+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Сентябрь 2019, 13:09

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының сентябрь һанына күҙәтеү

Быҫҡаҡ ямғыр яуған йонсоу көҙгө көндәрҙә яратҡан журналыбыҙ өйөгөҙгә лә, күңелегеҙгә лә ғәжәйеп йылылыҡ алып инер. «Уйҙарыбыҙҙы ҡояшлы яҡҡа алып сығырға, шөбһәләрҙән арынырға тырышайыҡ, яҡтыға ынтылайыҡ. Сөнки киләсәк тап беҙҙәң күңелдән, аңдан ярала» – баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның журналды асып ебәргән «Һүҙ ҡеүәте» тигән яҙмаһындағы был юлдар ҙа донъяны сыуаҡ төҫтәргә мансығандай итә.

«Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылыу осоронда лотерея уйнатыуҙа ҡатнашып телевизор отҡан дуҫыбыҙ Хәйбулла районында йәшәй. Журналыбыҙҙы яратып уҡыған Мәрзиә Нуретдин ҡыҙы Баймөхәмәтоваға телевизор район уҡытыусыларының август кәңәшмәһе залында тантаналы рәүештә тапшырылды. «Хәйбуллалар даланлы» тигән һүрәтләмәлә шул турала уҡырһығыҙ.
Был һанда баҫмабыҙ тышлығын Сибай ҡалаһында йәшәүсе абруйлы мөғәллимә, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Миңзифа Вәсил ҡыҙы Кәлимуллинананың һүрәте биҙәй. Билдәле әҙибә Таңсулпан Ғарипованың уның хаҡындағы «Күңел усағының йылыһы» тигән бик матур очергын уҡыусыбыҙ яратып уҡыр, тигән уйҙабыҙ. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ташлаһа ла, һәр ҡайҙа халыҡ ихтирамына ҡаҙанған Миңзифа Вәсил ҡыҙы ҡәҙерләгән ҡиммәттәр барыбыҙ өсөн дә бик яҡын.
«Әзербайжан, Баҡыға барыу – бала саҡ, йәшлек хыялым ине. Бер баҫыуҙа ҡарбуздар бешеп шартлаған, икенсеһендә ҡауындар, виноградтар, инжир өлгөргән ҡояшлы ил серле йылмайып үҙенә әйҙәһә лә, бер ҙә юл төшмәгәйне. Был юлы Нафталан ҡалаһына барырға, шул ыңғайҙан Баҡыны ла күрергә маҡсат итттем», – тип бәйән итә Гөлназ Ҡотоева «Ҡояшлы Әзербайжан, ҡунаҡсыл Әзербайжан!» тигән юл сәхифәһендә. Ҡәрҙәш халыҡ йәшәгән гүзәл Әзербайжанда алған тәьҫораттары менән ул журнал уҡыусылары менән дә ихлас бүлешә.
Быйыл май айынан диспансеризация үтеү тәртибенә ниндәй яңылыҡтар индерелгән? Ҡырҡ йәше тулған кешеләрҙең хәҙер уны йыл һайын үтә алыуы хаҡында беләһегеҙме? Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты Светлана Минһажева ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуап бирә. «Һаулығың өсөн яуаплы бул!» тигән был әңгәмәне Альмира Кирәева ҡорған.
Август аҙағында Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале үтте. Атаҡлы төрөк актеры Сәлим Байраҡтар, билдәле Рәсәй актерҙары Сергей Шәкүров, Игорь Петренко менән күрешеп һөйләшеүгә ирешкән Гөлнур Ишбулатова «Көмөш Аҡбуҙат»тың баһалы ҡунаҡтары» тигән шәлкемдә улар тураһында һөйләй.
Сәсмә әҫәр һөйөүселәр Хөриә Абыҙгилдинанаң «Аҡҡош йыры» хикәйәһен бер тында уҡып сығып, бик оҙаҡ тетрәнеп йөрөр. Өмөтлө ҡәләмле Нәркәс Ҡәйепҡолованың нур менән һуғарылған шиғри гөлләмәһе иһә күңелдәрҙе яҡты моңға сорнар.
«Кеше тыуа, шәхес булып үҫешә, ғаилә ҡора... Айбулат Ураҙбахтиндың фекер сылбырын дауам иткән «Ғаиләлә бала тәрбиәләү серҙәре» тигән өсөнсө мәҡәләһе йәш быуынды тәрбиәләүгә арнала
«Биш йәшкә тиклем баланы батша урынына ҡуйып, биш йәштән ун (ун ике) йәшкә тиклем – хеҙмәтсе рәүешендә йомшап, ун (ун ике) йәштән һуң яҡын дуҫыңдай күреп уның менән мөнәсәбәт ҡор», – ти ул. Ураҙбахтиндың тәрән фекерҙәре бигерәк тә уйлы уҡыусы күңелендәгенә ауаздаш. Уларҙы Рәсүл Байгилдин яҙып алып, журнал биттәренә сығарған.
«Яратҡан эшең бер мәл ҡәнәғәтлек килтермәй башлап, уны көн дә башҡарыуҙан толҡа тапмайынса, йәнең ҡайҙалыр талпынғанда, ни эшләргә? Был кисереш күптәргә таныш. Ләкин күнегелгән мөхитте, бер туғандай яҡын хеҙмәттәштәреңде ҡапыл ташлап, билдәһеҙлеккә атлау һәм таныш булмаған өлкәлә өр-яңы сифатта балҡыу өсөн йөрәк кәрәк. Альмира Кирәева «Ғүмер бер генә!» тигән мәҡәләһендә шундай ҡыйыу йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – Иглин районы Иглин ауылында йәшәүсе Зөлфиә Исмәғилева менән таныштыра.
«Тормоштағы һәр ваҡиға мөһим, һәр береһе артында ниндәйҙер мәғәнә, хатта фәлсәфә яталыр», – ти Луиза Ғибәт ҡыҙы Мәмбәтова. Етди әйберҙәр хаҡында һөйләгәндә лә наҙлы булып ҡалыусы ханымдың бәхет сере, бәлки, шул мәғәнәне күрә белеүендәлер, әллә ата-әсә һүҙенә ҡолаҡ һалып, уларҙың фатихаһын алып, изге йолаларыбыҙға таянып йәшәүендәме икән? Өфөлә йәшәүсе гүзәл замандашыбыҙ хаҡында Зөлфиә Басированың «Фатихалы Луиза» тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.
«Өйләнергә бер ҡасан да һуң түгелме?» тигән мәҡәләлә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Айытбай Вәлиев йәмғиәтебеҙ өсөн ғәйәт ҙур проблема – буйҙаҡтар мәсьәләһен күтәрә, статистик мәғлүмәттәр килтереп, был аяныслы күренештең сәбәптәрен барлай. «Буйҙаҡлыҡ – ул тыумай ҡалған балалар, заяға уҙған ғүмер. Яңғыҙ ҡартлыҡ, уңмаған тормош», – тип яҙа ул. Журнал уҡыусылар ҙа уның менән килешмәй булдыра алмаҫ.
«Япондарҙың милли ризығы суши бөтә халыҡтарҙа ла киң таралыу алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ризыҡтан ағыуланыусылар ҙа йыш осрай», – ти табип-инфекционист Эльвира Ямаева «Ризыҡ тигәнең ҡорт булмаһын» тигән яҙмала. Эльвира Барый ҡыҙы суши ашап ағыуланыу билдәләре, унан өҙлөгөүҙәр һәм үҙеңде был бәләнән нисек һаҡлау тураһында һөйләй.
«Башҡортостан ҡыҙы», һәр ваҡыттағыса, уҡыусыларҙың социаль белемен күтәреүгә айырым баҫым яһай. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко социаль контракт нигеҙендә бүленеүсе дәүләт ярҙамы, уның кемдәргә исемләнеүе тураһында аңлатма бирә. «Көнитмеште еңеләйтер ярҙам» – уның мәҡәләһе шулай тип атала.
Был башҡорт биҙәүесен республикабыҙҙың төрлө төбәгендә төрлөсә атайҙар – дәүәт, хәситә, арҡыры яға...Өфө ҡалаһында йәшәүсе дизайнер, башҡорт биҙәүестәре оҫтаһы Сәрүәр Аслаева «Дәүәткә баҫтым тәңкә» тигән яҙмала дәүәт эшләргә өйрәтә.
Журналыбыҙҙың «Хыял өйө» тигән яңы рубрикаһы, һис шикһеҙ, күңелегеҙгә хуш килер. Бөтә республиканы шаулатҡан «Йөрәк һүҙе» телевизион проекты авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолованың Өфө районы Шамонин ҡасабаһындағы сынъяһауҙай йортонда булған Гөлнур Ишбулатова уның күркәм, ҡотло биҙәлешен тасуирлай.
Ике йыл элек кенә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, Zainetdin этно-проекты ҙур сәхнәләрҙе шаулата. «Башҡортостан ҡыҙы» ҡунаҡҡа төркөмдө ойоштороусы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдиновҡа юлланды. Ул ҡунаҡтарҙы нимә менән һыйлаған? Был хаҡта Гөлшат Ҡунафинаның «Бар милләтте башҡорт ҡурайына бейеткән егет» тигән яҙмаһынан белерһегеҙ.
«Беләҙегем-йөҙөгөм» конкурсына Өфө ҡалаһынан Ярослава Голобородько балсыҡтан яһалған биҙәүестәр тәҡдим иткән. «Был материал иң модалы, бер кемдә лә булмаған биҙәүестәрҙе йәнең теләгәнсә эшләргә мөмкинлек бирә. Балсыҡҡа булған «мөхәббәтем» мәңгелек», – ти оҫта. Журнал битендә урын алған биҙәүес һүрәттәренән бөркөлгән наҙҙы уҡыусыбыҙ ҙа тоймай ҡалмаҫ.

Альмира Кирәева әҙерләне.
Читайте нас: