+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Август 2019, 17:30

«Башҡортостан ҡыҙы»ның август һанына күҙәтеү

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ. Насип яҙмыш тормоштоң бер боролошонда барыбер ҙә көтөп тора. Хеҙмәт юлын төҙөлөштә башлаған, Өфөнөң «Һупайлы» биҫтәһендә йорттар һалған сибәр ҡыҙҙың артабан сәнғәт юлы менән китерен кем генә уйлаһын? Яҙмыш уны сәнғәт кешеләре менән әлдән– әле осраштырып торһа ла, фатихалар бирелһә лә, үҙенең бөгөнгө шөғөлөнә урау-урау юлдар менән килә ул. 45 тапҡыр парашюттан һикергән, осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевты яҡындан күреп белгән, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған һинд актрисаһы Мандакини менән танышҡан һәм сәнғәт коллективтары өсөн халыҡ– ара гастролдәр, концерттар ойошторған тынғыһыҙ ханым Зилара Йомағужина журналдың ошо һандағы тышлығын биҙәне. Уның хаҡындағы мауыҡтырғыс мәҡәлә баҫма уҡыусыларына хуш киләсәк.

Кеше һау-сәләмәт булғанда, вайымһыҙ тормош менән йәшәгәндә үткән ғүмеренең бер минутын да уйламай. Ләкин бәлә көтмәгәндә килә. Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе йәштәр Венер һәм Рәзилә Фәхретдиновтар ауыр һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан ғаилә. Ул ғына ла түгел, быйыл уларҙың изге ниәте менән ауылда ололарҙың шифалы тип йөрөтөлгән Аҡ шишмә буйы төҙөкләндерелде. Был эште йәштәр үҙ иҫәбенә башҡарҙы. Ауырлыҡтар сыныҡтырған ғаилә хаҡындағы мәҡәлә һеҙҙе Кушнаренко тарафтарына саҡырыр.
Журналдың был һаны үҙенсәлекле героиняларға бай буласаҡ. Шундай кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәүсе Гөлдәр Ҡадаева. Ғүмер буйы ауыл ерендә фельдшер булып эшләгән ҡатынға заманында терапевт та, хирург та, аллерголог та, тағы әллә күпме белгес булып эшләргә тура килә. Ә төбәктә ҡабул иткән сабыйҙар һаны ғына иҫәпте юғалтҡан. Бына ошо кешенең яҙмышы хакында Сибайҙа йәшәүсе даими авторыбыҙ Әлнисә Алдырханованың материалын уҡығыҙ.
Нисек бәхетле булырға? Ҡайҙа, кем булып эшләүеңә ҡарамаҫтан ҡатын-ҡыҙҙы борсоған мәңгелек темаларҙың береһе. Бәхет төшөнсәһе күп яҡлы. Уның серҙәрен аңламаған, ҡулында тотҡан бәхеттең ысын ҡәҙерен белмәгәндәр ошо бәхет тигән нәмәне тиҙ юғалта. Хаталар өҫтөндә эш, нисек үҙ йәреңде табырға, тапҡас юғалтмаҫҡа тигән һорауҙарға «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһында тәжрибәле психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирәсәк.
Доньяның тотҡаһы булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ тигәндәй, ауылды ла бөгөн ошондай абруйлы гүзәл заттар тота. Боронғо бейсәләр, тәңкәбикәләр хәҙер ҙә бар улар. Ғорур ҙа, сибәр ҙә, сая ла, хужалыҡлы әбйәлил ҡатындарының бер сағыу вәкиле Мөслимә Мәсәлимова билдәле драматург, авторҙашыбыҙ Сәрүәр Сурина яҙған мәҡәләһенең геройы булыр.
Йәш шағир, Архангель егете Ринат Сөләймәнов әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең бер шәлкем шиғри күстәнәстәрен тәҡдим итер. Был донъяның матурлығын шиғыр аша таныған егеттең ижадын мотлаҡ уҡығыҙ.
Билдәле сыуаш яҙыусыһы Анатолий Емельяновтың "Дан өсөн түгел" тигән повесынан өҙөк Йомабикә Аҡъюлова тәржемәһендә журнал уҡыусылары ҡарамағына сығарыла. "Оҙон бер кис" тип аталған хикәйә ауыл тормошон һүрәтләй.
Дәүләт яман шештән дауалауға, уны профилактикалауға ғәйәт ҙур аҡсалар бүлә, ифрат күп көс түгә. Ләкин сирҙе дауалауға ҡарағанда,уны иҫкәртеү яҡшыраҡ. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы, был өлкәлә ниндәй үҙгәрештәр бара, ошо хаҡта киләһе әңгәмәсебеҙ - Башҡортостандың мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының үҙәк филиалы табип-эксперты Светлана Минһажева.
Финанс, төрлө түләүҙәр өлкәһендәге белемде арттырыу – заман талабы. Шуға ла һәр кемгә бер аҙ бухгалтер һөнәрен үҙләштереп алыу ҡамасауламаҫ. Ҡатын– ҡыҙҙарҙың эшкә һәләтһеҙлек, йөклөлөк, баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса килеп тыуған һорауҙарына Рәсәй страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Лариса Черепанова аңлатма бирер.
Ғаилә – илаһи ниғмәт. Ғаилә ҡороу һәм бәхетле булыу темаһын артабан даими экспертыбыҙ Айбулат Уразбахтин дауам итә.Уның авторы Рәсүл Байгилдин йәнә беҙҙе әңгәмәсенең үҙенсәлекле, фәлсәфәүи фекерҙәре менән таныштыра.
Ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы беҙ нимә менән билдәләргә күнеккәнбеҙ. Күп ғаиләлә өҫтәлгә ин элек һыра, спиртлы эсемлектәр килеп ултыра. Уны даими рәүештә ҡуйған ата-әсәнең ошо рәүешле бала тәрбиәләүен уйлағаны бармы икән? Заман афәте хаҡындағы фекерҙәре менән журналда автор Айбулат Ғафаров сығыш яһай.
Оло апайҙарҙың яратып ябынған кешмир яулыҡтарының тарихы сама менән 200 йыл элекке Европаға, Францияға барып тоташа. Башҡорт ҡатын– ҡыҙҙарының яулыҡтарҙан тыш баштарына таҫтар ҙа ябынып йөрөүе билдәле. Ошо яулыҡтарҙың килеп сығышы хакындағы мәҡәләне шулай уҡ журнал битендә уҡығыҙ.
Рок йырлаған башҡорт ҡыҙы Миңзәлә Яхинаның исеме күптәргә таныш. Был һанда ул журнал уҡыусыларға аш-һыу оҫтаһы булараҡ та асыласаҡ. Миңзәлә беҙгә ҡаймаҡлы торт һәм бәшмәктән яһалған ризыҡтарҙың рецебы менән бүлешер.
"Сибайҙы гөрләтә "Алтын" тип аталған журнал уҡыусыбыҙҙан алған хат, ансамблде ойоштороусы Зилә Һаҡмарова һәм уның ижадташ дуҫтары хаҡында булыр.
Һаулыҡ темаһына йәнә бер ҡағылып, ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир-аттарҙың сәләмәтлеге хаҡында ла һөйләшеү алып бара баҫма. Был юлы ир аттың икенсе йөрәге булған енес биҙе хаҡында уролог, медицина фәндәре кандидаты Ринат Шакировтың әңгәмәһен уҡырға саҡырабыҙ.
Балаҫ һуғыу оҫтаһы, Архангел ҡыҙы, алтын ҡуллы Фәнисә Сәйфетдинованың эштәрен «Бәйләнештә» селтәрендә лә осратырға мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре Зөлфиә Басырова оҫтабикә менән шәхсән танышып, уның хаҡында күләмле мәҡәлә тәҡдим итә.
Сәс – ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур байлығы. Сәсле кеше сибәр ҙә була. Ләкин оҙон толомдарҙы нисек тәрбиәләргә? Сәстәрҙе үҫтереү, тәрбиәләп ҡарау уйынса кәңәштәр теҙмәһе тик журнал битендә.
Улдарын әрме сафтарына оҙатҡан ғаиләләр хаҡындағы мәҡәләләрҙе дауам итәбеҙ. Был юлы беҙҙең геройҙар Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында йәшәй.
Декрет ялы яңы эш башлау йәки һөнәр үҙләштереү өсөн иң ҡулай мәл. Өфөлә йәшәүсе Айгөл Вәлиева журнал уҡыусыларға үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим итә. Ул фриволите ысулы менән биҙәүестәр яһай. Нимә ул фриволите? Уны артабан тик "Башҡортостан ҡыҙы" журналын уҡығас белерһегеҙ.
Читайте нас: