+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
19 Ноябрь 2019, 12:13

Әсәй булырға өйрәтмәйҙәр –ул ҡандан күсә

Бесәйемдең битемә ҡағылып, йомшаҡ ҡына итеп мыяулауына уянып киттем. – Нимә, йомшағым, йоҡламай борсоп йөрөйһөң? – тип, икенсә яҡ ҡабырғама әйләнеп яттым. Ул, минең икенсе яғыма сығып, мыяулауын дауам итте. Тауышында борсолоу һиҙәм. Ошо көндәрҙә уның балаларға тейешлеген иҫемә төшөрөп: “Хәлдәрең нисек, әллә ваҡытың еттеме?” – тип, тороп уҡ ултырҙым.

Теге карауатымдан бер төшә, бер менә... Тынғыһыҙланыуын һиҙеп, алдан әҙерләп ҡуйған ҡатырға йәшнигемде аулағыраҡ урынға ҡуйҙым да эргәһенә ултырҙым.

“Борсолма, бөтәһе лә яҡшы булыр” – тип йомшағымдың арҡаһынан һыйпаным...


Бер ваҡыт бесәйемдең балаларын юрғаным аҫтына ташыуын тойоп, уянып киттем. Иҙәндә һалҡындыр, моғайын, тип йәшникте диван өҫтөнә ултырттым. “Йәш ғаиләне” кире урындарына һалып, иҫке кәзә шәлемде өҫтәренә япҡас, улар йылынып, тынысланып, йоҡлап китте.


Хәстәрлекле әсә ошо көндән тик балалары өсөн генә йәшәй башланы. 7 – 10 көн тигәндә бәләкәстәрҙең күҙҙәре асылды. Бер ай тигәндә тегеләр йәшниктән үҙ аллы сығып йөрөй башланы. Дивандан еңел генә төшөп менергә өйрәнделәр. Бесәйемдең бик шуҡ, шаян йомшаҡҡайҙарын ҙур сабырлыҡ менән тәрбиәләүен күреп хайран ҡалдым. Иҙәнгә төшөп йөрөй башлағас та, бәҙрәфтәренә йөрөргә юл күрһәтте. Аш бүлмәһенә эйәртеп йөрөттө. Бәләкәстәре самаһыҙ шаяра башлаһа, ҡаты ғына итеп асыуланып та ала. Үҙҙәре бер-береһен яҡшы аңлай.


– Бына һиңә әсәй! – тип һоҡланып ҡарайым бесәйемә. Ҡайһы бер кешеләр үҙ балаларын да шул тиклем хәстәрләп тәрбиәләй белмәй бит. Был йәһәттән ҡайһы бер хәсрәт әсәйҙәргә уларҙан өлгө алырға урын бар. Балаларын тәрбиәләй белмәгән атай-әсәйҙәрҙе йыш ҡына “хайуан” тип тә әрләйҙәр. Мин был фекер менән һис тә килешмәйем, сөнки балаһын ташлап киткән хайуанды минең әлегәсә күргәнем юҡ. Әсәй булырға өйрәтеп булмай – ул ҡандан күсә.



Читайте нас: