+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
5 Декабрь 2019, 12:15

Бөгөн Ләйсән Үтәшева Өфөгә килә

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй һәм донъя гимнастикаһы легендаһы Ләйсән Үтәшева бөгөн Өфөгә килә. Ул художестволы гимнастика буйынса Башҡортостан чемпионатын асыу тантанаһында ҡәҙерле ҡунаҡ булараҡ ҡатнашасаҡ.

Ә кисен, 19 сәғәттә, Ләйсән “Өфө уттары” күңел асыу комплексында “Мотивация” тигән мастер-класын үткәрә. Уның үҙ яҙмышынан һәм тәжрибәһенән сығып эшләнгән авторлыҡ проекты өс өлөштән тора: спорт, сәләмәтлек һәм карьера. Һәр береһендә яҡташыбыҙ, үҙ миҫалына нигеҙләнеп, нисек яҙмышыңды уңышлыраҡ, тормошоңдо яҡшыраҡ итеү хаҡында һөйләйәсәк.
Билеттарҙы «BILETBAR.RU» кассаларында һәм сайтында алырға мөмкин: https://biletbar.ru/lyajsan-utyasheva/
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: