй ил ул Иран? Урта Көнсығышта ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә, тәбиғәте матур, климаты йомшаҡ, бында ҡыш та беҙҙәге һымаҡ сатлама һыуыҡ түгел. Ере файҙалы ҡаҙылмаларға, тауҙарға, күлдәргә, йәнлек- ҡоштарға бай». Был һүҙҙәр – Гөлназ Ҡотоеваның «Юлдар саҡыра» рубрикаһы аҫтында баҫылған «Иран көндәлеге»нән.
«Өс йәшендә Ҡөрьән сүрәләрен яттан өйрәнә, ә ете йәшендә – бөтә донъяға билдәле артист. Уны хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта унан ситтә лә беләләр. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Йәмиле уға шундай дан алып килде.
Юбилейҙарға бай 2019 йылдың сағыу мәҙәни ваҡиғаһына әүерелгән «Һеңлекәш» фильмында Йәмил ролен уйнаусы малайҙың исеме Арыҫлан, фамилияһы – Ҡырымсурин. Фильм экрандарға сыҡҡас, Гүзәл Ҡырымсурина улы Арыҫлан менән күп сараларҙың уртаһында була. Был һанда улар – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының ҡунағы. Мәҡәләнең авторы – Гөлнур Ишбулатова.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында уҡыусылар Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын һәм Рәсүл Байгилдиндың «Утыҙынсы маршрут» хикәйәһен уҡып кинәнес алыр.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы бер нисә йыл рәттән ойошторған «Әсә йөрәге» конкурсы үткән йыл да матур үтте. Әсәләргә шиғри мәҙхиә йырлаусы 13 кеше финалға сыҡты. Кем ниндәй урынды алдымы? Был хаҡта Гөлнур Ишбулатованың «Ожмах әсәләрҙең аяҡ аҫтында» мәҡәләһен уҡығас белерһегеҙ.
«Рухи ҡомартҡыларыбыҙ» рубрикаһы аҫтында яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр тәҡдим иткән ҡыҫҡа йырҙар – уҙған быуаттағы халыҡ ижадының аҫыл мираҫы урын алған.
«Йәниҫәптең төп маҡсаты – уның йомғаҡтары буйынса халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар ҡабул итеү. Мәҫәлән, 2002 йылғы йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса 2007 йылдан ғәйәт әһәмиәтле дәүләт проекты – әсәлек капиталы программаһы эшләй башланы. Сираттағы мөһим был сара кешеләр өсөн тағы ла файҙалыраҡ яңы программалар ҡабул итергә этәргес булыр, тип уйларға ҡала», – тип яҙа тарих фәндәре кандидаты Наилә Шәмсетдинова үҙенең «Мәғлүмәттәр артында ни күрәбеҙ?» тигән яҙмаһында.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле 1418 көнө һәм төнө ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығы, Ватаныбыҙға тоғролоҡ символы булараҡ мәңгелеккә тарихҡа инде. Беҙҙән алыҫая барған Еңеүле май көнөнөң әһәмиәтен йылдар үтеү менән беҙ тағы ла нығыраҡ тоябыҙ. Үкенескә ҡаршы, һуғыш ветарандары ҡоро йылдан-йыл һирәгәйә. Ә күпме яугир тыуған яғына, ғәзиз яҡындарына әйләнеп ҡайта алманы. Тик хаттары һәм фотоһүрәттәре генә ҡалды иҫтәлеккә. Үлемһеҙ полк колонналарында үтә хәҙер үҙҙәрен данға күмгән яу батырҙары. Хөрмәтле журнал уҡыусылар, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы «Һалдат хаттары» акцияһы иғлан итә. Һеҙҙе ошо акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ. Олатайҙарығыҙ, ҡартатайҙарығыҙ, атайҙарығыҙ фронттан яҙған хаттарҙың күсермәһен, фотоһын, ҡәҙерле кешегеҙҙең шул осорҙағы фотоһүрәтен көтөп ҡалабыҙ. Был һанда Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Мөхәмәтдинов Шәрифулла Мөхәмәтдин улы 1942 йылда фронтҡа китер алдынан Дим станцияһынан ғаиләһенә яҙған хаты баҫылған.
«Сихәт» рубрикаһында юғары категориялы акушер-гинеколог, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы,»Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһы табибы Рәүфә Йәнтилина аналыҡ тышсаһы полибының барлыҡҡа килеү сәбәптәре, асыҡлау юлдары, дауалау алымдары хаҡында һөйләй.
«Хыял өйө»нөң был сығарылышында журнал уҡыусылар автор Гөлнур Ишбулатова һәм фотограф Александр Данилов менән бергә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камаловтың өйөндә ҡунаҡта булыуы хаҡында уҡырһығыҙ.
Һәр кемдең дә ғаиләһе, туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре йыйылғанда бешерергә яратҡан ризығы бар. Башҡорт дәүләт педагогия университетының доценты, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, РФ маҡтаулы мәғариф эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлина ҡунаҡтарын тултырылған ҡаҙ менән һыйларға ярата. «Тәмлекәс» рубрикаһында ул журнал уҡыусыларына аш-һыу серҙәрен асырға ризалыҡ бирҙе.
Журналдың икенсе тышлығында күренекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, яҙыусы Гөлнур Яҡупова балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булыуы айҡанлы тәбрикләү һүҙе урын алған. Ә дүртенсе тышлығын Ғафури районы Сәйетбаба ауылы балаҫсылары Рабиға Йәрмиева менән Минира Харрасованың һоҡланғыс ҡул эштәре һүрәттәре биҙәй.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: