«Мөхәррир һүҙе»нең был сығарылышы «Яратам» тиергә һуңлама!» тип атала. «Мин һине яратам!» тигән һүҙҙәр, сиктәр белмәй, урман-тауҙар аша оса. Ә һин был һүҙҙәрҙе ҡасан һәм кемгә ҡарата әйттең? Уны ҡабатларға мөмкинлек, көс таптыңмы? Үҙ-үҙеңде йәлләүеңде ситкә ҡуйып, үпкәңде еңеп, балҡырға, түбәндән юғары күтәрелергә, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн ҡалырға батырлығың еттеме? Әгәр бөгөн булдыра алмаһаң, ашығырға кәрәк. Өлгөрөргә кәрәк. Был – иң мөһиме», – ти Гөлназ Ҡотоева.
Был һандың тышлығын «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабилитация буйынса юл үҙәгенең баш табибы, БР «Акушер-гинекологтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова биҙәй. Уның хаҡындағы очергын Гөлназ Ҡотоева «Донъя тотҡаһы – мөхәббәт» тип атаған.
«Яҙмыштарҙан көслөрәк» рубрикаһында ике аяҡһыҙ ҡалып та, үҙенән көслө булып ҡала алған ғалимә, ялҡынлы публицист, әүҙем йәмәғәтсе һәм ҡояш яҡтылығын һибеүсе мәрхүмә шағирә Мөнирә Фәрәхетдинованың ижадын яратыусы дуҫтары быйыл, иң матур шиғырҙарын туплап, йыйынтыҡ сығарҙы. Был хаҡта Альмира Кирәеваның «Мин аҡ ҡарҙан, наҙлы яҙҙан тыуҙым» тип аталған мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.
«Хәҙистән билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһиссәләм: «Никахлашығыҙ һәм артығыҙ! Яуап
көнөндә мин үҙ өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын», – тигән». Фәнирә Ғайсина алып барған «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы был юлы «Ғаилә тормошона әҙерлек» тигән мөһим темаға арналған.
Стәрлебаш районынан Мөнирә Әһлиуллина 33 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған Менәүәрә Сәлишеваның һоҡланғыс яҙмышы хаҡында яҙып ебәргән, һүрәтләмәһен «Яҙмыш биргән бүләк» тип атаған.
«Халҡым гәүһәре» рубрикаһында яҙыусы, журналист Сәрүәр Сурина Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы Иҫке Юлдаш ауылы халҡы хаҡында бик яратып бәйән итә. «Туҡ тулҡына йөрәктәрҙә» тип аталған мәҡәләлә был төбәк халҡы яратып йырлаған йырҙарҙың текстары ла бар.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһы был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙарын, Дилбәр Булатованың «Әйтмәнең...» тип аталған хикәйәһен тәҡдим итә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙәребеҙҙең күпмеһе яу яланында ятып ҡалып, яҡындарына «Хәбәрһеҙ юғалған» тигән ҡағыҙ ғына килгән! Уларҙың исемен тергеҙеүсе эҙәрмәндәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ла олатаһы һуңғы төйәк иткән Липецк өлкәһенә сәйәхәт ҡылды. Был хаҡта уның «Юлдар саҡыра» рубрикаһы аҫтындағы «Туптар ярылған ерҙә...» тип аталған мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.
Киләһе яҙмала ла ошо ҡәһәрле һуғыш йылдарында барған ваҡиғалар хаҡында һүҙ бара. «Яҙмыш төйөндәре» рубрикаһындағы «Ҡурсаҡ ғаиләнән башланған тарих...» тигән бәйәндең авторы – Роза Зиннәтшина.
Ишембай районынан Юнир Тимербулатов тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Сәмсеҡәмәр Ғәлимова тураһындағы яҙмаһын «Быуатҡа яҡын ғүмер» тип атаған. Ул «Нисек йәшәйһең, оло кеше?» рубрикаһы аҫтында донъя күрә.
«Йәшәргә һуңлама!» Был яҙма – һис кенә «үткәндәрегеҙҙе онотоғоҙ!» йәки «киләсәккә күҙ һалмағыҙ!» тигән саҡырыу ҙа, баш юғалтып йәшәргә өндәү ҙә түгел. «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһында даими авторыбыҙ, юғары категориялы табип-психотерапевт Резидә Нагаева бары тик шуны хәтеребеҙгә төшөрөргә теләй: бөгөнгө көн өсөн мөһим эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырмау – туп-тура бәхеткә илтеүсе юл.
«Сихәт» рубрикаһының был сығарылышында юғары категориялы акушер-гинеколог, «Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығы» клиникаһы табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәүфә Йәнтилинаның түл биҙендәге шештәрҙең ни сәбәпле барлыҡҡа килеүе, унан нисек һаҡланыу, кемдәрҙең хәүеф төркөмөнә инеүе хаҡында һөйләүен Альмира Кирәева яҙып алған.
Пенсия, пособие түләүҙә йыш булып торған үҙгәрештәрҙе ҡайһы берәүҙәр аңғармай ҙа ҡала. Уҡыусыларыбыҙҙың мәғлүмәтлеге артһын, тигән уйҙан сығып, «Хоҡуҡи әлифба»ла Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеровтың һуңғы ваҡытта был тәңгәлдә индерелгән яңылыҡтарға аңлатмаһын бирәбеҙ.
Сибай ҡалаһында йәшәгән Айбулат Ураҙбахтин һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу, эҙләнеү юлында. Кеше булмышы, рухиәт, йәшәйеш, уңыш серҙәре тураһында лекциялар менән сығыш яһай, тренингтар үткәрә. «Рухи үҫеш» рубрикаһында донъя күргән йәшәйештең ябай ҡанундары тураһындағы фекерҙәрен Рәсүл Байгилдин яҙып алған.
Еләк, ҡарағат, сейә, көртмәле, һырғанаҡ... Баҡсаларҙа, ялан-ҡырҙарҙа тәбиғәтебеҙ байлығы менән һыйланыу мәле. Был юлы «Тәмлекәс» рубрикаһы, йәйге муллыҡты тәмләргә тип, Өфө районы Шамонин ауылына юлланды. Ағинәйҙәр балан ләүеше бешерергә, телде йоторлоҡ ҡаҡ ҡойорға өйрәтте, еләкле май эшләп күрһәтте. Тәмле ризыҡтарҙы әҙерләү ысулдарын Гөлшат Ҡунафина яҙып алды.
«Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеһенә матур-матур эштәр килеүен дауам итә. Был һанда Өфө районында йәшәгән Рәлиә Йәһүҙинаның үҙенсәлекле ысул менән башҡарған биҙәүестәре менән танышырһығыҙ. Һеҙ ҙә журналда барған «Быуат ҡәләме», «Әсә йөрәге», «Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеләренә ҡушылығыҙ, дуҫтар!