0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Июнь 2019, 14:08

«Башҡортостан ҡыҙы»ның июнь һанына күҙәтеү

Баш йортобоҙ Башҡортостан барлыҡ Ер шары буйлап һибелгән милләттәштәребеҙҙе оло йыйынға – Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына туплай. Был ҡоролтай ҡайһы яғы менән үҙенсәлекле буласаҡ? Унда халҡыбыҙ өсөн ниндәй мөһим мәсьәләләр күтәреләсәк?

«Ҡот арттырыр ҡоролтай» тигән яҙмала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин һәм ойошманың мәғариф буйынса баш белгесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкованың бер нисә кәлимә һүҙен тәҡдим итәбеҙ.
Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бергә. «Тап шулай!» – тиер хеҙмәт байрамы һабантуйҙа алыҫ ҡитғаларҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивален асып ебәргән әлшәйҙәр. Берҙәмлек һабантуйының нисек үтеүен, унда дуҫлыҡ балаҫын кемдәр һуғыуын Альмира Кирәеваның «Әлшәйҙәге дуҫлыҡ балаҫын кемдәр һуҡҡан икән буйлатып?» тигән мәҡәләһенән белерһегеҙ.
«Үкенмәҫлек итеп йәшәйек!» – үҙен рухиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе башҡорт зыялыларыбыҙҙың вәкиле итеп танытҡан Дилара Зарипова хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның очергы шулай тип атала. Зәңгәр экрандар аша күптәребеҙгә таныш тележурналистың яҙмышы, күңел донъяһы, һөнәри ынтылыштары һәм уңыштары хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡырһығыҙ, тип уйлайбыҙ. Телейондоҙҙоң сағыу һүрәте журналыбыҙҙың июнь һанын биҙәй.
Был һанда Гөлназ Ҡотоева «Һөйөүҙән туҡылған донъя» тигән тағы бер матур яҙмаһы менән ҡыуандыра: Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәүсе Мәрфуға һәм Мөнир Шәйхетдиновтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән таныштыра. Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, КПСС-тың XXVII съезы делегаты Мәрфуға Йәлил ҡыҙы һәм уның тормош юлдашы Мөнир Әмирхан улының фиҙакәрлек менән һөйөүҙән үрелгән ғүмере күптәргә өлгө булып тора.
«Ауылға врач килгән!» – тигән хәбәр «һә» тигәнсе таралып өлгөрә. Йәш табибәне күрергә таң һарыһынан халыҡ ағыла.» – Был юлдар Рәүеф Шаһиевтың «Изге йәндә ҡояш байымай» тигән мәҡәләһенән. 1957 йылдың әбейҙәр сыуағында Учалы районына ҡайтып, 45 йыл буйы халыҡ һаулығы һағында торған оло йөрәкле табибә Рима Хәйҙәр ҡыҙы Исламова хаҡында бәйән итә ул.
Июнь һанында Ғәлиә Кәлимуллина шиғриәт һөйөүселәргә йөрәккә ял булырҙай бер шәлкем шиғырҙарын бүләк итһә, сәсмә әҫәр яратыусылар Айсын Аҡбулатованың «Иҙел солтаны» тигән тарихи фаразын уҡып кинәнер.
«Ҡайҙалыр барыр булһаҡ, беҙ карта, юл күрһәткес һатып алабыҙ. Шуның кеүек, кешенең дә юл күрһәткесе бар – ул Ҡөрьән һәм хәҙистәр», – ти Фәнирә Ғайсина «Тура юлға ишара» тигән мәҡәләһендә. Уның сығыштарын көтөп алыусы диндәштәребеҙ өсөн был яҙма ла йән шифаһы булыр.
Ашығыс медицина ярҙамы табиптарына сырхауҙар айырыуса ҙур өмөт баға. Зөлфиә Басированың шундай табиптарҙың береһе – ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыусы Флориса Зөбәйҙуллина менән әңгәмәһе «Маҡсат менән йәшәйем» тигән баш аҫтында урын алған.
Рәзилә Ырыҫҡужинаның «Имле ҡуллы инәйҙәр» тигән ғәжәйеп һутлы тел менән яҙылған мәҡәләһен уҡыусыбыҙ бер тында уҡып сығыр. Һәм күптәрҙә, моғайын, Хәйбулла районында ғүмер итеүсе ҡөҙрәтле шифаға эйә Мәғүзә Иҫәнгилдина менән Маһира Шайморатова инәйҙәр янына барыу теләге тыуыр.
Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын халыҡ яратып ҡараған бер тапшырыу бар: «Бәхетнамә» тип атала ул. Гөлшат Ҡунафина «Бәхетнамә бәхет өләшә» тигән мәҡәләлә тапшырыуҙы әҙерләүсе команданың хыялдары һәм өр-яңы проекттары тураһында һөйләй.
Ике тиҫтә йыл элек Нурия ханымдың ғаилә тормошо ҡырҡа үҙгәрә: ата-әсә улының наркотиктар тоҙағына эләгеүен белеп ҡала. Ҡаһарман йөрәкле әсә, шул ауыр көндәргә ҡайтып, балаһын нисек упҡындан тартып алыуы, ғаиләнең бөгөн ни рәүешле йәшәүе хаҡында уртаҡлаша. «Мин улымды ҡотҡарҙым» тигән әңгәмәлә Зөлфиә Басироваға ул ете йоҙаҡ аҫтында һаҡлаған хәтирәләрен аса.
«Башҡортостан ҡыҙы»на уҡыусыларҙан үҙҙәре янында йәшәүсе аҫыл кешеләрҙе маҡтап яҙған хаттар күп килә. Белорет районы Йөйәк ауылында йәшәүсе Айгөл Закированың ауыл йәмен һаҡлаусы Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова хаҡындағы яҙмаһы «Йөйәктең алтын ҡуллы килене» тигән исем менән баҫыла.
Билдәле журналист һәм яҙыусы Сәрүәр Суринаның «Түңгәүер моңо» тигән мәҡәләһе – түңгәүер ырыуының мәшһүр йыр-көйҙәрен еткереүсе фольклор ансамбле тураһында.
Сир башланып 8-10 йыл үткәндән һуң сырхауҙарҙың 50 проценты, дауаланмағанда, ғәрипкә әйләнә – был хәүефле мәғлүмәт, моғайын, журнал уҡыусыларҙы быуын һыҙлауына иғтибарлы булырға саҡырыр. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы ревматолог Гөлшат Фәтхуллина аяҡһыҙ итеүсе сир – ревматоидлы артрит хаҡында һөйләй. Уның менән Альмира Кирәева ҡорған әңгәмә «Быуынһыҙ итә, йөрәктән ала» тип атала.
Түлһеҙлектән яфаланған ғаиләләргә нисек итеп заман технологиялары ярҙамында бала һөйөү бәхетенә ирешергә? Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты Светлана Минһажеваның «Замана мөғжизәһе йәки Нисек бәпес һөйөү бәхетен татырға» тигән мәҡәләһе ошо етди темаға арналған. Светлана Рәйес ҡыҙы Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы нисек итеп түләүһеҙ ЭКО/ИКСИ үтергә мөмкин икәнлеген тәфсирләп аңлата.
Хужабикәләр көтөп алған «Тәмлекәс» рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина файҙалы ла, тәмле лә йәш ҡыярҙан телде йоторлоҡ ризыҡтар әҙерләргә өйрәтә. «Мулдан булһын йәйге уңыш!» тигән исем аҫтында донъя күргән рецептар һеҙгә лә бик оҡшар, тип уйлайбыҙ!
«Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеһе торған һайын ҡыҙа бара. Был һанда Өфө ҡалаһынан Айһылыу Якушеваның күҙҙе иркәләр ижады менән танышырһығыҙ.

Альмира Кирәева әҙерләне.

Читайте нас: