+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
26 Декабрь 2019, 18:14

“Башҡортостан ҡыҙы”ның декабрь һанына күҙәтеү

Яңы йыл алдынан өйҙәргә алсаҡ ҡунаҡтай балҡып килеп ингән “Башҡортостан ҡыҙы”ның тәүге яҙмаһы уҡ байрам кәйефе өҫтәп, журнал һәм уның тоғро уҡыусыларының берҙәмлеген сағылдыра.

“Һеҙ йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙың өсмөйөш яһап осҡанын күргәнегеҙ бармы?” – тип һорай “Ҡоштар әйҙәр бейеклек” тигән мәҡәләһендә баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева. Һәр ҡош ҡанат елпеүе менән үҙенең артынан килгән икенсеһенең күтәрелеүенә булышлыҡ итә икән. “Яңы йылда ла бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын!” – тигән һәммәбеҙгә ауаздаш теләк белдерә ул һүҙенең аҙағында.
Йәниҫәп һөҙөмтәләрен өйрәнеүсе ғалимә, тарих фәндәре кандидаты Наилә Шәмсетдинованың журналда донъя күргән тикшеренеүҙәре беҙгә замандашыбыҙҙың көнитмешен генә түгел, йөҙөн, талпыныштарын, хатта тын алышын төҫмөрләргә ярҙам итә. Мәҡәләнең исеме лә шулай атала: “Хәлкәйҙәрең нисек, дәүерҙәш?”
Нефткә, газға бай, ҡәүәтле игенселеге, малсылығы, алдынғы иҡтисады менән билдәле Дүртөйлө районы өлгөлө ғаиләләре менән дә дан тота. Гөлназ Ҡотоеваның ошо бәрәкәтле төбәктә уҙған форум хаҡында “Әсәләрҙе данланы” тигән репортажы – ил ҡеүәте булырлыҡ ғаиләләр, һоҡланғыс әсәләр хаҡында.
Халыҡтар дуҫлығын нығытыусы “Иҙел” башҡорт һәм татар йыры фестиваленең нисек гөрләп үтеүе хаҡында Гөлнур Ишбулатованың “Туғандаш халыҡтарҙың моң күпере” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Был моң конкурсы төбәгебеҙҙә йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара һәм яңынан-яңы сәхнә йондоҙҙары аса.
Декабрь һаны тышлығын “Раузалар аллеяһы” ландшафт дизайны үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың етәксе ҡатын-ҡыҙҙар ассамблеяһы рәйесе Айгөл Әбелхәйерованың нурлы һүрәте йәмләй. Бөгөнгөһө, үткәне менән ҡәнәғәт, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫыусы егәрле эшҡыуар, гүзәл әсә, ҡыйыу замандашыбыҙ ул Айгөл Ҡәйепкәли ҡыҙы. Гөлназ Ҡотоева уның менән “Ҡулдарынан гөлдәр тама” тигән очергында таныштыра.
Илебеҙ менән бергә беҙ ҙә Театр йылын оҙатабыҙ. Шул айҡанлы Сибай концерт-театр берекмәһе һәм уның уңған директоры Айбулат Миңлеғәли улы Ҡотошов хаҡында “Сибайҙар сәхнә гөрләтә” тип исемләнгән мәҡәлә урын алған. Ижади коллективтың матур уңыштары хаҡында Гөлназ Ҡотоева бәйән итә.
Инвалидлыҡҡа, үлемгә килтереү буйынса был сир, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш, шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урында тора. “Өнһөҙ эпидемия” тип йөрөтәләр уны. Өфө Остеопорозды иҫкәртеү үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Радик Нурлығаянов менән Альмира Кирәева ойошторған “Һынмағыҙ, бөгөлмәгеҙ!” тигән әңгәмә – остеопороз ауырыуы һәм унан нисек һаҡланыу хаҡында.
Бөрйән ҡыҙы Әнүзә Ниғмәтуллинаның йәйғор балҡышын хәтерләткән шиғырҙары ла, Заһит Мөрсиевтың ике йәш йөрәктең саф мөхәббәтен тасуирлаған “Умырзая” тигән хикәйәһе лә әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер.
Үткән һандарҙа Сибайҙан Айбулат Ураҙбахтин үҙенең тәү ҡарамаҡҡа ҡалыптарға һыймаған, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы һәм ябай тормош фәлсәфәһе менән ҡыуандырҙы. “Кем ул Айбулат Ураҙбахтин?” – күптәрҙә шундай һорау тыуҙы. Уның менән Рәсүл Байгилдин ҡорған “Ни сәсһәң, шуны урырһың...” тигән һөйләшеү шул һорауға яуап бирер.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан журналыбыҙ биттәрендә барған “Быуат ҡәләме” конкурсын йомғаҡлап, Йылайырҙа ғүмер итеүсе матбуғат ветераны Ильяс Такаловтың “Ул беҙҙең менән йәшәй!” тигән яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Шәйехзада Бабичтың яҙмышына ҡағылышлы ваҡиғалар автор һүрәтләүендә, әйтерһең, йәнләнеп, дәүер һулышын еткерә.
Сәхнәлә башҡорт ир-егетенең мөһабәт һынын, саялығын, ғорур холҡон кәүҙәләндергән бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, баҡһаң, ағас эше оҫтаһы ла икән! Уның үҙ ҡулдары менән ҡорған йорт хужалығы һәм ғәжәйеп шәп мунсаһы тураһында Гөлнур Ишбулатова “Еңел пар йәки Яңы йыл менән...” тигән яҙмала һөйләй.
Баш ҡалабыҙ үҙәгендәге “Ритайм” кафеһын үҙ һаулығын ҡайғыртҡан, фаст-фудтан йыраҡ кешеләр ярата. Сөнки уның хужабикәһе Рита Абдрахманова сәләмәт туҡланыуҙы бар нәмәнән өҫтөн күрә. Үҙ эшен асыуға ул ниндәй юлдар менән килгән? Гөлшат Ҡунафинаның шул туралағы яҙмаһы “Сәләмәтлек һағында” тип атала. Рита әҙерләргә өйрәткән файҙалы һыйҙар һеҙгә лә, һис шикһеҙ, оҡшар, тигән уйҙабыҙ.
Йыл дауамында барып, халыҡ һөйөүен яулаған тағы бер бәйгебеҙгә – “Беләҙегем – йөҙөгөм” конкурсына туҡталабыҙ. Был һанды Белорет районы Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Рәхилә Рәхимованың ҡабырсаҡтан яһалған эштәре күркәмләй. Биҙәүестәрҙән сағылған диңгеҙ сафлығы хатта журнал битенә күскәндәй...
Яңы йыл алдынан һәр әҙәм балаһы донъяһын бөтөн, үҙен ҡәҙимгенән бәхетлерәк итеп тойорға теләй. Был хис, ғәҙәттә, яҡындары менән йыйылышып, матур, зауыҡлы табын артында ултырған минуттарҙа тыуалыр. Ә өҫтәл йәме булырлыҡ һауыттарҙы һис әллә ҡайҙан эҙләргә түгел: Октябрьский ҡалаһындағы “Башҡорт фарфоры” заводында сығарылған күркәм сервиздар иң талымлы хужабикәләр күңеленә лә хуш килер. “Башҡорт фарфоры” тигән һүрәтләмәлә үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, етештерелгән затлы һауыт-һаба хаҡында һөйләйбеҙ. Яңы йылда донъяларығыҙ ҙа, табындарығыҙ ҙа, күңелдәрегеҙ ҙә айҙай түңәрәк булһын, дуҫтар!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: