+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Октябрь 2019, 11:50

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь айына күҙәтеү

Журналдың тышлығын Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы директоры Гүзәл Шәһиева биҙәй. Был уҡыу йорто, унда тәрбиәләнеүселәр хаҡындағы мәҡәләһен Альмира Кирәева «Өшөгән йәндәрҙе имләүселәр» тип атаған.

Сәрүәр Сурина М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 100 йыл тулыу айҡанлы театр тарихына байҡау яһай.
Гөлназ Ҡотоеваның «Шағир ҡыҙы» тигән мәҡәләһе иһә әлеге ваҡытта Мостай Кәрим фондын етәкләгән, әҙәбиәт, рухиәт үҫешенә тос өлөш индергән, атаһының әҙәби мираҫын, исемен мәңгеләштереү өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт иткән Әлфиә Мостай ҡыҙы тураһында булыр. Ошонда уҡ Мостай Кәримдең шиғырҙары ла урын алған.
Баҫмабыҙҙың тәүге фотохәбәрсеһе Вячеслав Стрижевскийҙың Өфөнөң Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында күренекле әҙибебеҙҙең Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмәһе асылды. Ошо уңайҙан Гөлнур Ишбулатова уның менән әңгәмә тәҡдим итә.
«Рухи үҫеш» рубрикаһында журналыбыҙҙың даими ҡунағы Айбулат Ураҙбахтин донъяуи мәсьәләләргә ҡағылышлы үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итә. Рәсүл Байгилдин яҙып алған сираттағы мәҡәлә һөнәр һайлау, һөнәрле булыу мәсьәләләренә ҡағыла.
Зөлфиә Басированың «Ғаилә ҡото» мәҡәләһе Хәйбулла районы Бүребай ауылында йәшәүсе Рәсимә һәм Рәмил Баязитовтарҙың күркәм ғаиләһе хаҡында булыр.
«Әҙәби балҡыш»та Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәттең «Бишек йыры» хикәйәһе урын алған.
Октябрь – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы. Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиев хаҡындағы мәҡәләһен Альмира Кирәева «Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү ҡөҙрәтенә һоҡланып» тип атаған.
Журнал биттәрендә уҡыусыларыбыҙҙың да хаттары урын алған. Юнир Кинйәбулатов Ишембай районы Кинйәбулат ауылының «Зөбәржәт» халыҡ театры менән таныштыра, ә Ғафури районы Һабай ауылынан Таңһылыу Басирова-Хәкимова ата-әсәһе Асия һәм Зөлфәр Басировтар хаҡында яҙа.
Билдәле дерматолог, республика тире-венерология диспансеры табибы Алһыу Хамматова битте һытҡы баҫыуҙың сәбәптәре, унан нисек ҡотолоу хаҡында бәйән итә.
БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Абдрахманова балаларға өҫтәмә белем биреү өсөн сертификат тураһында һорауҙарға яуап бирә.
«Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһында Фәнирә Ғайсина мосолман айҙары үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй.
Өфөнән Гөлназ Үтәбаева туҡыма сәскәләрҙән сәс ҡыҫтырғыстары эшләргә өйрәтә, ә Рәйсә Бикбулатова файҙалы тәғәмебеҙ ҡаҡты заманса төҫ биреп биҙәй – уларҙан гөлләмәләр яһап күрһәтә.
Был сығарылышта Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллиндың хыял өйө менән танышырһығыҙ.
«Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеһенең киләһе ҡатнашыусыһы Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Рәхимә Мусинаның биҙәүестәре дүртенсе тышлыҡты биҙәй. Бәйгеләребеҙ аҙағына яҡынлаша, әхирәттәр, эштәрегеҙҙе ебәрергә ашығығыҙ!
Журнал уҡыусыларыбыҙға һөйөнөслө яңылығыбыҙ бар: «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы – 2019» Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Еңеүсе дипломы һәм кубогы 24 сентябрҙә Сочиҙа «Бөтә Рәсәй – 2019» журналистар форумы сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваға тапшырылды. Был еңеүҙә хөрмәтле уҡыусыларыбыҙҙың да өлөшө бик ҙур. Сөнки беҙ һеҙҙең зауыҡҡа тап килергә тырышабыҙ, һәр саҡ тәҡдимдәрегеҙҙе күҙ уңында тотабыҙ, иҫкәртеүҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалабыҙ. Артабан да бергә булайыҡ, шулай яңы үрҙәр яулайыҡ. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылығыҙ, уны таратығыҙ!
Читайте нас: