-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
27 Май 2019, 12:36

Баҫмабыҙҙың май һаны

Баҫма “Баш мөхәррир һүҙе” менән асыла. Гөлназ Ҡотоева Бөйөк Еңеү көнө уңайынан тыуған уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Сабыйҙарыбыҙға шуны аңлата алһаҡ ине. Һуғыштың аяуһыҙлығын. Донъяла иң ҡәҙерле нәмә ул – күк йөҙө, ер, һыу юлдарының тыныслығы икәнен. Ҡылыстың ҡынында ятыуы хәйерле булыуын, ҡорал етештереүгә киткән сығымдарҙы кешелектең үҫешенә тотоноу файҙалығын. Ғүмер ҡәҙерен. Уларҙа тыныс тормошто танһыҡлаған, йәшәүгә, күкрәүгә, изгелеккә ынтылған ҡан тиртеүен”, – ти ул.

Был һандың тышлығын Сибай ҡалаһының “Сулпан” дәүләт балалар театры актрисаһы Рәмзиә Сөнәғәтова биҙәй. Уның хаҡындағы мәҡәләһен Гөлдәр Яҡшығолова “Сулпан ҡабыҙған йондоҙ” тип атаған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған госпиталдәрҙең береһе – 4052-се госпиталь Әлшәй районы Раевка ауылындағы 2-се урта мәктәп бинаһында урынлаша. Бөгөн ундағы һәр кирбес яралы яугирҙәрҙең теш ҡыҫып һыҙланыуын, өмөтөн, һынмаҫ рухын иҫләй, аҡ халатлы батырҙарҙың сикһеҙ фиҙакәрлегенә, ярҙамсыл ауыл кешеләренең оло йөрәклелегенә өнһөҙ шаһит. Зөмрәт йәшел Еңеү майында, мәңгелек хәтерҙе яңыртып, һәр кем күңелендә был турала данлы ҡисса яңғырай. Альмира Кирәева “Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында бер тарих” тигән мәҡәләһендә ошо хаҡта бәйән итә.
Белорет районы Сосновка ауылында биш ауыл – Сосновка, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Үткәл, Хөсәйен ағинәйҙәре йөн эштәре буйынса сәмләнеп ярышҡан. Кем иң егәрлеһе булып сыҡҡан икән? Был һорауға яуапты Гөлназ Ҡотоеваның “Йөн байрамы”нан репортажын уҡығас табырһығыҙ. Сара мәлендә төшөрөлгән фотоһүрәттәр журналдың икенсе тышлығында ла урын алған.
“Атайлы бала – арҡалы” рубрикаһы. Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динис Бүләковтың әҫәрҙәре – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең юғары ҡаҙанышы, халыҡ күңелендә уның хәтере юғалмаған. Бөгөн иһә журналда һүҙ әҙиптең ғаиләлә, яҡындары янында ниндәйерәк кеше булыуы тураһында бара. Ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә, Миләүшәнең иҫтәлектәрен Нурия Әхтәмова яҙып алған.
“Ҡыҙ бала – илгә биҙәк” рубрикаһы аҫтында Гөлназ Ҡотоеваның “Йондоҙҙар шулай ҡабына” мәҡәләһе урын алған. Бик күп халыҡ-ара опера йыры фестивалдәре һәм бәйгеләре лауреаты, йәш йырсы Диана Нурмөхәмәтова тураһында ул.
“Балаларҙың йәне, зиһене өсөн көрәш бара” – Өфөлә булып үткән “Бала саҡ векторы – 2019” Бөтә Рәсәй конгресы тураһында Альмира Кирәеваның яҙмаһы шулай тип атала. “Бала саҡ векторы – 2019” өлкәндәр донъяһында йәшәүсе бәләкәй кешенең хоҡуҡтары, күңелдәре һағында тороусыларҙың оло йыйыны булды, тормошобоҙҙағы һәр ғәмәл бала һәм уның именлеге, бәхете хаҡына икәнен тағы бер дәлилләне.
“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында тележурналист Гөлдәриә Йосопованың “Өҙөлмәҫ моң” хикәйәһен, билдәле шағирә Йомабикә Ильясованың шиғырҙарын уҡып күңелдәрегеҙгә ял алырһығыҙ.
“Олатай хәтирәләре”. Был исем аҫтында Балаҡатай районынан Фәрит Хәкимйәновтың ғаиләһенең Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылған хәтирәләрен яңыртып яҙған хаты урын алған.
“Ғаилә янсығы” рубрикаһында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының 2-се камераль тикшереүҙәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Оксана Хәйруллина ишле ғаиләләр өсөн милек, транспорт һалымы түләүҙәге ташламалар хаҡында һөйләй.
“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһы аҫтында “Урал аръяғы һылыуы – 2019” конкурсында Гран-приға лайыҡ булған Вильнара Йәнтүрина хаҡында Зөлфиә Басированың “Ул тормошҡа ғашиҡ” яҙмаһын уҡығыҙ.
Сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡ, йәғни иммунитет ҡайҙа һаҡланыуын беләһегеҙме? Ашҡаҙан-эсәк юлында, тигән яуап күптәр өсөн сәйер яңғырар. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Ҡаһарманова ни өсөн һаулығыбыҙ көсө туранан-тура эсәк эшмәкәрлегенә бәйле булыуы тураһында һөйләй.
“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһы аҫтында Зөлфиә Басированың “Мең биҙәкле донъя” тигән мәҡәләһе урын алған. Педагог, хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмилә Шәрипова тураһында ул.
“Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды” рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина дүрт тиҫтә ғүмерен 18-се Өфө ҡала клиник дауаханаһында кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға арнаған Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рита Әхмәтвәлиева хаҡында яҙған. Мәҡәлә “Йылы һүҙ, яғымлы ҡараш – үҙе дауа” тип исемләнгән.
“Тел-лөғәтте һәм йыр-бейеүҙе һаҡлаған инәй-өләсәйҙәребеҙ йырҙы илгә сығарып, оло хазинаны – халыҡ байлығын һаҡлауға һәм таратыуға үҙ өлөшөн индерә”, – ти билдәле тележурналист, яҙыусы Сәрүәр Сурина. “Халҡым гәүһәре” рубрикаһы аҫтындағы “Башҡорт йырын һаҡлар йәндәр бар” тигән яҙмаһында Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Тәнзилә Ҡыҙрасова тураһында һөйләй ул.
“Йөрәк дәрестәре”ндәге юғары категориялы психотерапевт Резидә Нагаеваның кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалырға саҡырабыҙ. ”Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан тора”, – ти автор.
“Милли биҙәк” рубрикаһында Азат Ғарипов фелүр яулыҡ, ҡушъяулыҡ хаҡындағы ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша.
“Тәмлекәс” рубрикаһы. Салауат ҡалаһынан Бүләк Исмәғилева ҡуҙғалаҡтан, йыуанан яҙғы бәлештәр һәм ғаиләһенең яратҡан тәмлекәстәрен бешерергә өйрәтә.
Дүртенсе тышлыҡта “Беләҙегем-йөҙөгөм” бәйгеһенә килгән эштәр урын алған. Сибай ҡалаһы Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының хеҙмәт уҡытыусыһы Альмира Кәйекбирҙина уҡыусылар эшләгән биҙәүестәрҙе ебәргән. Һеҙ ҙә журналда барған “Быуат ҡәләме”, “Әсә йөрәге”, “Беләҙегем-йөҙөгөм” бәйгеләренә ҡушылығыҙ, дуҫтар!
Ярты быуаттан ашыу донъя күргән баҫмабыҙҙың дуҫтары күп. Уларҙың һанын ишәйтергә беҙ һис тә ҡаршы түгел. 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп приз – телевизор. Шулай уҡ һеҙгә иҫтәлеккә китаптар, алъяпҡыстар һәм башҡа бүләктәр ҙә бар. Бының өсөн редакцияға “Башҡортостан ҡыҙы” журналына алты айға яҙылыу квитанцияһы күсермәһен йәки фотоһын, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙып ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр июнь аҙағында билдәләнә. Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: