+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Ноябрь 2019, 16:45

«Башҡортостан ҡыҙы»ның ноябрь һанына күҙәтеү

2020 йылдың яртыйыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы киләһе йылда ла үҙенең уҡыусыларын фәһемле яҙмалары, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ҡыуандырыр, тигән изге ниәттә башлай был һанын баҫма мөхәрриәте.

Көслө ҡатындар иламай. Илаһа ла күҙ йәштәрен күрһәтмәй. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның һүҙе үҙ хистәрен күрһәтеп бармаған башҡорт ҡатындары – әсәләр ҡәҙере хаҡында булыр.


«Башҡортостан ҡыҙы»ның тышлығын был юлы Бөрйәндең аҫыл ҡыҙы биҙәй. Легендар һәм риүәйәттәр илендә, халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡылары «Урал батыр», «Аҡбуҙат эпостары һәм башҡа рухи ынйылары тыуған Бөрйәндә йәшәүселәр – үҙҙәре бер айырым шәхес. Тышлыҡтағы сибәр ҡатын –Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева. Бауырҙаштары рухы һағында тороуҙо тәҡдиренә төшкән изгенән-изге бурыс тип күргән Клара Мөнир ҡыҙы хаҡындағы мәҡәләне журналдың ошо һанында уҡығыҙ.


Артабан да мөғжизәләр иле Бөрйәнгә сәйәхәт дауам итә. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейына бағышланған әҙәби кисә, уның яҡташтары менән осрашыуҙар хакында һүҙ бара. Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, тыуған ерҙең йылыһы ҡеүәт биргән әҙибәнең ауылдаштары хаҡындағы мәҡәләне уҡырға онотмағыҙ.


Был һанда ла Айбулат Уразбахтин менән фәлсәфәле һөйләшеү дауам итә. Ул эшҡыуарҙың бормалы юлы, йүнселлек серҙәре тураһында булыр. Әлбиттә, тормошта һәр кем юлды үҙе һайлай. Тик бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла, ҙур байлыҡ хаҡында ла үҙ асылыбыҙҙы юғалтмаҫҡа тырышайыҡ, тигән фекер еткерә Айбулат Уразбахтин.


Билдәле журналист Мәхмүт Хужиндың «Ауылым инәйҙәре» мәҡәләһе республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы баҫма битендә үткәрелгән «Быуат ҡәләме» публицистик яҙмалар конкурсы сиктәрендә донья күрә.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева шиғриәттә үҙенең ихласлығы, саялығы, оҫталығы менән билдәле. «Әҙәби балҡыш» рубрикаһында шағирәнең «Был донъяға ҡырын ҡарау ситен, дилбегәһе булһын ҡулдарыңда» тип исемләнгән шиғырҙар шәлкемен яратып уҡырһығыҙ тип ышанабыҙ.


Төрки донъяһында зирәклеге менән дан тотҡан Хужа Насретдин һәм уның тоғро дуҫы хаҡындағы яҙмалар барыбыҙға ла билдәле булһа ла, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова уны, аҡыллыға – ишара, тип бәйән итә. «Уңыш килтергән калуш» бәйәненең тап бөгөнгө көнгә ауаздашлығын үҙегеҙ күрерһегеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар!


2020 йылда сираттағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтәсәк. Беҙ нисек йәшәйбеҙ, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең һәр ҡалаһында, ҡасабаһында, ауылында беҙ күпме, беҙҙе ниндә киләсәк көтә? Илебеҙ өсөн мөһим сараға бағышланған күҙәтеү менән журналист Альмира Кирәева таныштырыр.


«Киләсәк гүзәл заттар ҡулындамы?» – тигән һорау күтәрә Рәсүл Байгилдин. Бында ул ғалим-физик, уйлап табыусы Никола Тесланың әҙәм ышанмаҫлыҡ фараздарына таяна. Әле XX быуат башында уҡ ғалим кеҫә телефоны, радио аша идара ителәсәк самолеттар хаҡында әйтеп ҡалдыра. Киләсәктә ҡатын-ҡыҙҙар үҙ интеллекты ярҙамында кешелек йәмғиәтендә өҫтөнлөккә сығасаҡ, тигән фекер үткәрә ғалим. Ни өсөн ошондай һығымта яһай ул, быны белгегеҙ килһә, журналды уҡығыҙ.


Учалы районында билдәлелек яулаған Баймаҡ ҡыҙы, бейеүсе Гөлниса Кәримованың ижадына бер байҡау. «Алтын ай» өлгөлө балалар ансамбле балетмейстеры хаҡындағы мәҡәләне лә журналдың был һанында табырһығыҙ.


Аҡса түләмәй генә теш дауалап буламы икән? Баҡһаң, була. Ошо хаҡта даими рубрикала йәнә табип-эксперт Светлана Минһажева менән осрашыу көтә.


Ҡатын-ҡыҙҙың ысын тормошо 50-нән һуң яңы башлана ғына. Эйе, тап донъяның камиллығына һоҡланып, иркенләп, үҙ ҡәҙереңде белеп йәшәй торған мәлде һәр кем үҙенсә кисерә. Йәш уртаһында кемдең ниндәй һәләте асыла бит! Ошо хаҡтағы мәҡәлә тормош боролоштары алдында торған ханымдарға ярҙамға килер.


Гүзәл заттарға күркәм, нәфис образ тыуҙырыу өсөн ҡайһы саҡ муйынына шарф бәйләү ҙә етә. Был оҫталыҡҡа нисек ирешергә? «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһы килешкән, уңайлы яулыҡ бәйләү серҙәренә төшөндөрөр.


Сираттағы «Хыял өйө» рубрикаһы ижади ғаилә Зилә һәм Хәсән Усмановтар йортона алып барыр. Өйҙәге барлыҡ йыһаздарҙы Хәсән үҙе эшләгән, тигәнгә ышанғығыҙ килһә, үҙ йортоғоҙ өсөн шәп идеялар алырға теләһәгеҙ, мотлаҡ журналды уҡығыҙ.


«Нур» Өфө дәүләт татар театры актрисаһы Гөлназ Мөхәммәҙиева үҙенең «йөрәк һүҙен» тәмле һәм файҙалы аштары аша еткерер. Ул күп ваҡыт талап итмәгән, табын күрке булған аштар әҙерләп ҡыуандыра. Балыҡлы селтәр ҡоймағының серен тик актриса ғына белә.


Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Баҫмабыҙға яҙылған квитанцияғыҙҙы журнал редакцияһына алып килергә онотмағыҙ. Уға шәп бүләктәр отторабыҙ. Киләһе йылда ла журнал менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!


Читайте нас: