+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
2 Декабрь 2019, 18:00

Ләйсән Үтәшева Өфөгә килә

Рәсәй һәм донъя гимнастикаһы легендаһы, алты тапҡыр донъя кубогы чемпионатында еңеүсе, донъя һәм Европа чемпионкаһы, табандары сарпаҡланып һынғанда ла аяҡҡа баҫып, ҙур спортта йәнә балҡырлыҡ көс тапҡан данлыҡлы яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Өфөгә беренсе тапҡыр үҙ мастер-класы менән килә.

Рәсәй һәм донъя гимнастикаһы легендаһы, алты тапҡыр донъя кубогы чемпионатында еңеүсе, донъя һәм Европа чемпионкаһы, табандары сарпаҡланып һынғанда ла аяҡҡа баҫып, ҙур спортта йәнә балҡырлыҡ көс тапҡан данлыҡлы яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Өфөгә беренсе тапҡыр үҙ мастер-класы менән килә. Уны бөгөн популяр телетапшырыуҙар алып барыусы, модель һәм уңышлы бизнес-леди, тормош юлдашы Павел Воля менән һоҡланғыс ике бала үҫтереүсе әсә булараҡ беләбеҙ. Ләйсәндең үҙ яҙмышынан һәм тәжрибәһенән сығып эшләнгән авторлыҡ проекты өс өлөштән тора: спорт, сәләмәтлек һәм карьера. Һәр береһендә яҡташыбыҙ, үҙ миҫалына нигеҙләнеп, нисек яҙмышыңды уңышлыраҡ, тормошоңдо яҡшыраҡ итеү хаҡында һөйләйәсәк.
Ләйсән Үтәшева менән осрашыу 5 декабрҙә Өфөнөң “Огни Уфы” күңел асыу комплексында буласаҡ. Башланыу ваҡыты – 19 сәғәттә. Билеттарҙы «BILETBAR.RU» кассаларында һәм сайтында алырға мөмкин: https://biletbar.ru/lyajsan-utyasheva/
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: