+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
30 Декабрь 2019, 14:24

Бүләктәр һеҙҙе көтә, дуҫтар!

2020 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланды. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы яңы дуҫтар тапты, үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа булды. Күп йылдар баҫманы алдырған, яратып уҡыған журналға яҙылыусыларға беҙ бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Үтә ҡатмарлы заманда милли матбуғатты алдыртыу ҙа бит – рухилыҡ, милләтеңә, туған телеңә тоғролоҡ билгеһе.Йола буйынса, яҙылыу квитанцияһын редакцияға ебәргән журналға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Түбәндә бәхетле отоусыларҙың исемлеген бирәбеҙ:

  • Зиннәтшина Роза, Өфө ҡалаһы;
  • Мәүлитова Зәкиә, Баймаҡ районы, Ниғәмәт ауылы;
  • Аллағолова Ф., Ейәнсура районы, Абҙан ауылы;
  • Мәмбәтова Роза, Хәйбулла районы, Сәғит ауылы;
  • Ғәлина Рәйсә, Ишимбай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы;
  • Ғайсина Айһылыу, Әбйәлил районы, Ҡиҙрас ауылы;
  • Саҙрыева Г., Өфө ҡалаһы;
  • Саматова Гөлшат, Дәүләкән районы, Мәкәш ауылы;
  • Абдуллина З., Хәйбулла районны, Степной ауылы;
  • Аҡсулпанова Флюрә, Стәрлетамаҡ районы, Күсәрбай ауылы.
  • Бүләктәрҙе журнал редакцияһынан килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 7-се ҡат.
    Хөрмәтле “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдырыусылар, барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!
    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас: