+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
27 Декабрь 2019, 11:21

БСТ телеканалы Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына Яңы йыл ҡотлауы төшөрөргә ярҙам итә

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына - үҙенсәлекле байрам бүләге: БСТ телеканалы ярҙамында Яңы йыл видеоҡотлауы төшөрөргә мөмкин. Бының өсөн яңы йыл каникулдарында Ҡунаҡһарайҙа үтәсәк «TERRA ZIMA» фестиваленә барырға кәрәк. Сауҙа комплексында телеканал төркөмө байрамса биҙәлгән майҙансыҡ ойоштора. Унда һәр теләгән кеше туғандары һәм яҡындарын ҡотлап видеоға төшә ала. Ҡотлауҙар шул көндө үк Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең төркөмгә ҡуйыласаҡ. (https://vk.com/bash_tv)

Студияның эш ваҡыты:
31 декабрь 16:00 - 19:00
2 ғинуар 15:00 - 19:00
3 ғинуар 15:00 - 19:00
Яңы йыл кәйефе артынан килегеҙ!
Читайте нас: