+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
22 Ноябрь 2019, 17:56

Бәхетле ҡатын, бәхетле әсәй!

“Ҡайҙа йөрөһәң дә матур йөрө, Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!” (Башҡорт халыҡ йыры.) Бик һирәк кенә ҡатын-ҡыҙҙан: Мин бәхетлемен! – тип әйткәнен ишетергә тура килә. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Лилиә Вәлит ҡыҙы Харрасова һылыу был йәһәттән ысынлап та бик бәхетле ҡатын һәм әсәй! Ире Руслан менән татыу ғаилә ҡороп, дүрт ир бала үҫтерәләр улар. Үҙ ғаилә бизнестәре бар.

Лилиә Русланды бәләкәй сағынан алып белә, сөнки ул ата-әсәһенең ғаилә дуҫтарының улы. Бергә уйнап, бер мәктәптә, бер университетта уҡыйҙар. Һәм уйламаған да бер-береһенә ғашиҡ булып, өйләнешеп тә ҡуйялар. Ете балалы, ишле ғаилә лә, игеҙәк һыңары булған Руслан, ғаиләһендә берҙән-бер генә булған наҙлы ҡыҙҙы, баштараҡ, тормош ауырлыҡтарын күтәрә алмаҫ тип ҡурҡһа ла, уйҙары яңлыш булып сыға . Лилиә бер-бер артлы дүрт малай ҙа табып биргәс, бөтә шик-шөпһәләре тарала.


Өлкән улдарының исеме – Дауыт. Бишенсе клас уҡыусыһы. Яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Бәйгеләргә йөрөй, урындар ала. Икенсеһе – Әмир. Бик матур һүрәттәр төшөрә, шуға рәсем төшөрөү мәктәбен һайлағандар. Өсөнсө улдарының исеме Рамаҙан. Балалар баҡсаһына йөрөй. Ни өсөндөр, хатта ата-әсәһенә билдәһеҙ сәбәптәр менән, бәләкәс Радмир ҡустыһын ҡарап йөрөтөүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ә дүртенсе улдары – Радмир. Бәләкәстәренә ике йәш ярым ғына, ул да балалар баҡсаһына йөрөй. Дауыт ағаһын бик ярата һәм хөрмәт итә ти!- ти әсәһе.


Лиләнең Мәрхәм олатаһы менән Линиә өләсәһенең тамырҙары Әбйәлил районы, Дәүләт ауылынан. Ҡыҙ үҙе Магнит ҡалаһында тыуып, урыҫтар араһында үҫһә лә башҡорт телен яҡшы белә, улдарына ла өйрәтә. Хәҙер ауылда олатаһы менән өләсәһе булмаһа ла улар туғандары менән яҡшы мөнәсәбәттә йәшәйҙәр.


Улдарын ошо йәштән үк үҙ аллы булырға өйрәтеп үҫтерәләр. Ғаиләлә һәр береһенең үҙ бурысы, эше бар.


- Мин үҙемде наҙлы ғына әсәймен тип әйтә алмайым, ти Лилиә. Кәрәк саҡта ҡаты ла булам. Малайҙар менән башҡаса булмағаны көн кеүек асыҡ бит инде. Лилиә бишенсегә, үҙенә берәй ҡыҙ алып ҡайтырға бик теләһә лә , ниңәлер ҡыҙ тыуырына ышанып бөтмәй. Унан кире, биш ир-егет араһында наҙлыҡай ғына булып үҫкән ҡыҙым, үҙенә тиң иптәш таба алмаҫ тип тә борсола Лилиә. Шуға күрә бишенсегә йәнә малай булһа ла артыҡ борсолмаясаҡмын ти.


…Һәр ғаиләлә булған кеүек үк, уларҙың да үҙ ғаилә йолалары бар. Байрамдарҙа өлкәндәрҙе ҡотлау, үҙ ҡулдары менән эшләп бүләктәр әҙерләү, шыршы байрамына костюмдар тегеү, ял көндәрен ғаилә менән саф һауала, отпуска ваҡыттарын туғандары, дуҫтары менән бергәләп үткәрергә яраталар . Туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә тырышалар. Лилиә үҙе саҡ ҡына бушаһа , ҡулына ырғаҡ алып, бәйләмгә ултыра һала. Бик бәйләргә яратам ти ул. Әсәһенән өйрәнгән был йыуаныс ғаиләһен матур, үҙенсәлекле итеп кейендереп йөрөтөргә лә мөмкинселек бирә уға.


Биленән аҫҡа төшөп торған сәстәре, Лилиәнең зифа буйын тағы ла нәзәкәтлерәк итә. Ә толомдарын тәрбиәләүгә килгәндә бер ауырлыҡта күрмәй Лилиә. Уның өләсәһенең сәсе шулай оҙон булған! Ваҡытында, был тиклем оҙон сәс уға нимәгә кәрәк икән тип аптыраһа ла Лилиә, хәҙер генә, оҙон сәс артыҡ иғтибар, ваҡыт, сығым да талап итмәгәнен аңлай ул. Йылына бер тапҡыр, ай үҫкән саҡта ғына киҫә икән, прическа яһап торорға ла кәрәкмәй уға. Уның ҡарауы, урамда күпме һоҡланып ҡараған ҡараштар, комплименттар!


Иң матур ҡатын-ҡыҙ – сабый һөйгәне! Ғаилә – йәшәү нигеҙе! Унда мөхәббәттән тыуған бәхетле балалар, бер-береңә иғтибар, ихтирам, сабырлыҡ һәм яҡты, иманлы киләсәккә ҙууур ышаныс булырға тейеш. Сөнки, бәхетле булыуҙың миҙгеле юҡ. Бәхетле кеше һәр ваҡыт бәхетле!



P.S. Был мәҡәләне мин 2-3 йыл элек, Лилиә менән телефон аша һөйләшеп, яҙған инем. Урындағы берәй баҫмаға бирермен тип йөрөп, оҙаҡҡа һуҙылып китте. Лилиәм фотоларын алып, үҙе лә юғалды ла ҡуйҙы... Бөгөн, Ашҡаҙар радиоһына мең рәхмәтлемен, юғалған фотоны миңә табып бирҙе. Шуға, оло кинәнес менән был мәҡәләне "Башҡортостан ҡыҙы" уҡыусыларына тәҡдим итәм...
Читайте нас: