+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
13 Декабрь 2019, 12:10

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Республика Башлығы Радий Хәбиров, үҙенең 29 октябрҙә ҡул ҡуйған Указына ярашлы, 14 декабрҙе “Башҡорт теле көнө" тип иғлан иткәйне. Дата бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров, үҙенең 29 октябрҙә ҡул ҡуйған Указына ярашлы, 14 декабрҙе “Башҡорт теле көнө" тип иғлан иткәйне. Дата бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә.
Тәүге тапҡыр билдәләнгән был байрам саралары бай булмаҡсы. 14 декабрҙә көнө буйына Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡорт теле көнөнә арналған телемарафон үтәсәк. «Юлдаш» радиоканалында репортаждар, радиоуйындар, викториналар циклы әҙерләнә.
Саралар программаһы:
- 09:15 сәғәттә Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу;
- 10:00 сәғәттә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе;
- 14:00 – 17:00 сәғәттәрҙә «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә «Ҡурай» телеканалының – «Башҡортса караоке», «Тамыр» телекомпанияһының –«Нурбостан», «Китап» нәшриәтенең «Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханалары» проекттары менән таныштырыу;
- 14:00 – 17:00 сәғәттәрҙә «УЛЬТРА» сауҙа үҙәгендә «Аҡбуҙат» балалар журналы «Урал батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы» презентацияһын әҙерләй.
- 14:00 – 17:00 сәғәттәрҙә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә Республика һуҡырҙар өсөн китапхананың башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәре аудиокитабының презентацияһы.
- 19:00 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2019» гала-концерты (сәсәндәр ярышы) башлана.
14 декабрҙә Башҡорт теле көнө акцияһына «Үҙәк» сауҙа-сервис комплексы ла ҡушыла. Программа иртәнге сәғәт 10-да өсөнсө ҡатта башлана. Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистарынан башҡорт бейеүе элементтарына өйрәнеү; «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһы оҫтабикәләренән ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейеме биҙәүестәрен (селтәр, тамбур сигеүе) эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Теләгәндәр ҡурайға һәм баянға ҡушылып, «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡара, халыҡ уйындарында һәм бейеүҙәрендә ҡатнаша ала.
Акцияла ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: