+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
27 Июнь 2019, 14:48

Телевизор отоусы – Хәйбулланан!

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыу тамамланды. Артабан да беҙҙең менән бергә ҡалған дуҫтарыбыҙға мең-мең рәхмәтлебеҙ. Баҫманы тәүләп алдыра башлаған уҡыусыларыбыҙға, бәйләнештәребеҙ ныҡлы һәм оҙаҡ йылдар дауам итһә ине, тигән теләгебеҙҙе белдерәбеҙ. Журналистар коллективы, үҙ сиратында, «Башҡортостан ҡыҙы»н тағы ла тәрәнерәк йөкмәткеле, зауыҡлыраҡ сығарыр өсөн бөтә көсөн һаласаҡ.

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙған осоронда, май айында, журналға яҙылыусылар араһында бүләктәр, шул иҫәптән телевизор уйнатыу тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн, 27 июнь көнө, лототрон ярҙамында бүләктәрҙең бәхетле эйәләрен билдәләнек.
Шулай итеп төп приз – телевизор – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылына юллана. Уны Баймөхәмәтова Мәрзиә отто.

Башҡа бүләктәрҙең эйәләре:
- Хәсәнова Мәрйәм, Баймаҡ районы, Ишбирҙе ауылы – Ҡөръән китабы;
- Йомағужина Зилара, Өфө ҡалаһы - Ҡөръән китабы;
- Ҡоҙабаева Алина, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы логотибы төшөрөлгән алъяпҡыс;
- Нәбиуллина Райхана, Октябрьский ҡалаһы – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы логотибы төшөрөлгән алъяпҡыс;
- Насырова Нурия, Ишембай районы, Ҡанаҡай ауылы – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы логотибы төшөрөлгән алъяпҡыс.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!

Журналға август һәм башҡа айҙарҙан да Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә яҙылырға мөмкин. Баҫмабыҙҙың индексы – П2719.
Читайте нас: